Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Иҙрис НОҒМАНОВ

Сыбай ҡашҡа

Повесть-ҡисса

Ҡайнар һулышы менән өтөп барған томра көн ахырында, ҡояш офоҡ ҡырына ауышып, көнбатыш тарафтары алһыу-һарғылт төҫкә мансыла башлаған саҡта көтөү ҡайта. Беҙ – ауыл малайҙары өсөн ошонан да яуаплыраҡ мәл бармы икән? Юҡтыр. Ни өсөн тигәндә, иртәнге көн сәйеңде һөтләп эсеүең дә, артабан өҫтәлеңдә май-ҡаймаҡтың булыу-булмауы ла тап ошо мәлдән тора. Көтөү ҡайтҡанда йоҡлап ҡалдыңмы, иртәгәһен телеңде яндыра-яндыра үҙе әрем ише әсе, үҙе ғәләмәт тәмһеҙ, йөрәккә ятмаҫ ҡара сәй һемереүең – ҡотолғоһоҙ хәл. Өҫтәүенә, иҫ киткес ләззәттән күҙҙәреңде йома төшөп, ҡалын ғына ҡаймаҡ яғылған хәләл икмәгеңде ашауҙан да мәхрүм ҡаласаҡһың. Аңы бар кешегә, үҙ бурысыңды еренә еткереп үтәмәгәнлектән, ашаған икмәгең дә хәрәм тойола башлай.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ғәлим ХИСАМОВ

ӨН ҺӘМ ҺАН

Роман-фараз

Йән һәм тән

Сәсән арыны. Һуңғы ун көндән күберәк инде туҡтауһыҙ тиерлек яҙҙы. Әлдә ижад йорто бар. Рәхмәт Яҙыусылар берлегенә, уның рәйесе Тойғонға. Йүгереп йөрөп, бер түрәнең тупһаһын ашатлап, икенсеһенең ишеген шарт асып, барыбер ижад йорто һалдырыуға өлгәштеләр. Шунда китте лә Сәсән үҙен уратҡан мөхит менән бәйләнеште өҙҙө. Ашханаға барып тамағын туйҙыра ла бүлмәгә инеп бикләнә. Унда яҙышҡан кеше өсөн бар нәмә лә бар. Ҙур өҫтәл, яҡшы шәм, йыуынырға душ – бәҙрәф һәм тыныслыҡ. Берәү ҙә килеп һинең бикле ишегеңде ҡаҡмай. Тәҙрәңдән муйыл ғына күренә. Ҡалған тормош яҙыусының үҙ алдында. Сәсән уйланып ята ла ырғып тороп яҙырға тотона. Шунан йәнә ята. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әлфис ҒАЯЗОВ

Сәсрәтке хәсрәте

«Ни хәл, туған! Нисә йылдар

Осрашҡан юҡ, һине күргән юҡ.

«Эш!» тип сабабыҙ ҙа, бер-береңде

Һорашҡан юҡ, хатта белгән юҡ...»

 

Миңнулла дуҫ?!.

Нисек эҙләп тапҡан?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Талха ҒИНИӘТУЛЛИН

Колчак алтыны

Повесть

Ҡырҡҡа етеп килһә лә, Азамат  өйләнмәгәйне әле. Ул йылдарҙа ҡыҙ кеше тормошҡа сыға алмай ултырып ҡалһа – һуғыш егеттәрҙе ҡырып бөткәйне, ә «һуғыш балалары» өсөн ундайҙар «әбей» фиғелендә ине – уға аңлап  һәм йәлләп ҡаранылар. Әгәр егет утыҙҙан уҙһа, аҡһаҡ-туҡһаҡ йәки зәғиф булмаһа, арҡаһында бөкөрөһө лә юҡ икән (һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡыҙҙар ундайҙарға сығырға ла риза ине), етмәһә,  ауылда кейәүгә барырлыҡ ҡыҙҙар  көтөүе менән – был инде сәйерлек һанала. Эйе, яңғыҙ ҡатындар тарафынан иркәләнгән, ғаилә ҡамытын  кейергә ашыҡмаған йөрөмтәлдәр ҙә бар, тик был юл Азамат өсөн түгел.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ғәлим ХИСАМОВ

ӨН ҺӘМ ҺАН

Роман-фараз

Бағыу – тәрбиәләү

Йылғыр ғына малай ҡомлоҡта уйнай. Бер ир рәшәткәгә килеп терәлде лә быны күҙәтергә тотондо. Аҙыраҡ торғас, һорайһы итте:

– Һин нимә эшләйһең?

Малай башын күтәреп ҡараны, ҡом һоҫоп алған бәләкәй көрәк тотҡан ҡулы туҡтап ҡалды.

– Уралтау яһайым.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Камил ФАЗЛЫЙ

Ел осорған ауыл

Сатирик повесть

1

Франгиза Сәғитовна – математика уҡытыусыһы. Вуз тамамлап килеп, Тәпәләп ауылына  урта мәктәпкә эшкә урынлашыуына ла ике тиҫтә йыллап ваҡыт уҙған. Эшен еренә еткереп башҡара ул. Уҫаллығы ла бар. Ғәҙеллекте ярата. «Дөрөҫлөк һинең яғыңда булһа, ҡырҡ мең кеше ҡаршы торһа ла, ҡурҡма», – тигән ныҡлы ҡараштан сығып эш итә. Хәҡиҡәт өсөн судлашырға ла күп һорамай, тегендәй-бындай түрәләр алдында ла  баш эйеп йөрөй торған заттан түгел. Шуға күрә үҙен ауыл халҡы ла, коллегалары ла, уҡыусылар ҙа хөрмәт итә. Ләкин хөрмәттең дә төрлө сорттары бар: ысын йөрәктән хөрмәт, яһалма хөрмәт, дуҫтарса хөрмәт, ҡурҡыу  ҡатыш  хөрмәт...  

Артабан уҡырға


Июль 2013

Ишғәли Нурғәлиев

Ҡарабаш турғай

Яҙмышнамә

 

1939 йылдың 10 декабрендә Ишембай районының (элекке Маҡар районы) Әптек ауылында тыуғанмын. Ауырлыҡтарға бирешмәй, 1946 йылда – үҙебеҙҙәге башланғыс, 1950 йылда – Сәлих ете йыллыҡ, 1956 йылда Этҡол урта мәктәбен тамамланым. Бик йәшләй колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булдым, армия сафында ла йәмәғәт йөгө  тарттым.

1961 йылдан 1969 йылға тиклем Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводында аппаратсынан башлап өлкән инженер баҫҡысына күтәрелдем. 

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819