Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Марат КӘРИМОВ

ҠУЙЫН ДӘФТӘРЕ – ИЖАД ХӘСТӘРЕ

Башҡортостандың халыҡ шағиры

Илленсе йылдарҙа булған хәл был. Пединститут студенты, фамилияһы Даянов инеме, яратҡан ҡыҙын «Өфө» ресторанына алып ингән. Студенттың аҡсаһы күп буламы ни, менюнан иң арзанлы ашамлыҡ һайлап алған – ул окрошка икән. Был аҙыҡты ҡабып ҡараған да тауыш күтәргән:

– Окрошкағыҙ һап-һалҡын! Немедленно йылытып килтерегеҙ! Юғиһә ялыу кенәгәһенә яҙам!

Официантка иһә уның талабын, клиент урынһыҙ шаяра, тип ҡабул иткән.

Артабан уҡырға


Июнь 2016

Фәнил КҮЗБӘКОВ

Хафалы төн

(Моңһоу хикәйә)

Ҡасан, ниндәй хата ебәрҙе һуң әле ул?!

Йоҡлап китә алмаҫын белгәнгәме, Фәнзил йоҡа юрғанын һаҡ ҡына ҡайырҙы ла, аяҡтарын ипле генә яңыраҡ икенсерәк төҫкә буялған һалҡынса иҙәнгә төшөрөп, урынынан ҡалҡынды. Йәнәштә ҡатыны ла тыныс түгел, ара-тирә тертләп ҡуя, әммә йоҡлай. Башҡалар ҙа инде нисәмә көн, төнгә ялғанып һуҙылған ҡайғылы мәшәҡәттәрҙән, ниһайәт, арынып, борсоулы төштәр донъяһына сумған. Кемеһелер ауыр һулап ала.

Фәнзил, трикоһын һәрмәп, сығыуға йүнәлде. 

Артабан уҡырға


Июнь 2016

Байгилде МОТАЛЛАП

Малайҙар

Хикәйә

Илназ алыҫ юлға сығыуҙарының сәбәбенә лә, атаһы һүҙҙәренең мәғәнәһенә лә аҙағынаса төшөнөп етә алмай әле. Атаһы әйләнгән һайын: «Ике айға ғына, йәме… Оҙаҡ түгел ул, Денис ағайың ял һайын килеп йөрөр. Яңы йылға алып ҡайтырбыҙ», – тип ҡабатлай ғәйепле төҫ менән.

Әсәһе лә оҙатҡанда:

– Улым, оҙаҡҡа ебәрмәйбеҙ, һә тигәнсә үтә лә китә ул ике ай. Шыршы байрамына үҙем барып алырмын, – тине. Үҙе иланы нишләптер.

– Ярай, һуң, – тине Илназ, ғәҙәтенсә.

Артабан уҡырға


Июнь 2016

Марс НУРИЕВ

Быуат ҠАНАТЫНДА

Бала саҡ бәйәне

Яҙмыш төрлө һынауҙар аша үткәрҙе, юлыма бер-бер артлы кәртәләр ҡуйҙы. Шулай ҙа ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырыштым. Сөнки йәмғиәттә һөйләнгән һүҙҙәрҙең эшләнгән эштәргә тап килмәүен бәләкәй саҡтан уҡ күреп йөрөй инем. Бының шулай икәнлеген тормош аҙаҡтан иҫбат итте. Ҡасандыр аҡ тигәнебеҙ – ҡара, ҡара тигәнебеҙ аҡ булғанын бөгөн аңланыҡ…

1941 йылдың 8 майында Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында тыуғанмын. Әсәйем: «Һин, улым, һигеҙенсе майҙан туғыҙынсы майға ҡаршы төндә тыуҙың. Һуғыш башланған йылда тыуһаң да, Еңеү көнөнә тура килтереп тыуҙың», – тигәйне.

Артабан уҡырға


Июнь 2016

Урал МОСТАФИН

АЙҘАН ҠЫЙЫЛҒАН ЮЛ

Фәлсәфи яҙмышнамә

Тормош арбаһында

«Тормош – арба, дәүер – ат». Әҙәм балаһы әсә ҡарынынан яҡты донъяға тыуғандан уҡ тормош арбаhына эләгә. Йәмғиәттең иң төп hәм мөhим сәңгелдәге – ғаилә. Унан hуң кеше мәктәп, хеҙмәт, йәмәғәт арбаларына ултыра.  Йәшәгән ер – ауыл, ҡала, ил, континент, ғөмүмән, бөтә Ер шары – донъяның тормош арбаhы. Дилбегә, сыбыртҡылар ышаныслы ҡулдарҙа. Иң бәләкәй ғаилә hәм иң ҙур донъя арбаhында ла ҡағиҙәләр, бер үк тәртип, талап, закондар хөкөм hөрә.

Ошо ғәмәлдәге ғәҙәти арбалар араhында үҙенә генә хас hәм мөhим

Артабан уҡырға


Июнь 2016

Марат КӘРИМОВ

Башҡортостандың халыҡ шағиры

ҠУЙЫН ДӘФТӘРЕ  –  ИЖАД ХӘСТӘРЕ

Шулай бер йылды Чебоксарҙа сатириктар кәңәшмәһе булды. «Һәнәк» рәссамы Андропов менән бер бүлмәгә эләктек. Кәңәшмәнән арып-талсығып ҡайтып йоҡларға яттыҡ. Әммә күҙҙәрҙе йоморға өлгөрмәнек, иҫерек әҙәм ҡыҙҙар йәшәгән күрше бүлмә ишеген дөбөрләтә башланы. Ауыҙында бер генә үтенес:

– Девушки! Откройте, я хороший!

Әммә уға ҡарап ҡына ҡыҙҙар ишектәрен асырға йыйынмай. Ә теге артығы менән ныҡыш булып сыҡты. Ишекте дөбөрләтә лә әлеге бер һүҙен ҡабатлай:

– Девушки!  Откройте, я хороший!

Артабан уҡырға


Апрель 2016

Әминә ЯХИНА

ҺЫҢАР АЛҠА

хикәйә

Йүнләп йоҡлай алманы был төндә Мәрғиә. Кисә кистән ире дуҫына запас тәгәрмәс алырға тип киткәйне, һыуға батҡан кеүек, юҡ булды.Ҡапҡа шығырҙаған һайын, ағас ботаҡтары тәҙрәгә һуғылған һайын, ирем ҡайтҡандыр тип, әллә нисә тапҡыр тышҡа сығып әйләнде. Етмәһә, өсөнсө көн туҡтауһыҙ яуған ямғыры ла күңелгә шом һала. Уның өҫтәүенә, ҡустыһынан кисә алған телеграмма тынғылыҡ бирмәне. «Әсәй ауырый, срочно килеп етегеҙ», – тиелгәйне унда. Тиҙ генә йыйынып, автобусҡа сыҡмаҡсы булғайны, ире: «Машина менән барырбыҙ, ҡәйнәмдең хәлен үҙем дә белгем килә», – тигәс, ризалашты.

Ире ҡайтмағас, Мәрғиә дуҫтарына, 

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819