Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Миләүшә Ҡолмөхәмәтова

Китапҡа бағышланған ғүмер

***

... Хисмәтулла Ҡолмөхәмәтов әле ауыл Советы рәйесе булып эшләгәндә үк Ҡанаҡайҙың иң сибәр ҡыҙы Ғәтифәгә өйләнеп, тормош ҡора. Береһенән-береһе сибәр, унған биш ҡыҙ: Мәрйәм, Гөлсөм, Нурия, Рәйсә, Рәмзиәләре тыуа.

Уларҙың ғаиләһе бер урында – Өфөнөң Цюрупа урамындағы 63-сө йортта ғүмер кисерә. Аталары ҡулға алынғандан һуң, күрше-тирә  Ҡолмөхәмәтовтар менән аралашмай, һүҙ ҡушмай, ярҙамлашмай,  барыһы ла  яҡлауһыҙ  ғаиләне рәнйетергә тырыша. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, ҡыҙҙарҙы  «халыҡ дошманы балаһы»  тип әрләп, битәрләп ҡалалар. Хатта төкөрөп, таш бәреп ҡалыусылар ҙа була, элек аралашҡан кешеләр  йөҙҙәрен йәшереп, ситкә ҡарап уҙа.Ҡыҙҙарҙы мәктәптә лә рәнйетеп кенә торалар, минут һайын «халыҡ дошманы балаһы» икәнлектәрен иҫтәренә төшөрәләр, башҡаларға мөмкин булған әйберҙәр уларға ярамай.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәлил Барлыбаев

Яҙмыш – һикәлтәле юл

(Хәтер осҡондарынан тоҡанған фәлсәфәүи уй-фекерҙәр)

Әгәр ат һөрөнһә,

Атты ғәйепләмә.

Юлды ғәйеплә...

              Рәсүл Ғамзатов                                                                

Инеш

Кешенең ғүмер юлы һис тә һыҙыҡтарға бүлгеләнеп, юл билдәләре, светофорҙар ҡуйылған шыма асфальт юлға һис тә оҡшамаған. Киреһенсә, ул йә һикәлтәле, ҡараңғы урмандар аша үтеүсе, тау-ташлы һәм боролмалы һуҡмаҡтарға, йә бер көнө ҡояшлы, икенсеһе ел-ямғырлы, ҡайһы саҡ туңдырып хафаландырған, икенсе осор йылытып, ҡыуандырған һауа торошона тиң. Тормош – шатландырып та, ҡайғыртып та, йылындырып та, өшөтөп тә ала торған сәйер ысынбарлыҡ. Йәш сағында кеше алдағы көндәрҙең ҡайһыһы ел-ямғырлы, ҡайһыһы аяҙ булырын күҙ алдына ла килтерә алмай ҙа, кәрәк тип тә тапмай. Был хәлде ҡалаға машинала

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәбир Дауытов

Туҡһанда ла һалдат!

 Очерк

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Асия Йәндәр ҡыҙы Ахунова менән миңә 1984 йылда Илеш районының Иҫке Күктау ауылында осрашырға тура килгәйне. Башпотребсоюзда эшләп йөрөгән саҡ. Бер  көндө идара  рәйесе Фәүзи Ғариф улы Ғарипов саҡырып алды ла: «Урал» колхозы магазин төҙөгән, шуны йәһәтерәк асыуҙы ойошторорға кәрәк. Был һиңә йөкмәтелә, Хәбир Кәримович. Ул ауылда алдағы аҙнала «ҙур ҡунаҡтар» көтөлә. Барып, урында хәлдәр менән танышҡас, ярҙамға район белгестәрен ебәрегеҙ. Бәлки, үҙем дә барып сығырмын. Бөрө пединститутын тамамлағас, әрмегә  киткәнсе ошо райондың Иҫәнбай ауылы мәктәбендә ике  йыл уҡытып киткәйнем. Бер сыҡҡанда, унда ла етеп ҡайтырмын», – тине.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Айрат ИСҠУЖИН

Минең университеттарым

«Ағиҙел» журналында Әҙһәм Исҡужиндың «Яҙмышнамә»һен (2008 йыл, 10-сы һан) уҡығандан һуң миндә лә Темәс ауылының Таулылар араһы башҡорттарының ХХ быуатта кисергәндәрен яҙыу теләге тыуҙы.

1948/49 уҡыу йылы башланыр алдынан Әҙһәм ағайҙы Йомаш мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрҙеләр. Декабрҙә иһә ул армия сафына алынды. Хеҙмәт иткәндә туғандары, дуҫтары менән хатлашып, фотоһүрәттәрен һалып торҙо. Миндә әле булһа ағайымдың шул саҡтарҙа төшкән фотолары һаҡлана. Әҙһәм ағай менән айырылышыуыбыҙ 12 йылға һуҙылды ла ҡуйҙы. Темәс ете йыллыҡ мәктәбен тамамлап, мин педагогия училищеһында уҡыуымды дауам иттем. Тормошобоҙ яйлап яҡшырҙы, сөнки училищела яҡшы өлгәшкән студенттарға тәүге курста 140 һум стипендия бирелде, артабан ул курс һайын 20 һумға арта барҙы. Әсәйем ошо училищела йыйыштырыусы булып эшләп, айына 160 һум эш хаҡы ала ине. Темәстә – дүрт, Башҡорт дәүләт университетында – биш, йәмғеһе туғыҙ йыл мин дәүләттән стипендия алып уҡыным.

Артабан уҡырға


Февраль 2012

Миләүшә ҠОЛМӨХӘМӘТОВА

Күп яҡлы талант эйәһе

«Талантлы кеше бөтә яҡтан да талантлы» тигән һүҙҙәр һәр кемгә таныш. Зиннур Әхмәҙи улына ла тәбиғәт һәләтте йәлләмәй биргән. Өҙөп кенә, Зиннур Нурғәлин – журналист, яҙыусы йәки тарихсы, тип әйтеп булмай. Улай тиһәң, ғалимлығы ситтә тороп ҡала. Зиннур Нурғәлин – яҙыусы, публицист, әҙәбиәт ғалимы, фәйләсүф, сәйәсәтсе, тәнҡитсе, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, етәксе, театр белгесе, һүҙ оҫтаһы, йәмәғәт эшмәкәре... Йыйып әйткәндә, халыҡҡа хеҙмәт итеүсе абруйлы шәхес һәм оло талант эйәһе.

Артабан уҡырға


12