Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Сабир Шәрипов

Кешелеклелек тәрбиәләү – әҙәбиәттең изге бурысы

Донъяның күренекле әҙәбиәт белгестәре Лев Толстойҙың талантын «кеше тәрбиәләүсе» тип нарыҡлай.  Был  тапҡыр ҙа, ғәҙел дә билдәләмәне  тотош әҙәбиәттең  асылына ла ҡайтарып ҡалдырырға  мөмкин. Ысынлап та, нәфис әҙәбиәт кешелә кешелек сифаттары – саф күңел, изге рухиәт, илһөйәрлек, ерһөйәрлек, телһөйәрлек кеүек ғәзиз, бер ниндәй ҙә матди үлсәм менән баһаланмай торған тәбиғи һыҙаттар, йәғни холоҡ-фиғел тәрбиәләү сараһы ул. Шуға күрә лә йәмғиәттең төрлө ҡоролоштарында

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миләүшә Ҡаһарманова

Сәләм

Хикәйә

Уф, ошо ятаҡта йәшәү! Кемдәрҙең генә башынан үтмәгән дә, кемдәрҙең генә үҙәген телмәгән икән. Инде үҙ өйҙәрендә йәки фатирҙарында ирәйеп көн күргәндәр генә «Шул ятаҡта гөрләшеп йәшәгән күңелле саҡтар» тип һөйләгән булалар ул. Ә ошондай саҡтарында бер ҙә күңелле булмағандыр әле. Тар бүлмәлә бәләкәй балалар менән ҡыҫталышып, дөйөм теүәлит, дөйөм кухняла сират көтөүҙәр. Унан ҡалһа кистәрен саҡ ҡына һуңлағанда ул ятағының бикләнә һалып барыуы, ураған һайын коменданттың мыжыуҙарын өнһөҙ тыңлау, шау-шыуы, тынсыулығы, тараҡандары...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәлифә Кашапова

Сигелгән ҡулъяулыҡ

Хикәйә

Иҫеңдәме, миңә иҫтәлеккә

Бүләк иткән инең ҡулъяулыҡ.

Пар күгәрсен сигеп төшөрһәң дә,

Беҙ барыбер бергә булманыҡ.

Автомагнитоланан ағылған һағышлы йыр ҡапыл туҡтаны...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА

ӘХИРӘТТӘР

Хикәйә

Маһира ҡарсыҡ, нимәнелер иҫенә төшөрөргә теләгәндәй, тау яғына, алыҫ тарафҡа оҙаҡ итеп ҡарап торғас, ҡулындағы таяғына нығыраҡ таянып, йорт алдындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Оҙаҡламай автобус килергә тейеш. Моғайын, Мансуры ошоһонан да ҡалмаҫ.

Әсә кеше өмөтлө күҙҙәрен ауыл осондағы туҡталыш яғына төбәне. Шул саҡ күрше йорттан Йомабикә әбейҙең сығып килгәне күренде:

Артабан уҡырға


Январь 1970

Тәскирә ДАЯНОВА

Ҡара донъя, аҡ донъя

Бер мөхәббәт ҡиссаһы

Август төндәрен йылдың башҡа төндәре менән һис тә сағыштырып булмай. Күкте күп йылдар күҙәтеп шундай фекергә килгәнмен. Башҡа айҙарҙа йондоҙҙар шул тиклем дә баҙламай, шул тиклем дә атылмай, бары бал ҡорто күсе һымаҡ ҡайнаша төҫлө. Алыҫта янған күк есемдәренән күҙемде һис айырып алып булмай. Уларҙан минең ҡараңғы донъяма яҡтылыҡ, арыҡлап бөткән тәнемә көс-ҡеүәт ағылған кеүек. Үҙемә генә билдәле булған йыуан тал төбөндә, Әй ярында ултырам. Ошо тал, төпһөҙ ғаләм – минең серҙәштәрем, үҙенә тартып торған төйәгем. Дөрөҫөн әйткәндә, шуларҙан башҡа дуҫым да, күңел асҡысым да юҡ. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Байгилде Моталлап

Күгәүен

повесть-детектив

Ваҡиғалар 1995 йылда башланып

2010 йылда тамамлана.

I

Күгәүен ҡуныу өсөн көслө, шап-шаҡтай йылҡы малы эҙләне. Ҡаны ҡуйы, тиреһе аҫтындағы ҡаҙылығы ҡалын булһын. Уның үҙен бигерәк йонсоу алаша йөрөттө, тыумай ҡалыуы ла ихтимал ине хатта. Хәле бөтөп йығылған аттың тиреһен йырып-йыртҡыслап яҡты донъяға саҡ сығып өлгөрҙө. «Әлдә етлеккәйне. Хәле етте. Алаша бер-ике көнгә иртәрәк ҡолаһа, ул ат тиреһе аҫтында тонсоғор ине.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Урал Мостафин

БУРҘАР

Хикәйә

Элекке колхоздың ҡаҙанлығын күрше малайҙар Нур менән Алик йәйгеһен үк штабтарына әйләндереп алырға күҙҙәре ҡыҙып йөрөй ине. Һин дә мин һәйбәт кенә эшләп, конторҙы, мәктәпте, магазинды, гараждарҙы йылытып, уларға «йән» өрөп торған ҡаҙанлыҡ елдәре «үҙгәртеп ҡороу» касафатын күтәрә алманы. Әллә аяуһыҙ замана елдәре, әллә түрә-ғара уға һүнергә мәжбүр итте. Һуңғыһы дөрөҫөрәктер, сөнки көҙгө әсе елдәрҙә, ҡышҡы һалҡын бурандарҙа, яҙғы епшек көндәрҙә күпме кеше уның йылыһын тойоп,  уңайлыҡҡа, рәхәтлеккә өйрәнеп бөткәйне, уның кәрәклеге эш кешеһенә, бәхәсһеҙ, билдәле. Таш-тимерҙән ҡоролған булһа ла, әллә нисәмә кеше һыйынырлыҡ йылы биналарҙың «йөрәге» бит ул, ә һәйбәт кенә эшләп торған йөрәк үҙен үҙе юҡ итәме һуң?

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819