Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Раят Вәлиев

Күләгәле утрау


Январь 1970

Мәхмүт ХУЖИН

Яңғыҙ сағыл

Эссе

Беренсе бүлек

Көнбайыш тарафтарынан элеккеһенән дә хәтәрерәк афәт ябырылғандан һуң үҙенең битләүенән Стәрлетамаҡ яғына ылауҙарҙа уҙған буласаҡ һуғышсыларҙың барыһын да исемләп хәтерләй Яңғыҙ сағыл. Нисек хәтерләмәһен! Уларҙың барыһы ла ошо ерҙәрҙә буй еткерҙе, ир ҡорона инде. Күптәренең танау аҫтында мыйығы ла саҡ беленә башлағайны. Йәмғеһе һигеҙ тиҫтә өрлөктәй ир ине улар. Ләкин яугирҙарҙың өсәүҙән ике өлөшө һуғыш яландарында башын һалды. Күп быуаттар элек тә икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй империяһының именлеген хәстәрләгән ата-бабалары кеүек, был башҡорт балаларының да һөйәктәре сит-ят ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡалды. Тыуып үҫкән, һыуын эскән һәм йөрәк түрендә һаҡланған Табылдыны бер ҡасан да ҡайтып күрә алмаясаҡ кешеләр араһында 1941 йылдың йәйендә миллионлап әсир төшкәндәр ҙә аҙ түгел ине. «Хәбәрһеҙ юғалды» – уларҙан ҡалған һуңғы хәбәр шул. Эйе, «хәбәрһеҙ юғалды» – вафат булды тигән һүҙ түгел. Тимәк, иҫән булыуы, ҡайһылыр тарафтарҙа яфа сигеп йөрөүе лә ихтимал бит. Ундайҙарҙың ҡатындары, еҫ белгән балалары: «Бына беҙҙең дә атайыбыҙ ҡайтып төшөр, беҙҙе ҡосағына алып шатландырыр», – тип күңелендә өмөт сатҡыһы йөрөттө. Был уй бигерәк тә һуғыштан иҫән-һау йәки ғәрипләнеп ҡайтып төшкән яугирҙар тап булғанда яралып ҡуя торған булды.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Спартак ИЛЬЯСОВ

Сағымдағы олоу

Бәйән    

Февраль айының һалҡын айлы аяҙ төнө ине. Көндөҙ әҙ-мәҙ йылытыуҙан өҫтө ҡуржаҡланған ҡар күгелйем аҡ сатҡылы уҡтар сәсеп йымылдай. Ҡапҡанға эләгеп, алғы һул аяғының урта бармағын өҙҙөрөп, инде төҙәлһә лә аҡһап ҡалған  оҙон һыртлы ҙур инә бүре тау үңеренә өйөлгән ҡар һырынтыһының өҫтөндә ултыра. Уға быйыл апрель айының аҙағында өс йәш тула. Ниҙәр генә күрергә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәне өс йыл ғүмере осоронда. Ата-инәһенең һунарсылар тарафынан атып үлтерелеүен дә, йәше етеп, үҙенә иш табып, үҙе донъяға килгән өңдән ҡаялыҡ аҫтындағы йыраҡ түгел тәүге көсөктәрен донъяға килтереп, ишен дә, көсөктәрен дә юғалтыу хәсрәтен татырға тура килде уға. Бына ул тағы ла яңғыҙ. Төп оя тирәһенән утыҙ-ҡырҡ саҡрым йыраҡлыҡтарҙа үҙенә тағы ла иш, аҙыҡ эҙләп йөрөй торғас, ҡышҡы буранлы таңда   йыраҡтағы ферманан алыҫ түгел, мал ҡәберлеге соҡоро янында ҡапҡанға һуғылып, алғы аяғының урта бармағын юғалтып, тупыс булып ҡалды.

Алда, түбәндә, таллыҡ менән ҡапланған уйһыулыҡтан бәләкәй йылға аға. Уның аръяғында – киң сахралай ялан. Уңда түпһәл-түпһәл түбәлектәр, ҙур булмаған ҡайынлыҡтар ҡарайып күренә. Уңда ике-өс саҡрымдай ерҙә, йым-йым итеп уттарын ялтыратып, бәләкәй генә ауыл төҫмөрләнә. Ундағы сәүек эттәрҙең ләүкелдәп өрөүҙәре ап-асыҡ ишетелә.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Хәмит ИРҒӘЛИН

Алыҫ көнсығыш ҡиссаһы


Фажи
ғәле төн

Алыҫ Көнсығыш... 1938 йылдың йәйге төндәренең береһендә СССР сиктәрен һаҡлаусы атлылар дивизияһы командиры Михаил Елизарович Добрягин фатирында телефон шылтыраны. Йоҡоло комдив карауаты эргәһендә торған тумба өҫтөндәге телефон трубкаһын, ауыр ҡыбырлап, ҡолағына терәне.

– Тыңлайым.

 Дивизия элемтә үҙәге дежурныйының ҡуҙғыған тауышы ишетелде:

– Комдив иптәш! Һеҙҙе “Н” заставаһынан полковник Сенькин һорай. Тоташтырырғамы?

– Тоташтыр. – Комдив тороп уҡ баҫты.

Бер нисә секундтан застава начальнигының әллә бәлйерәгән, әллә шаңҡыған   тоноҡ тауышы ишетелде.

–  ...комдив…

– Тыңлайым.

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819