Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Бибинәғимә ХАЖИЕВА

Селтербей бүләге

хикәйә 

Таҡташ әйтмешләй, «үткәндәргә ҡайтыр юлдар юҡ». Әммә уйҙар, йүгерек уйҙар ҡайта, мин дә бынан 30 йыл элек үткән һуҡмаҡтарҙан атлап барам, бик тә ҡайтып урағым килгән һуҡмаҡтарҙан.

Маҡарға тыуасаҡ баламдың атаһы менән 1941 йылдың 19 июнендә Белорет районы Сәрмән ауылынан күсеп ҡайттыҡ. Зиннәтулла уҡытыусы һәм бик һәйбәт йырсы ине. Ул йылды Мәскәүҙә конкурс булырға тейеш ине, шул конкурсҡа әҙерлек курсына иптәшем дә эләккәйне.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Дилә БУЛГАКОВА

Сәрбиназдың күңел ораны

Хикәйә 

Ярҙарына һыймай ҡайнап аҡҡан боҙҙарға ҡарашын төбәгән Сәрбиназ өнһөҙ тороуын дауам итте. Шунан ҡапыл ҡулдарын күтәрҙе, ярға табан аҙым яһаны. Шул мәлдә күкрәге аҫтындағы сабыйы, «әсәйем, үлтермә, минең йәшәгем килә», тигәндәй, тәүге тапҡыр тыпырсынып, тибешеп алды. Шунда ғына Сәрбиназ айнып киткәндәй булды, үҙ ниәтенән үҙе һиҫкәнде. Ә йылғала бер ҙур боҙ киҫәге ярға бәрелеп, ыңғыраша-ыңғыраша урталайға ярылды ла, ярһыған януарҙай бәргеләнә-бәргеләнә, бер-береһен этешкән ваҡ боҙҙар эсенә инеп буталды.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА

Иҫке күпер

Хикәйә

Тотош бер төҫтән генә аҡҡан һил тормошоноң ҡапылғара икенсе юҫыҡҡа боролоп китеүенә үҙ ҡыҙы сәбәпсе булыр, тип бер ятып төшөнә лә инмәгәйне Сәйәр ағайҙың. Ғәҙәтенсә, кәртә-ҡурала ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән булышып йөрөгәнендә ҡапҡанан шаулап Гөлдәриә килеп инде. Инә килә хәбәрен һөйләй генә ҡыҙы. Атаһы балта һабы сабып торған түбәлек аҫтына килеп еткәнсе, ярты хәбәрен һөйләп тә бөткәйне.

– Мәктәптең йөҙ йыллығын үткәрергә йыйынабыҙ. Материал аҙ. Бер нәмә лә йыйылып-тегелеп бармаған. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ

«Тиңләштерелгән»

Хикәйә

Фашист ҡоллоғонан имен-һау ҡотолғандан һуң, НКВД тырнағына эләгеп, совет лагерҙарында ҡабаттан ғазап сиккән меңәрләгән ватандаштарыбыҙҙың яҡты иҫтәлектәренә бағышлайым.

«...Мин – Буранбай,

Табаҡ-табаҡ хатым

Барып еткән инде барығыҙға.

Тик быныһын берүк һеңдерегеҙ

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА

Китәләр бит...

ХИКӘЙӘ-монолог

Ҡырҡыма етеп ҡырҡылам

Үтте барыһы ла!

Хуш!

 Г. Ҡотоева.

– Эй, балаҡайым, мин күргәнде... Әсәйҙән – ете, атайҙан ун ике йәштә ҡалдым. Рәхмәт, туған-тыумасалар ташламаны. Улар булышмаһа ни эшләр инек? Аға-эне арҡаһында бирешмәнек, абызый менән көн иттек.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлбаныу Ырыҫбаева

ИКЕ ӘХИРӘТ

ХИКӘЙӘ

Был яҡта Мәхмүзә әбейҙең күптән булғаны юҡ ине. Баҙарҙан тура аҫҡы урамға төштө лә, ҡыҙыл ҡыйыҡлы өйгә табан атланы. Ошо өйҙө аңлатты, буғай,  ауылдаштары – Ҡарамалылар. Баймаҡҡа ингәс тә, заправканы үткәс, оло юлдың ҡырҡа боролошо аҫтында ғына Зәлифәнең өйө, тигәйнеләр. Быны белешеүенә инде әллә күпме ваҡыт үтте. Ана бит, таҡта менән көпләнгән өйҙөң буяуының төҫө ямғырға уңып бөткән. Мәхмүзә, бейек йәшел ҡапҡаларҙы күреп, ҡапыл ҡаушап та ҡуйҙы, тик бала саҡтан бергә уйнап үҫкән Зәлифәнең 

Артабан уҡырға


Май 2015

Ҡотдос ЛАТИПОВ

Йәшлегем һауаларҙа йәшнәне...

ХӘТИРӘЛӘР

Осоштар...

Үкерә… Әммә уны триммер ярҙамында офоҡ һыҙығында һәм һайланған йүнәлешкә ҡаратып тотам. Тиҙлек артҡандан-арта. Ә морон ниңәлер йүнәлештән һулға ҡарай тартыла. Уң педалгә баҫам – кире үҙ урынына ҡайта. Педалде ебәреп, саҡ ҡына һулаҡайына баҫам. Самолет торған һайын шәберәк «йүгерә». Бына һелкенә лә башланы. Ерҙән айырырға ваҡыт. Ручканы һәлмәк кенә үҙемә ҡарай тартам… Булды! Инде һауа буйлап йөҙәбеҙ. 

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819