Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Рәйсә КӘРИМОВА

Етем

Хикәйә

Атайһыҙ бала – ярты етем,

әсәйһеҙ бала – үкһеҙ етем.

 

Ниңә шулай икән: яман хәбәр ҡоштай осоп тарала. Уны йәшереп тә, кешенең ҡыҙыҡһындырыуын һүндереп тә булмай.

Ауыл туҙҙырылған умарта кеүек геүләне.

– Оятһыҙ! Ҡара, бәләкәй балаһын ташлап, ят ир менән сығып ҡас әле! Ҡыҙ бала бит әле, етмәһә! Ҡәбәхәт...

Ғиндулла бабайҙың төҫө ҡарайҙы. Ул уҡытыусы, коммунист, ә ҡыҙы шундай ғорур исемдәргә тап төшөрҙө. Нисек хәҙер ауылдаштарының йөҙөнә ҡарар? Нисек балаларҙы намыҫлы булырға өйрәтер? Хурлыҡ! Ғәрлек!

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мансаф ҒИЛӘЖЕВ

Ҡәнзәфәр таштары

Роман                              

***

Ҡәнзәфәр кейенде лә урамға сыҡты. Сатнама һыуыҡ. Һуңғы төндәрен һанаған ҡыйырсыҡ ай Көңгөр яғында балҡый ине. Шырт иткән тауыш та юҡ. Өй тәҙрәләрендә яҡты күренмәһә лә, күптәр йоҡламай, сөнки ауылға язалау отрядтарының бәреп инеү ҡурҡынысы бар. Ул сағында инде үлемде көт тә тор. Ҡәнзәфәрҙә лә йоҡо ҡайғыһы юҡ. Батырҡай менән әңгәмәләшергә, еңелеү сәбәптәрен бергәләшеп аңларға, артабан эште нисек ойоштороу хаҡында кәңәшләшергә тейеш ул. Ҡаршыға ике һыбайлы осраны. Командир ҙа, тегеләр ҙә бер-береһенә һүҙ ҡушманы. Былар – һаҡта тороусылар. Һәр тейешле аулаҡ урында ҡарауыл ҡуйылған. Полковник Папав та йоҡлап ятмайҙыр, башында әллә ниндәй мәкер ҡайнайҙыр. Бәлки, ҡаланы оборонала ғына тотмайынса, һөжүмгә күсеүҙе планлаштыралыр?..

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рәйлә Сабитова

Артыҡбикә

Повесть-монолог

Егерме йылдан артыҡ ваҡыт уҙҙы, Аллаға шөкөр, әсәй шап-шаҡтай. Ул минең ниндәй күңел ғазаптары кисергәнемде белмәй ҙә ҡалды. Ярай, белмәһен.  Уйланиһәң, мин уның кисергәндәре менән ҡыҙыҡһынғаным булдымы? Яраттымы ул берәй ҡасан? Ниңә тап атайҙы ире итеп һайлаған? Ниндәй хыялдар менән йәшәгән, тормошонан ҡәнәғәтме? Бер ни ҙә белмәйем. Беҙҙең бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙарса серләшкәнебеҙ булманы. Мин уны ҡырыҫлыҡта ғәйепләйем, ул – мине. Ҡайһы берҙә ҡылыҡтарын аңлайым кеүек, күпселектә – юҡ. Ул һалҡын мөнәсәбәте менән үҙенән биҙҙереп тора, ә мин һаман уға йылышам.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мансаф ҒИЛӘЖЕВ

Ҡәнзәфәр таштары

Роман                              

1775 йылдың 17 мартында Екатерина II-нең Пугачев болаһын «Мәңгегә оноторға һәм тәрән өндәшмәү һаҡларға» тигән манифесы иғлан ителде.

Ағиҙелдең һул яғына урынлашҡан, кем «Ашҡаҙар», кем «Эстәрле» пристане тип йөрөткән урында халыҡ ҡайнаша. Майҙан – баҙар түгел, сөнки бында тик ирҙәр генә, етмәһә бөтәһе лә ҡораллы. «Ҡорал» тигәндәре шул киҫтән, уҡ-һаҙаҡ, суҡмар, айбалта, һөңгө, ике йә  өс йәпле ағас һәнәк.  Яр буйындағы ағастарға, ҡағылған ҡаҙыҡтарға аттар бәйләнгән, тышауланғандары арыраҡ көҙгө елдәр киптерергә өлгөргән үләнде ялмап йөрөй.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зифа ҠАДИРОВА

Һағынырһың – мин булмам

Повесть

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

* * *

Булат менән Фәриҙәнең ғаилә тормошо бер яйға һалынған килеш дауам итте. Фәриҙә юҡ-барға йәнен борсоманы. Һәр иртә эшкә килгәс, кем иренә, кем ҡәйнәһенә зарланды, һәр кем үҙ ғаиләһендәге шатлыҡ-ҡайғы менән уртаҡлашты. Фәриҙә һис ҡасан ғаиләһе, үҙе тураһында һөйләмәне. Башҡаларҙы «эйе, шулай, дөрөҫ иткәнһең» тип йөпләгәндәй булды, ҡайһы бер нәмәне аңламағанға һалышты. Эстән генә: «Эй, йүләрҙәр, кемгә кәрәк һеҙҙең зарығыҙ, кемгә ҡыҙыҡ һеҙҙең иҫерек ирегеҙ, аҡылһыҙ балаларығыҙ, 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рәйлә Сабитова

Артыҡбикә

Повесть-монолог

 

Шулай итеп, мин йәнә мәркәздә,  йәғни Өфөлә. Юҡ, әлбиттә, ауылдан сыға белмәгән "ҡырағай" башҡорт бисәһе түгелмен  түгеллеккә. Элек тә  килгеләп торҙом баш ҡалаға, хатта бер-ике төн ҡунып ҡалырға ла насип итте. Әммә   әлеге килеүем ул саҡтағы ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән йөрөү ише түгел. Әлеге сәйәхәтте минең бында тәүге килеүем менән генә сағыштырырға мөмкин. Мәркәз үҙе бер ҡарағай джунгли һымаҡ ҡаршыланы мине. Ул саҡтағы мин – 16 йәшлек үҫмер ҡыҙыҡай... 

Артабан уҡырға


Март 2013

Зифа ҠАДИРОВА

Һағынырһың – мин булмам

Повесть

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

...Сөмбөл йәшеллеккә күмелеп ултырған Сәмәрҡәнд ҡалаһына килеп төштө. Халыҡ ташҡынына эйәреп, ҙур бинаға табан атланы. Ишектән инеүгә, кемдер уның еңенән тартты. Был кешенең ағаһы икәнен танып, Сөмбөл шатлығынан илап ебәрҙе.

– Ағай, килмәһәгеҙ, аҙашырмын тип бик ҡурҡҡайным, рәхмәт, ярай ҙа килгәнһегеҙ.

Ағаһы һеңлеһен ҡосаҡлап, маңлайынан үбеп алды.

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819