Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Зөфәр Сабирйәнов

Ҡоштоң пар ҡанаттары

Мәңге бергә татар, башҡорт –

Ҡоштоң пар ҡанаттары.

Ҡәрҙәш итте беҙҙе дуҫлыҡ,

Яттарға ҡаратманы.

Туғанлашып матур йәшәү –

Башҡорт, татар йолаһы.

Әйтерһең дә, бер әсәнең

Беҙ игеҙәк балаһы.

Ҡунаҡ булып бер-беребеҙгә

Йыраҡ түгел бараһы.

Ут күршегә кергән кеүек

Беҙҙең һуҡмаҡ араһы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Земфира Сәхипова

Робағиҙар

Ауыҙ асып һүҙ әйтергә ҡыйманым,

Кеше хәтерен һаҡлар өсөн тыуғанмын.

Бар михнәттәрҙе эсемә йыйғанмын,

Йыйғандарҙан робағиҙар ҡойғанмын.

***

Тура әйтеп, кешеләрҙән һүгеләм,

Тура әйтеп, ҡан йәшемә түгеләм.

Әйтмәй ҡалһам, йоҡоларымдан яҙам,

Бер хатаға юл ҡуйҙым, тип  үкенәм.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәнил Хөснөтдинов

Төштәремә кер һин

Ике йөрәк  ике ерҙә тибә,

Бер-беребеҙ өсөн беҙ – башҡа.

Төн йоҡомда, кереп төштәремә,

Һалдың мине, һалдың һағышҡа.

 

Яҙмыш беҙҙе ҡабат осраштырһа,

Килмәһәң дә янға, юҡ үпкәм.

Бик яратһаң, төштәремә кер һин,

Иркәләрмен шунда мин, иркәм.

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Рәсимә Ғайсина

Хәтирәләр

Азаматтай ирҙәр ауған саҡта

Өнһөҙ илай ғорур имәндәр.

Был донъянан иртә китә һаман

Ерҙе йәмләр өсөн килгәндәр.

 

Хаҡлыҡ өсөн әйтер һүҙҙәрен дә

Тормош ваҡлыҡтары яндыра.

Ир уртаһы етеп нығына алмай,

Аҫыл ирҙәр беҙҙе ҡалдыра.

Артабан уҡырға


12345