Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Илдар Исламов

Быҙау

хикәйә

I

Нурияның йоҡоһо йоҡо булманы бөгөн, төнө буйы һаташып сыҡты. Төштәренә әллә ниндәй олпат-олпат тауҙар инде. Үҙе шул сит-ят ҡыраҡаларға бер күтәрелеп, бер төшөп текә-текә үрҙәрҙе яуланы. Һуңынан, кәбәнгә оҡшаш  ҡаяташҡа менеп, түбәнгә төшә алмай ары һуғылып, бире һуғылып тик йөрөнө. Һалҡын таштар ҡоршауында үҙен шул тиклем яңғыҙаҡ, яҡлауһыҙ тойҙо. Бәҫһеҙләнеп, бар өмөтөн юғалтып, сусаҡ ситенә ултырғас ҡына түбәндә йөрөгән кешеләрҙе шәйләләп ҡыуанды. Ләкин нәҫелдәштәре ярҙам һорап, ҡысҡырыуын да, сағыу яулығын болғап саҡырыуын да ишетмәне лә, күрмәне.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Урал МОСТАФИН

АЙҘАН ҠЫЙЫЛҒАН ЮЛ

Фәлсәфи яҙмышнамә

Борон-борон...

Борон-борон заманда йәшәгән, ти…

Әй, ҡуйсәле!.. Боронғоларҙы уйлау түгел, бөгөнгөләргә өлгөрөп булмай әле!..

Эйе, был яҙғандарым берәй ваҡыт китапҡа баҫылып сыҡhа, ул китапты ҡулына алған заман кешеhе, моғайын, шулай тип уйлар, сөнки, ысынлап та, бөгөнгө көн ғәмдәре, бөгөнгө тормош мәшәҡәттәре күберәк хәүефләндерә, борсой әҙәм балаhын.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Барый НОҒОМАНОВ

Һыу баҫҡан ауыл

Хикәйә

Аҙна-ун көн йонсоу көндәр торҙо. Инде оҙаҡламаҫ, ҡар ҙа яуып ебәрер, тип көткәндә, сыуаҡ уйнап, ергә йылы нурҙар һибелде. Шул арала тирә-яҡ йәнләнеп, матурланды ла китте.

Иген баҫыуҙарында һуңғы һалам эҫкерттәрен тарттырып, бер тирәгә, бынан ун биш саҡрымдан алыҫлыҡҡа алып барып өйгән саҡ ине. Башҡа йыл булһа, был эҫкерттәр ошонда – баҫыуҙа ҡалыр ине, быйыл улай итергә ярамай. Баҫыуға һуңғы тапҡыр килеүҙәре кешеләрҙең, һуңғы тапҡыр... Нисә йылдар кеше тир түккән, күпме эҙҙәр

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сәләхетдин КАРАМОВ

Ауыл балладаһы

Повесть-ХРОНИКА

Ҡала тибындағы ауыл

Өсөнсө бүлек

                                                                                              «Ауыл... ул әҙәп, әхлағыбыҙҙың                                                                                              һағында тороусы».

Евгений Савченко,

Белгород өлкәһе губернаторы.

2006 йылдың йәйе

1

«Дуҫың булмаһа – эҙлә, тапһаң һаҡла», – ти урыҫтар. Беҙ бер-беребеҙ менән үҫмер саҡта уҡ спорт мәктәбендә табыштыҡ. Дуҫлыҡ ебенең ныҡлығы уны һаҡлау мәсьәләһен ҡуймай ҙа ине.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сәләхетдин КАРАМОВ

Ауыл балладаһы

Повесть-ХРОНИКА

Беренсе бүлек

Коррупция – сүп үләне

(замана әйтеме)

1998 йылдың йәйе...

1

Бындай һәләт миңә ҡайҙан киләлер, белмәйем. Ғәжәп, әммә күргән төштәрем күпмелер ваҡыттан һуң бөтә тулылығы һәм нескәлектәре менән тормошҡа аша. Әйтерһең дә, мине фәрештәләрем һаҡлай, алдан иҫкәртә. Яҙмыш һынауҙары көтә һине, әҙер тор, тиҙәр кеүек. Төштәрҙе мин сер итеп һаҡлайым, улар тормошҡа ашҡансы бер кем дә белмәй.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

Балан Балланды, балам…

Бәйән хаттары 

Беренсе хат

«Һаумы, ҡәҙерле улым! Яҙған хатыңды алдым, бик рәхмәт! Тик бигерәк  аҙ яҙғанһың...

Бөгөн 1 сентябрь. Иртәнсәк эшемә йыйынғанда сәскәләр бәйләме тотҡан балаларҙың сыр-сыу килеп мәктәпкә ашыҡҡанын ҡарап ҡалдым да, күңелем тулышты ла ҡуйҙысы... Ҡасандыр һине лә тәүге тапҡыр мәктәбеңә тиклем оҙатып барғайным. «Әсәй, һуңлап ҡуймайыҡ, әйҙә шәберәк атлайыҡ! Шәберәк!» – тип, әй, ашыҡтырғайның шул саҡта! Бер ҡайғыһыҙ, ҡояшлы көндәр булған икән дә ул мәлдәр...

Артабан уҡырға


Январь 2016

Сабит ФАЗЛЫЕВ

Үҙ яғыма ҡайтһам...

хикәйә

 Асфальт төҫөндәге «девятка» юғары тиҙлектә шоссе юлдан елдерә. Руль артында йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған егет ҡыҙарған күҙҙәрен көсләп алға төбәгән. Бара биргәс ауыҙын йәмһеҙ салышайтып иҫнәп-иҫнәп ала. Һул ҡулы баранка тышындағы ҡиммәтле күнде ҡыҫып тотһа, уң усын асылған ауыҙына килтереп: «А-а-а!», –тип кипкән ирендәрен сыпылдата. Бер аҙҙан егеттең шешенгән күҙ ҡабаҡтары ҡыҫылғандан ҡыҫыла, хужаһының көсөргәнеп ҡаршылашыуына бирешергә теләмәй, ауыр таш аҫып ҡуйғандай йомола бара. Етмәһә, тас ҡаршыға быяла аша ҡыҙҙырған йәйге ҡояш күҙҙәрен сағылдырып талдыра, уның һайын йоҡо нығыраҡ баҫа. Йөрөтөүсе әмәлһеҙҙән тиҙлекте кәметә, себен ҡыуалаған малҡай ише шырт сәсле башын уңлы-һуллы сайҡап ала.

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819