Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Июль 2016

Таңһылыу Ғүмәрова

Йәмиләкәй

Һалҡын алдырып дауаханаға яттым. Ике көндән хәлем еңеләйҙе, палатала бергә ятҡан кешеләрҙе күҙәтә башланым: береһенән-береһе йәшерәк ҡатындар бәләкәстәрен ҡосаҡлап ултыра... Балаҡайҙары йүткерә, температуралары юғары, күрәһең, ыңғырашалар. Бойоҡ әсәләрҙе бәпкәләрен ҡанат аҫтына алып ултырған инә ҡаҙҙарға оҡшатып ҡуйҙым.

Бер-беребеҙгә өйрәнгәс, йәш  әсәйҙәр менән танышырға булдым. Сибәр ҡатындар, исемдәре лә есемдәренә тура килеп тора: Мәҙинә, Гөлсирә, Йәмилә. Һәр береһенең икешәр балаһы бар. Бергәләп сәй эстек, ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә һөйләшеп алдыҡ. Балаҡайҙары ла төҙәлеүгә бара, уларҙың шат йөҙҙәрен күреп, әсәләренең дә йөҙҙәре яҡтырҙы. Ләкин бер төн

Артабан уҡырға


Январь 1970

Исмәғил Ғимранов

Ялған ҡорбаны

Моңһоу иҫтәлек

2012 йылдың көҙөндә, өс йыллыҡ хәрби хеҙмәтебеҙҙе бергә атҡарыуыбыҙға алтмыш йыл тула тигәндә, элекке полкташым Рәшиттең йәмәғәте Мөнәзәнән ҡайғылы хат килеп төштө: «Рәшит кинәт башланған йөрәк сиренән оҙаҡ та ятмай вафат булды. Һуңғы көнөнә ҡәҙәр тик һине иҫләне. «Ауырыуымдан ҡотолһам, ғаиләһе менән ҡунаҡҡа саҡырайыҡ! Әгәр инде төҙәлә алмаһам, Исмәғилдең һуңғы хатына яуап яҙа күр!» – тип үтенде...»

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлсөм Мостафина

Елмерҙәк тотҡоно

Мажаралы бәйән

Сара

– Һуғыш йыра-а-ҡ. Атайым һөйләүенсә, ул теге ярман һуғышында Киевҡа саҡлы ғына ла өс аҙна барған. Аръяғына, ил сигенә тиклем тағы нисәмә көн шарпылдарға? Э-э-й, дошман килеп еткәнсе әле? Кем уларға яҡшы юл әҙерләп ҡуйған бында. Йүшәр яуындарҙың башланыуы ғына көс, батҡаҡҡа батыра ул ниместе...

Сара, күҙҙәрен айыра алмай, ирен тыңлай. Ә ул ир баһаһын төшөрмәй, ышаныслы итеп, ашыҡмай ғына һөйләй, һурпаһын болғатып ала ла китек ҡалағын һаҡ ҡына ауыҙына илтеп бушата.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Наил Ғәйетбай

Өҙөк-йолҡоҡ хәтирәләр

 Йәш драматургтар семинары

Минең “Пьеса нисек яҙыла?” тигән китабым өсөн күптәр ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Йәнәһе, һин кем әле ошондай китап яҙырға? Бөйөк драматургмы? Хәҙер пьесаны һин өйрәткәнсә генә яҙырғамы?

Юҡ, бер кем дә пьесаны мин өйрәткәнсә генә яҙырға тейеш түгел. Китаптың баш һүҙендә был хаҡта: “Был яҙмалар – минең тәжрибәм. Уларҙың барыһы ла дөрөҫ, ҡанунлашҡан фекер, тип уйларға ярамай. Яҙмаларҙа айырым хаталар ҙа, яңылышыуҙар ҙа осрар. Ләкин, нисек кенә булһа ла, улар ысын күңелдән, башлап пьеса яҙырға 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Наил Ғәйетбай

Өҙөк-йолҡоҡ хәтирәләр

Урал аръяғында әҙәби мөхит

1979 йылдың майында, Сибай ҡалаһында Урал аръяғы райондарында йәшәүсе йәш яҙыусыларға ижади ярҙам  маҡсатында, “Ирәндек” әҙәби берекмәһе ойошторолғайны. Уның нигеҙендә 1993 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзының Сибай төбәк ойошмаһы төҙөлдө лә уңышлы эшләп китте. Шуға ла бөгөн берекмәнең ойошторолоуын, тәүге аҙымдарын иҫләп алыу яҙыҡ булмаҫ.

“Ирәндек” әҙәби берекмәһе 80-се йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының ижади йәштәр менән эшләүсе әҙәби консультанты, билдәле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев инициативаһы менән ойошторолдо.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәнил Күзбәков

Яңы осорҙа уҡыу-уҡытыу, милли тәрбиә, нәфис әҙәбиәт

(Мәрйәм Бураҡаева менән әңгәмә)

 

Фәнил Күзбәков:

– Мәғариф өлкәһендәге рәсми етәкселәр менән «Башҡортостан» гәзите ойошторған «Түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүҙә (2013, 23 апрель) Һеҙҙең «Етәкселәр барған саҡта уҡытыусылар тормоштоң гел яҡшы, ыңғай яҡтарын ғына күрһәтеп ҡалһа, минән бер нәмәне лә йәшермәй» тиеүегеҙгә: «Кире күренештәрҙе лә күп күрәбеҙ... Беҙгә лә ҡаты эләгә...» – тип яуапланылар. Хөрмәтле Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, уҡытыусылар үҙҙәре йәшермәй әйткән төп етешһеҙлектәр нимәнән ғибәрәт һәм нимә менән бәйле? Уларҙы юғары даирәләр ҙә белгәс, ни өсөн эшлекле, һөҙөмтәле саралар күрелмәй?

Артабан уҡырға


Ноябрь 2013

Наил Ғәйетбай

Өҙөк-йолҡоҡ хәтирәләр

Бәләкәй генә аңлатма

Ғүмерҙең тиҙ үтеп барыуы күңелдә һәр саҡ һағыш тыуҙыра. Әммә ҡыуаныс та солғай йөрәкте. Яҡты хыялдарға ынтылып, күпме матур эштәр башҡарылған, нисәмә шатлыҡлы мәлдәр кисерелгән. Әлбиттә, хаталар ҙа яһалған. Уларһыҙ буламы ни тормош? Һағышы ла, ҡыуанысы ла мөлдөрәмә булғанға ла йәмле бит ул йәшәмеш. Ошо сәбәпле беҙ тормошто яратабыҙ, беҙ уға ғашиҡ! 

Мин дә, бар кешеләр кеүек, был донъяны, тормошто яратам. Ана шуға ла ошо хәтирәләремдә бер нәмәне лә йәшермәй, ғүмеремдең шатлыҡтарын да, үкенестәрен дә яҙырға тырыштым. Уңыштарым хаҡында һүҙ барғанда маҡтаныр өсөн түгел, ә маҡсатҡа өлгәшеү юлдарын һәм ысулдарын күрһәтергә ынтылдым, хаталарымды 

Артабан уҡырға


12