Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Сәүиә БИКМӨХӘМӘТОВА

Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгендә…

Хикәйә-хәтирә

Ни сыҡһа, шул ҡустыһы Ғаффарҙан сыға. Үҙе әйтмешләй, ҡырҡын тултырһа, аҡылға ултырыр ине лә, әле һаман утыҙ менән ҡырҡ араһында бутала. Әллә ғаиләлә иң төпсөк булғанға, әллә ата-әсәһенең, өс апаһының, ағаһының, уларға өҫтәп, ике өләсәһенең әпес-төпөс итеп иркәләп үҫтереүҙәренән, хәҙер инде ике балаға атай булһа ла, гел ерле юҡҡа шаяртып, үҙенең кәмиттәренә үҙе һаһылдап көлөп тик йөрөй.

Бына әле лә бөтөн табынды үҙенә ҡаратып, ҡунаҡтарҙың бында ни сәбәпле йыйылғандарын да оноттороп, бер ерлекһеҙ темаға бәхәс ойошторҙо ла ебәрҙе. Йә, шул да булдымы һүҙ:

Артабан уҡырға


Январь 1970

Линиза ШАКИРОВА

ТӨН ҺЫЛЫУЫ

Новелла

Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай, тик

Тәүге мөхәббәтен үҙенең.

Р. Ғарипов.

– Көнһылыу түгел, һин – Төнһылыу! Төн һылыуы! Һин – Төнһылыу...

Гүйә, төпһөҙ күктә ҡыҙыу ҡуҙҙай баҙлаған йондоҙҙар араһынан яғымлы тауыш ишетелә. Аһ, дөм-ҡараңғыла урап килеп ҡолағын иркәләй, тағы юғала...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Борис Хәйретдинов

Ете лә генә ырыу, береһе – Бөрйән

“Ете лә генә ырыу, береһе – Бөрйән” тигән күләмле әҫәренең жанрын автор “әҙәби-тарихи китап” тип атай. Китап халҡыбыҙҙың азатлыҡ көрәше хаҡында, башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтселегенә ҡушылғандан алып 1812 йылғы Ватан һуғышына тиклемге тарихи ваҡиғаларҙы, өс быуат самаһы дәүерҙе үҙ эсенә ала. Ҡайһы бер бүлектәренең исемдәрен генә һанап үтеү ҙә әҙәби-тарихи яҙманың яҡынса йөкмәткеһен самаларға мөмкинлек бирер, тип уйлайбыҙ. Бына улар:

 “Ҡаҙан ханлығы. Нуғай урҙаһы һәләкәт юлында”;

 “Бөрйән ырыуы башы Иҫкебей”;

 “Ҡаҙан аша Мәскәүгә”;

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сабит ФАЗЛЫЕВ

Ҡара этап

Роман-хроника

Черный этап

Ольга ҡыҙара, бүртенә, маңлайына төшкән һары сәстәрен һәләт кенә өрөп туҙҙыра ла Тоняға ҡарап мыҫҡыллы йылмая.

– Ғүмер буйы кәмә ағыҙғанмы ни?

Тоня ишетмәй, алан-йолан ҡаранып, тағы ҡысҡырына:

– Әсәй, әсәкәйем, түңкәреләбеҙ! – Бара биргәс Ольга түҙмәне, ҡолғаны быраҡтырып кәмә уртаһына атланы.  – Бар, үҙеңсә ҡылан, эшем эйәһе!

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ

Ҡыҫҡа хикәйәләр, мәҙәктәр

«Зәхмәт»

Беҙҙең ауыл егеттәре үҙҙәренән оло йәштәге ситтән төшкән килендәрҙе яҡын күреп, еңгә ти ҙә ҡуя. Илле йәшен ҡыуған Сәлисә еңгәбеҙгә бер буйҙаҡ йортҡа керҙе. Кем ул, ҡайҙан килгән кейәү, белгән кеше юҡ. Исеме лә ҡыҙыҡ – Хәмзәт. Күп тә тормай уға «Зәхмәт» тигән ҡушамат таҡтылар. Дөрөҫөрәге, хәрефтәрҙең урындарын алмаштырып әйттеләр. Хәмзәт ни, Зәхмәт ни? Мәғәнәләре бер үк – яндырғыс, көйҙөргөс.

– Эй, Хоҙайым, ауыртмаған башҡа тимер таяҡ был әтәмбәй. Ғазап сигеүҙәрем, яфа күреүҙәрем бөтмәҫтер, мәңге бөтмәҫтер, – тип үрһәләнде Сәлисә еңгә. Эстән янды, ләкин кешегә белдерергә тырышманы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сабит ФАЗЛЫЕВ

Ҡара этап

Роман-хроника

Ҡолсом

«От Советского Информбюро. Сегодня  наши войска освободили города Орел и Белгород. Войска противника понесли огромные потери. 17 – 19 июля  войска вермахта перешли к обороне, а затем начали отступать... »

Клуб эргәһендәге репродуктор-эшләпә элеүле бағана янына байтаҡ кеше йыйылған. Ҡырҙа ҡыҙыу бесән мәле булһа ла, яңылыҡтарҙы тыңларға ауылда ҡарт-ҡоро, бала-саға етерлек. Дикторҙың һөйләп бөтөүен ҡул сабыу менән тамамлап ҡуйҙылар, унда-бында «Ура!» яңғыраны, кешеләрҙең йөҙөндә йәнләнеү сағылды. Бисә-сәсә, таяҡҡа таянған бабайҙар геүләшеп  алды.

Артабан уҡырға


Март 2014

Шәүрә ШӘКҮРОВА

АЛЫҪТАН ЙЫЛЫТЫР ШӘМ

Хикәйә

Сәйҙә бер үҙе ҡалды. Ата-әсәләре бер-бер артлы был донъянан китеп барҙы. Төтөн кеүек иреп юғалдылар. Был хәл ул китапхана техникумында уҡыуын тамамлап килгәндә булды. Һәм шатлыҡһыҙ һоро көндәр һуҙылып китте. Район китапханаһында буш һәм тып-тын ине, әйтерһең, уҡыусылар бында юлды бөтөнләй онотҡан. Элекке китап уҡырға яратыуы ла ылыҡтырманы Сәйҙәне. Ул өҫтәл артына ултырып ала ла, диуарға ҡарай. Өйҙә уны хәҙер берәү ҙә көтмәй. Әсәһе яратҡан бәлештәрен бешермәй, атаһы тәмәке төтөнөн борҡотмай. Бары тик иҫке сәғәт кенә тормош барыбер ҙә дауам итеүен иҫкә төшөрөп, тыҡылдай. Ошо рәүешле көн артынан көндәр, ә улар артынса – айҙар, йылдар үтә. 

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819