Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Нияз АЛСЫНБАЕВ

ХАЗИНА

(мажаралы повесть)

 

                                Тарихи белешмә

1814 йылда Урал войскоһы казактары Сәҙе, Оло һәм Кесе Үҙән буйындағы башҡорт ауылдарына һөжүм итеп, уларҙың халҡын ҡыуып ебәрә. Был енәйәт ир-аттың француз яуынан ҡайтып етмәүенән файҙаланып ҡылына. Төрлө ырыуҙарға ҡараған ҡасаҡтар ҙур ыҙалыҡ менән Кәмәлек, Ырғыҙ буйы ауылдарына барып төпләнә. Шулай итеп, башҡорт иленең иң көньяҡ-көнбайыш ҡырыйында йәшәгән аҫабалар көнбайыш Ҡаҙағстандағы һәм хәҙерге Һарытау,

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сабит ФАЗЛЫЕВ

Ҡара этап

Роман-хроника

Фәтихә

Крапивинола совет ултырышы оҙаҡҡа һуҙылды. Көн тәртибендәге һуңғы мәсьәләне майор Зотов түҙемһеҙлек менән көтөп ултырҙы.

– Иптәштәр, был мәсьәлә һәр ултырышта иң тәүҙә тикшерелергә тейеш тә бит... – тип башланы сығышын НКВД-ның Крапивино бүлексәһе начальнигы Зотов. – Белеүегеҙсә, Совет илендә һаман халыҡ дошмандары баш күтәреп маташа, заговорҙар асыла, шпиондар тотола. Улар һаман аңламай:

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сабит ФАЗЛЫЕВ

Ҡара этап

Роман-хроника

Каторга

Комлево ауылының аҙаҡҡы әтәстәре ҡысҡырып бөтөүгә, ауыл ситендәге яртылаш ергә күмелеп эшләнгән землянкалар өҫтөндә ҡәтғи бойороҡ яңғыраны:

– Тороғоҙ! Эшкә!

Әйтерһең дә, йоҡламағандар, ошо бойороҡто ғына көтөп ятҡандар, шул арала землянкаларҙан сығып, өйөлөп тә торҙолар. Кемдең ҡулында – бысҡы, кемдекендә – балта, туҙып

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сабит ФАЗЛЫЕВ

Ҡара этап

Роман-хроника

ӘҺЛЕТДИН

...Ул дала буйлап ҡасып бара. Арыны. Нимәгәлер эләгеп йығылып китте, шулай ҙа ҡул бармаҡтарын ергә батырып, күтәрелергә көс тапты. Аяҡтарын саҡ ҡуҙғатып, тағы ла ары йүгермәк булып бөтә көсөнә алға ынтылды. Ләкин аяҡтары тыңламай, әйтерһең, таш аҫып ҡуйғандар. Ҡысҡырырға маташты – тауышы сыҡмай. Артына әйләнеп ҡараны. Яңы ғына бүреләр икәү ине, хәҙер инде дүртәүгә әйләнгәндәр. Ҡорбанының хәле бөткәнен һиҙеп, ҡабаланмай ғына йүгерәләр. Тырыша торғас, тағы ҡуҙғалып китте ул. Анау ярға ғына етһен, унда йылға, бөтә өмөт һыуҙа. Бүреләр уны һыуҙа ботарлай алмаҫ. Инде ярға еттем, тигәндә тағы йығылып китте. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА

Аяҡһыҙ ҡартҡа аҡ эшләпә

Хикәйә

 

Йылға быуылған урынға күпер һуғылған. Бәлки, киреһенсәлер: күпергә терәп быуа быуғандарҙыр, йылға ниндәй замандарҙан бирле аға, күпер ҙә шул саҡта уҡ булғандыр – теге ярға нисектер йөрөгәндәрҙер бит. Оноттоңмо әллә, күперҙе кире сығып, һулға боролоп, аҙ ғына атлаһаң, ҡуйы шыршылыҡта – ҡәберлек, шуға оло кешеләр, бик ҡартайһалар: «Аръяҡҡа китергә ваҡыт етте-е», – тиҙәр.

Яңылышаһың, дөрөҫөрәге, шулай тип әйтә торғайнылар, сөнки улай тип әйткән әҙәмдәр барыһы ла аръяҡҡа күсеп бөттө инде, ә хәҙер кешеләр был һүҙҙәрҙе әйтеп уфтана торған йәшкә инеп өлгөрмәй.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА

Ҡойон

Тарихи-документаль повесть

 

– Тор, Ҡәйүм, тор!

Ҡәйүм бойороусан тауышҡа ғәжәпләнеп килеп уянды. Башына эҫе ҡапҡанмылыр, ни аралалыр Ташөй һалҡынлығында ойоп та бара.

– Туҡта, кем уятты икән? Ғәлләм ағайымдың тауышына оҡшамаған. Муйылүҙәк яғына еләккә киткәйне лә, әллә кире боролоп, мине ул уятамы икән?

– Ағай, һинме? Йә, еләгеңде тәмләйем дә көтөүҙе ҡарар кәрәк.

 

Артабан уҡырға


Октябрь 2013

Әмир Әминев

Һуңлаған бүләк

Повесть 

Рәссам ағайым Рәшит Зәйнетдиновҡа                           

Ҡасан башланды һуң әле барыһы ла? Шул йылда, шул йәштә, тип һис  теүәл генә әйтә алмай. Сөнки Рәссам үҙен белгәне бирле һүрәт төшөрә. Бәлки, ул атай ҡаны менән кергәндер: атаһы ҡамыт, ыңғырсаҡ, арба, сана эшләгән, ҡалтағай, тәгәрмәс, дуға бөккән. Өйҙө лә бит шыңғырҙап торған  ҡарағайҙан һалған, һарайҙары, келәттәре ныҡлы ине, тимәк, матурлыҡты тойған, күрә, аңлай белгән, көнкүрештә лә шуға ынтылған. Ә былай оҙон көндәр буйы тәҙрәнән тышҡа ҡарап торғанын  яҡшы иҫләй Рәссам. Бигерәк тә  иртә яҙлы, һуң көҙлө, сатнама һыуыҡ, әсе бурандар мәлендә... Үҙенә  күрә күҙәтеү пункты ине бит тәҙрәләр уның өсөн. 

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819