Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Фәнүзә Нәҙершина

Ҡаһарманлыҡ йылъяҙмаһы

“Ил һаҡлау – ҙурлыҡ, ил баҫыу – хурлыҡ” ти халыҡ мәҡәле. Ҡыҫҡа ғына әйтелгән был юлдарҙа башҡорт халҡының рухи донъяһы ла, тәбиғәтенә хас булған милли һыҙаттары ла, хатта тарихы ла сағылған. Тәғәйен тарихи йөкмәткеле фольклор әҫәрҙәренән күренеүенсә, бүтән сығанаҡтар буйынса ла, башҡорттарҙың баҫып алыу ниәте менән башҡа илдәргә яу сабыуҙары билдәле түгел. Ил һаҡлау тәңгәлендә иһә, уларға күп яуҙарҙа ҡатнашырға тура килгәнлеге (һундар менән бәрелеш, Алтын Урҙа дәүерендәге монгол яуҙары, нуғай мырҙалары ҡыҫымы, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ барымталары, 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы…) ғилми әҙәбиәттә лә, халыҡ ижадында ла киң яҡтыртылған.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миңлеғәли Нәҙерғолов

Үткәндәрҙе байҡап, киләсәкте уйлап

Һәр халыҡтың тарихи хәтере юйылмаһын, ғөрөф-ғәҙәттәре онотолмаһын, туған теле үҫешһен, ауыҙ-тел ҡомартҡылары һаҡланһын, һүҙ сәнғәте сәскә атһын өсөн гуманитар фәндәрҙең  юғары кимәлдә булыуы – төп шарттарҙың береһе. Республикабыҙҙа ошо мөһим һәм бик кәрәкле миссияны инде нисәмә тиҫтә йылдар буйы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты үтәп килә. Әлеге көндә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенә ҡараған был институттың эшмәкәрлеге шаҡтай киң һәм күп яҡлы. Оло юбилейы уңайынан уның үткәндәренә һәм бөгөнгөһөнә ҡыҫҡаса байҡау яһап, күренеш булырҙай уңыш-ҡаҙаныштарын барлап сығыу бик урынлы булыр һымаҡ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Риф Мифтахов

«Утын ҡырҡтым өс ағас...»

Хикәйә-хәтирә

Яңыраҡ Хәйҙәрҙең тыуған көнө булды. Ай-һай, был ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек үтә лә китә икән. Ҡасан ғына әле йүгереп йөрөгән малай ине, ә бына хәҙер йәше менән дә, эше менән дә олпатланып өлгөргән ғалим, университет профессоры – хәйер, быны эш урынында үткәргән тантанала әйттеләр. Был турала уйлағаны һирәк, ә бына һуғыш йылдарына тура килгән бала сағын бик йыш иҫенә төшөрә ул.

Иртәгә яңы фатирына ауылдан туғандары, күршеләре йыйыласаҡ. Хәйҙәр ҙур табын ҡороп, тыуған көнөн билдәләү тураһында башына ла килтермәгәйне-килтереүен, баҡһаң, ҡатыны бөтәһен дә алдан уйлап, әҙерләп йөрөгән икән. Хәйҙәр ҡаршылашҡас, түңәрәк етмеш ғүмерҙә бер генә була ул, ауыҙынды ла асма, үткәрәбеҙ, тине лә ҡуйҙы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Спартак Ильясов

ТӘҠДИР

Хикәйә

Һуғыш ана бөтә, бына бөтә тигән йылда ла ҡан ҡойғос бәрелештәрҙә йә аяғын, йә ҡулын өҙҙөргән, тәрән тән яраһы алған яралыларҙы тейәгән «Мәскәү – Иркутск» оҙон поезы Өфөгә 1945 йылдың октябрь аҙаҡтарында килеп туҡтаны. Туҡтауһыҙ һыҙланыуҙан йоҡоһон һис ҡандыра алмаған Үлмәҫҡол поезд тәгәрмәстәренең бер төрлө теҙмә туҡылдауына, вагондың һәлмәк кенә бәүелеүенә иҙрәп ойоп киткәйне. Поезд туҡтағанда ҡапыл һелкенеүҙән, кешеләрҙең ҡысҡырып һөйләшеүенән иләүрәп уянып китте. Әле күҙен асмаҫ борон, әллә өнөндә, әллә төшөндә өҫтөнә менергә ажарланып килгән танкыға атыр өсөн, мылтығына үрелде. Ләкин, нишләптер, уның уң ҡулы мылтыҡ ҡайышын яңылыш һәрмәй ҙә ҡуя. Тартып һис ҡулына ала алмай. Ә немец танкыһы бына алдағы брустверҙы үтте. Хәҙер килеп менә бит Үлмәҫҡолдоң окобына. Уның аңында һаман да шул һуңғы алыш – Берлинды алыр өсөн барған ҡанлы бәрелеш ине. Немец танкыһы уның окобы өҫтөнә килеп менде лә окоп тулы һалдаттар өҫтөндә өйөрөлә башланы. Үлмәҫҡол, уң ҡулбашына пуля тейеп, ҡулы йөрөмәгәнен әле һиҙмәй ине. Шуға ла ул ҡулына танкыға ҡаршы ата торған мылтығын ала алманы. Ә танк окоп өҫтөндә өйөрөлдө лә өйөрөлдө. Кәүҙәһе менән бергә хәрәкәт итә алмай һәленеп торған уң ҡул ситтәрәк ҡалды. Нисек булғандыр, әммә танкының «ҡарышлауығы» Үлмәҫҡол өҫтөндәге балсыҡтан һерәйеп сыҡҡан ҡулды эләктереп, уның кәүҙәһен ҡалҡыта биреп тәненән йолҡоп алды ла, өйөрөлөүенән туҡтап, өҙөлгән ҡулды тәгәрмәстәре араһына ҡыҫтырған килеш күрше окоптар өҫтөнә шылды.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әмир Әминев

Йондоҙ сәскә

Повесть

Солан ишеген дөбөрләттеләр. Рәүеф тауышҡа тертләп уянды ла, күҙҙәрен ышҡып, тәүҙә өй эсен байҡаны, унан тәҙрәгә күҙ һалды: тышта дөм-ҡараңғы, етмәһә, ямғыр ҙа яуа, буғай. Яҡшы хужа этен дә сығармаҫ бындай төндә кем йөрөр икән? Тимәк, эше етди, тимәк, Рәүефтең ныҡ кәрәге төшкән. Дөбөрләтеү ҡабатланды: был юлы ишеккә  йоҙроҡлап һуҡтылар. «Ҡалай түҙемһеҙ, – тип уйланы Рәүеф, – ут сыҡҡан тиерһең, килгән кеше, ғәҙәттә, йомшаҡ ҡына ҡаға торғайнысы».

– Асығыҙ! – Ҡырҡыу тауыш яңғыраны. Рәүеф салбарын кейеп, аяҡтарын ҡатаһына тыҡты ла ишеккә атланы.

– Кем?

– Полиция.

– Полиция, ти? Төн уртаһында нимә кәрәк булды данлыҡлы тәртип  һаҡсыларына?

– Тәүҙә асығыҙ, шунан әйтербеҙ.   

Артабан уҡырға


Январь 1970

Раят Вәлиев

Күләгәле утрау

Мажаралы повесть

 18

Диуана, иçәр, ахмаҡ, ауһар, хыялый, туңбаш, дөндөк, иçәүән, ағас, буш ҡыуыҡ, һыумейе, алйыу… Халыҡ телендә әҙәм балаһының аң-фиғелен үлсәүсе һүҙҙәр байтаҡ. Әммә улар түбәнгә йә юғарыға илткән үҙ-ара бәйләнешле һикәлтәләр хасил итмәй, имеш. Йәғни диуананы иçәүәндән аҡыллыраҡ йә, киреһенсә, иçәрерәк тип сағыштырып булмай. Хыялый ахмаҡ булмағандай, туңбаш та алйыу түгел. Был төшөнсәләр бер үк күлдең төрлө утрауҙары кеүек. Ҡыçҡаһы, юғарыла теҙелгән һәр һүҙҙең асылында аныҡ төшөнсә ятҡанын иçәпкә алғанда,  ул сифаттарҙы үҙендә бергә йыйып,  дөйөмләштерергә ирешкән инсандың һын-ҡиәфәтен, холоҡ-фиғелен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Артабан уҡырға


Март 2012

Таңһылыу Ғәйнуллина

Ҡартымды юғалтҡас...

Хикәйә

Хоҙайға рәхмәт, ҡартым менән йәшәгән нигеҙем ҡотло ла, уңышлы ла булды: балаларым ауырыманы, мал-тыуарыбыҙ ишле, хатта ҡаҙҙарыбыҙ ҙа теүәл баҫты бәпкәләрен. Баҡсабыҙ ҙа ишелеп уңды. Әллә үҙебеҙ йәшәүҙән йәм-тәм табып, ихлас йәшәнек, әллә бәхетле нигеҙебеҙҙе Аллаһы Тәғәлә үҙ итеп, үҙе насип әйләне беҙгә. Хикмәт бында ғына түгелдер, ә ғүмер буйы бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәүебеҙҙәлер, тип уйлайым мин бөгөн. Вафатынан бер нисә көн элек мәрхүмкәйем: «Әсәһе, яҡыныраҡ кил әле эргәмә, әйтер һүҙем бар», – тип саҡырып алды.

– Ҡыуманым түгел, ҡыуҙым мин был донъяның артынан. Уның менән бөгөн бер ниндәй ҙә алыш-бирешем юҡ. Фанилыҡтың да үпкәһе юҡтыр тормошома ҡарата. Әжәлдән ҡурҡмайым. Иң ҙур байлығым – һеҙ. Балаларыбыҙ һәйбәт. Улар алдында йөҙөбөҙ яҡты. Бер кемгә лә ҡыҙыллыҡ та, ауырлыҡ та килтермәнек яҡшылыҡтан башҡа.

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819