Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Ҡотдос ЛАТИПОВ

Йәшлегем һауаларҙа йәшнәне...

ХӘТИРӘЛӘР

Тыл михнәттәренең башланыуымы был?

Шулай итеп, беҙ тылда. Ниндәй ул? Урал ере беҙҙе нисек ҡаршы алыр? Яҙмыш беҙгә кемдәрҙе дуҫ һәм иптәш итеп ебәрер? Командирҙар ниндәй булыр? Һиҙгер атайҙар кеүекме, әллә битараф үгәй һымаҡмы? Ҡайҙа йәшәрбеҙ, нисек ашатырҙар… Беҙҙе ошо һорауҙар борсой ине. Ә иң борсоғаны – яңы ҡорос ҡанаттарға атланып, тиҙерәк фронтҡа әйләнеп ҡайтыу өмөтө аҡланырмы?

Һүҙҙе ошо төп һорауҙы билдәләгән хәлдән башлайыҡ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Талха Ғиниәтуллин

Могикан

Хикәйә

Онотолоп ятыуҙан һиҫкәнеп, һаҡ күҙҙәрен асҡан Зәйнулла ҡарт үҙенең ҡайҙалығын аңламай бер булды. Әле күптән түгел таң һайын ҡарттарса ярым һуҡыр күҙҙәре менән томан араһынан тигәндәй һәр ярығы, һәр тигеҙһеҙлеге күптән таныш түбә таҡтаһын күрә, ҡарсығының шым аяҡ тауыштарын ишетә ине. Ҡарсығы һыйыр һауырға, уны көтөүгә ҡыуырға харап иртәсел. Бит-йөҙөн һалҡын һыу менән йыуа – Алла һаҡлаһын, ире уны йоҡоло, йөҙ сырыштарын күрә ҡалмаһын! Һуңынан, һыйырҙарына бесән әҙерләргә хәлдәре етмәй башлағас, малдарын бөтөрҙөләр, тауыҡтары ғына ҡалды.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Риф Мифтахов

Ҡарттарға ҡайҙа ла ҡәҙер

Хикәйә

Аҡыл-зиһене, уй-хыялы менән әҙ генә Маринаһынан арына алһа, Рахманғол ҡарт көрсөккә килеп терәлгән, бына-бына өҙөләсәк үҙ ғүмере тураһында уй­ла­на. Инде лә оҙаҡҡа һуҙылмауын, олоғайыу ғәләмәте аяҡтан бөтөнләй йығып һал­маҫ элек әжәлдең тиҙерәк килеп алыуын теләй. Тәне лә, йәне лә, рухы ла һуң­ғы юлға күптән әҙер. Ул бары бер нәмәнән ҡурҡа: уны ерләргә тип, фатирҙан-фа­тирға йөрөп, Олег менән Катерина берүк кенә хәйер йыйып ҡуймаһындар.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәйҙәр Тапаҡов

Эҙҙәреңә генә баҫып…

Хикәйә

I

Сәнғәт колледжының йомғаҡлау концертына саҡырҙылар. Шунда эшләгән уҡытыусылар, студенттар көсө менән әҙерләнгән мәҙәни сара күркәм ойошторолғайны. Концертҡа йәм, үҙенсәлек өҫтәп фойеға ҡала рәссамдарының, урындағы фотографтарҙың картина, фотокүргәҙмәһе лә ҡуйылған. Ике йөҙ тамашасы һыйҙырышлы зал шығырым тулы, беҙҙең, почетлы ҡунаҡтарҙың, урыны икенсе рәттә. Кисәне алып барыусы егет сираттағы сығыш яһаусыны иғлан итте: «Людвиг ван Бетховен, «Айлы соната». Колледж уҡытыусыһы Миңһылыу Таһирова башҡара».

Артабан уҡырға


Январь 1970

Спартак Ильясов

БИҒЫЛЫЙ

Роман-хәтирә

Ҡарурман әсирлегендә

Фоманың ауылдаштары мылтыҡ эҙләп йөрөй торғас, аҙна уҙа. Ҡайҙандыр бик иҫке, әммә атырға яраҡлы һыңар көбәк табып килтерәләр. Балта, тимер һәнәктәр, бысаҡтар менән ҡоралланып, әлеге мылтыҡты алып, биш ир дүрт атта Фоманың кәбәненә китә. Шаулашып һөйләшеп барғандар, күрәһең, былар кәбәнгә етмәҫ борон уҡ, айыу сыға ла ике тәпәйенә текә баҫып үкереп ебәрә. Аттар ҡалтыранышып шунда уҡ тып туҡтай. Ике эт була. Шулар шаулашып өрөп айыуға табан саба. Айыу ҡысҡырышҡан кешеләрҙе, эттәрҙе күреп, яй ғына тау-урмандар яғына китә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Марат Кәримов

ҠУЙЫН ДӘФТӘРЕ – ИЖАД ХӘСТӘРЕ

Ассорти

“Халыҡ” һүҙенә рифмалар: “балыҡ”, “һарыҡ”. Өндәшмәҫ балыҡ менән ҡайҙа ҡыуалар, шунда барған, “мә-ә!” тип бар байлығын биреп торған һарыҡ һымаҡ булмаһын икән халыҡ. Уға тиңдәш икенсе рифмалар ҙа бар: “хаҡлыҡ”, “аҡлыҡ”. Халыҡты тап шундай итеп күрәһе килә.

*** 

Ил хужаһы эт булғанда кешеләр эт көнөнә ҡала.

***

Кеше ғүмере үҙе бер китап. Берәүҙәр уны кешеләргә яҙып ҡалдыра, икенселәр үҙе менән ҡәбергә алып китә. Ҡәберҙәрҙә яҙылмай ҡалған күпме китап ята! Ергә файҙаһыҙға күмелгән күпме хазина!

Артабан уҡырға


Январь 2015

Спартак Ильясов

БИҒЫЛЫЙ

Роман-хәтирә

Тәүләп ишетеүем...

Ауыл хужалығы эше төрлө металдан төрлө ҙурлыҡта эшләнгән сылбыр ҡуласаһы кеүек. Бына шул төрлө ҡуласанан эшләнеп, бер-береһе менән тоташтырылған сылбыр уның йыллыҡ тормошон тәшкил итә лә инде. Яҙғы иң мөһим эш – сәсеүҙе ойоштороу, әлбиттә, ҡыш башлана. Техниканы төҙәтеү, орлоҡ әҙерләү, ҡыш буйы һарайҙарҙа тороп талсыҡҡан мал-тыуарҙы  йәйге көтөүлектәргә күсереү. Алдағы ҡышҡа мал аҙығы әҙерләү, һарай-ҡураларҙы таҙартып ипләү, көҙгө ураҡ...

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819