Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Ғәфейә ҒАФАРОВА-БИШЕВА

Кәмәлек

Икенсе бәйән
СОНТОҠ ҠОЙРОҠЛО АТ
Йәйҙең йылы матур көндәре тора ине. Бер нисә көн болотлап ямғыр яуҙы. Өй түбәһе эсле-тышлы һыланһа ла, ныҡ кибеп етмәгән ерҙәре ҡупты. Сәлимә балсыҡ баҫып төшкән ерҙәрен һылай. Бер яҡтан ҡура-соланын да эш итергә кәрәк. Өйөнөң тәҙрә рамдары ла, ишектәре лә, кемделер ялларға ҡулында бер тин аҡсаһы ла юҡ. Күршелә генә Ҡолдәүләт тигән ағай бар ҙа бит. Балта оҫтаһы.
Бер көн эштән һуң еңгәһе Ғилмиямалға китте. Үҙ өйө булмағас, хужалыҡ та юҡ, нимә эшләһен, ас йәшәп булмай бит. 
Ғилмиямал – күпте күргән, нахаҡҡа төрмәләрҙә ултырып,

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Ғәфейә ҒАФАРОВА-БИШЕВА

Кәмәлек

Беренсе бәйән
ТИФТАН ЙӘШЕРЕЛГӘН ЛОҠМАНХӘКИМ
Тутыя ике бәләкәс бала ҡарай. Килене эштән ҡайтып, әҙерәк сабыйҙарҙан бушаһа, намаҙҙарын үтәп, ете төн уртаһына тиклем теләктә ултыра. Лоҡманхәкиме тереме, юҡмы икәнен белмәй, уға һәм Ғәбделхәлиленә ғүмер, барыһына ла һаулыҡ, ғүмер, донъяларға тыныслыҡ теләй. Ошо теләктәр етептер инде, Хәлилгә һуғышта һалдаттар хайран ҡала: хатты алып барып килгәнсе, шинеленең итәге иләк кеүек була, тик һис бер ере яраланмай часҡа ҡайтып етә.

Артабан уҡырға


Март 2017

Миңлегөл Хисамова

“Ижадымда мин бурыслы мәңге Әсәм менән тыуған яғыма”

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – билдәле шағирә Миңлегөл ХИСАМОВА. Әҙибә менән бергә уның бала сағына, йәшлегенә сәфәр ҡылдыҡ, яҙмышына өлөш индергән ҡәҙерле кешеләрен, остаздарын иҫкә алдыҡ, бөгөнгө әҙәбиәткә, сәнғәткә, йәшәйешкә ҡарата фекерҙәрен белештек, уй-маҡсаттарын уртаҡлаштыҡ.

– Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы, тәүге яҙған шиғырығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Ул нимә тураһында ине һәм ҡайҙа баҫылып сыҡты?
– Иң тәүге шиғырым “Әнисәнең ҡурсағы” тип атала ине, V класта уҡығанда “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыҡты. Ул саҡта бик ныҡ ҡыуанғаным хәтеремдә ҡалған. Бәлки, ошо ваҡиғанан һуң яҙышыу теләгем тыуғандыр ҙа.

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Мөҙәрис БАГАЕВ

“Йәшнәп йәшәр сағым да бит...”

– Мөҙәрис, белеүебеҙсә, тәүге хикәйәләреңде һин Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡып йөрөгәндә яҙғанһың. Әллә уға тиклем дә ижад менән шөғөлләндеңме?
– Әҙәбиәткә алып килгән һуҡмаҡтың башы ҡайҙа икәнен аныҡ ҡына әйтә алмамдыр, моғайын. Үҙемде белә-белгәндән китап уҡырға яраттым. Беҙ, бер нисә ғаилә, бер өйҙә – олатай менән өләсәй йортонда – йәшәнек. Янымда апай-ағайҙар байтаҡ ине, шулар ыңғайына хәреф таныным, уҡырға өйрәндем. Биш йәшем тулғас та I класҡа барҙым. Яҡшы ғына уҡыһам да, тәүге сирек тамамланыу менән, яңы закон буйынса балаларҙы ете йәше тулмайынса мәктәпкә алырға ярамай тип, мине ҡыуып ҡайтарҙылар. Шулай ҙа ике йылымды бушҡа үткәрмәнем – ауыл китапханаһына йөрөп, 

Артабан уҡырға


Июль 2016

Әҙип тормошо

Нияз Мәһәҙиев, Зөһрә Ҡотлогилдина

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Ноғман Сөләймән улы МУСИНҒА – 85 йәш

 

Ноғман Мусин – иллегә яҡын проза китабы авторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй тәбиғәтен һаҡлау отличнигы. Халыҡ яҙыусыһының проза һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеген һис икеләнеүһеҙ әҙәби ҡаһарманлыҡ тип нарыҡларға мөмкин! Ысынлап та, мәшһүр әҙиптең бай тел менән яҙылған талантлы әҫәрҙәрен нисәмә быуын йотлоғоп уҡый, уҡыясаҡ. 

Артабан уҡырға


Июль 2016

Таңсулпан Ғарипова

«Тормошом устағы быяла кеүек»

– Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы, «Ағиҙел»дә «Әҙип тормошо» тигән рубрика асып, бик һәйбәт башланғысҡа нигеҙ һалдылар, шулай бит. Мин һәр ваҡыт журналда «Ижад лабораторияһы» тигән баш аҫтында күренекле яҙыусыларҙың үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙарын теләй торғайным. Бәлки, ошондай оҫталыҡ дәрестәре лә урын алыр әле «Ағиҙел» биттәрендә киләсәктә. Ә хәҙергә беҙгә «Әҙип тормошо» тигән рубриканы башлап ебәреү мөмкинселеге бирелде. Был һөйләшеүгә тап һеҙҙе тәҡдим итеүҙәре юҡҡа түгел. Таңсулпан Ғарипованы республикабыҙҙа ғына түгел, сит тарафтарҙа ла белмәгән кеше юҡтыр. Һеҙ – башҡорт әҙәбиәтенең алтын бағаналарының береһе. Шуның менән бергә ябай ҡатын да, әсә лә, өләсәй ҙә, хужабикә лә... 

Артабан уҡырға


1