Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Сәғиҙулла Хафизов

Өйҙәш ҡатын

Повесть

1

Разия ишектән инеп килешлəй үк һөрəнлəне:

– Таптым, таптым! Әй, Сәфәр, һин ҡайҙа? Таптым даһа!

– Ысынлапмы? – Ауыҙына ҡапҡанды йоторға өлгөрмəгəн ир аш бүлмəһенән сығып, ҡатыны ҡаршыһына килеп баҫты. – Күпме тора? Нимəнән, ағастанмы, таштанмы? Урынын да оҡшаттыңмы?

Көләс Разия, өҫ-башын һала-һала, шаҡтай ҡысҡырып теҙеп китте:

– Йорт шыңғырлап торған ҡарағайҙан буралған, мунса ла ағастан, һап-һары. Ихатала – беседка. Баҙ ҙа бар, ҡоҙоғо ла. Үҙебеҙҙең баҡсала ҡул насосы эшләп ҡуйған инең бит. Нәҡ шуның кеүек ҡоҙоҡ…

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сәлимйән Бәҙретдинов

Хан ҡыҙы

Ҡисса 

Боронғо, бик боронғо дәүер ине. Ер-hыу шундай саф, шундай хозур, мөhабәт, әҙәм ҡулы теймәгән йәменә. Болот кеүек тауҙарын алыҫта, уй ғына етер алыҫта ҡалдырып, дала буйлап көнтыуышҡа ҡарай бер егет елә. Толпарын hыулатып, утлатып ала ла йәнә ҡоштай оса. Толпары аҡбуҙ тоҡомо – еңел, текә тояҡлы, оҙон бәкәлле, ҡуян ботло, тар бөйөрлө, ҡарсыға түшле, бөркөт ҡабаҡлы, ҡамыш ҡолаҡлы, ҡыҫыр йылан тамаҡлы, ас яңаҡлы, соңҡа эйәкле, ҡымты иренле, киң танаулы, баҡыр күҙле, ҡырас яллы, ҡалҡыу мундаллы, ҡуш урайлы, суртан hыртлы...

Иҫертерлек хуш еҫле туғайҙарҙа йылҡы сыңрай, hыйырҙар мөңрәй, буғалар үкерә, ҡуй-hарыҡ ҡуңрай. Һунарсыларҙы, балыҡсыларҙы тап итеп, уларҙан ниндәй ер-hыу, ырыу икәнен белешә, тирмәләрҙә туҡтап, хужаларына сәләм биреп иҫәнләшә, hаба-hаба ҡымыҙ hемерә, йәнтөйәгенең ҡурайынан hағышлы моңон бөркә лә тағы ыласындай талпына егет. Төшөндә күргән иҫ киткес hылыу ҡыҙ, ул ғүмер иткән Тубыл буйы алҡындыра уны. Унда ашҡынhа-елкенhә лә, егет йәмлеләрҙән йәмле Уралын, ҡәүеменә ата ла, инә лә булған Уралын уйлай...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ринат Камал

Беләҙекүл

Роман

Беләҙекүл. Ни дәүерҙәр емелдәйһең көн битендә, сибәркәй, ни замандар ярыңа тулҡындарыңды сәпелдәтеп ятаһың! Бер наҙыңа тулышып иркәләнәһең, бер, төҫ боҙоп, буйҙан-буйҙарға сабырға, дау ҡуптарырға тотонаһың – үҙгәреүсән холҡоң; бер һырт бирәһең, бер йөҙөңдө асаһың... Әле ҡолондай ирәйеп сырҡырайһың сәхрәләрҙә, баш бирмәй еләһең, әле моңһоуланып хискә тарыйһың, һағышҡа тартаһың, әле туҙаһың – сығырыңдан-сығып бырхытаһың ҡош-ҡортоңдо, дауылдар ҡуҙғатаһың – ҡылансыҡ бисәләр шикеллеһең, әллә был көнитмешең асылымы? Һин ирекле бер йәнме – болоттарға, елдәргә, күктәргә бәйлеме хәлең, елдәргә иркәләргә, күктәргә ғашиҡ булырға йөрьәт итәһеңме, аҙаҡ бәхетеңдән яҙып, үкенестән һыҙып бер булаһыңмы? Көнөң алмашынып тора, яҙмышың хәтәр, холҡоң көн торошона ла, елдәр йүнәлешенә лә бәйле – заманалар һиңә лә аяуһыҙ.

Булмышың да сәйер. Әй төбәгендә, беләҙек яһап, ер тәненә уйылғанһың, тәғәйен исем-шәриф алғанһың. Оло һыу ҡуйынындағы зиннәтле йөҙөк һин, күҙҙең яуын алаһың; һыныңа кемдәр ымһынмаған, кемдәрҙең зары, һөйөнөсө буйыңа һеңмәгән. Әсе йәш түгелгән, шат ауаздар һибелгән тәнеңә, һөйөү, кинәнес күргәнһең; ҡыҙҙар көлөүеләй мөләйемһең, Беләҙекүл! Был алдаҡ ҡына тормоштоң һин сағылышы, төпһөҙ күк иңдәренең ялтырағы, кеше яҙмыштарының салыш көҙгөһө... шәп саҡта ялтырайһың да көйһөҙ көндә төҫ боҙаһың. Һинме бойоҡ йән, әллә бәндә үҙе көйһөҙмө? Ҡояштанмы, күктән, әллә елдәрҙәнме мәрхәмәт юрайһың? Үҙ ихтыярың, иркең бармы?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Талха Ғиниәтуллин

Өс хикәйә

Көтөүсе

Йылға буйынан ҡайтҡанда һоро сентябрь көнө иртә төшкән эңер ҡараңғылығына сорнала башлағайны. Тыҡрыҡтан  өй яғына боролһам – ҡапҡам төбөндә ят кешене шәйләнем. Һағайҙым, сөнки был мәлдә береһен дә көтмәйем, килер  кешем юҡ. Ауылға тиҙгә генә ҡайтҡанмын, ауырып киткән  ҡатыным Мәскәүҙә ҡалды. Ҡапҡам төбөнә еттем дә, уның ҡала кешеһе икәнен самалап, русса өндәштем:

– Һеҙ миңәме?

– Эйе, һаумыһығыҙ.

Ул миңә ҡулын һондо, мин  дә ҡул бирҙем. Күрешеүҙе өнәп бөтмәйем, йыш ҡына, бигерәк тә йәшерәктәр, минең ҡарт, сибек бармаҡтарҙы ныҡ ҡыҫа, әйтерһең, үҙҙәренең был ҡылығы менән «ҡартайған, үлергә лә күп ҡалмағандыр» тигән йәшерен уйын аңлатырға тырыша. Таныш түгел кешенең усы киң һәм ярайһы уҡ ҡаты ине – эшсе ҡулы икәне һиҙелеп тора.

– Һеҙ Тәлғәт бит? – тип һораны ят кеше.

– Эйе, Тәлғәт.

– Һеҙҙе ауылдың иң өлкән кешеһе тип әйттеләр.

– Минән дә олораҡ берәү бар, тик ул хәҙер йөрөй алмай.

– Һеҙ, бәлки, минең атай-әсәйҙе хәтерләйһегеҙҙер? Һорайым-һорайым, бер кем дә белмәй. Детдомға алып киткәндән бирле ауылға ҡайтҡаным юҡ. Атайҙың ҡасан үлгәнен дә, ҡайҙа  ерләнгәнен дә белмәйем.

– Исеме кем ине?

– Ғәлимнур. Көтөүсе булған. Ауыл һарыҡтарын көткән.

– Ә-ә, Акэ көтөүсе, – минең иҫкә төштө. – Беҙҙең  аймаҡта йәшәне бит.

– Эйе, уны Акэ тип йөрөткәндәр шул. Ә мин – Акэ малай. Беҙ һеҙҙең менән уйнай торғайныҡ. Иҫегеҙҙәме?

– Иҫкә төшкәндәй була. Мин үҙем дә ҡырҡ беренсе йылда ФЗО-ға киттем, ауылға илленсе йылда ғына ҡайттым, ул саҡта атайыңдың ауылда икәнен хәтерләмәйем. Ҡырҡ өсөнсө йә  ҡырҡ дүртенсе  йылда үлгәндер. Ул йылдарҙа ауыл ныҡ асыҡты, кеше күп ҡырылды. Ә бына ҡайҙа ерләгәндәрен әйтә алмайым. Һуғыш йылдарында мәйеттәрҙе зыяраттың ауыл яҡ осонда күмә торғайнылар. Ул тирәлә ер йомшағыраҡ, ҡаҙыуы ла  еңелерәк.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлнар Юлдыбаева

Ырымбур башҡорттарының рухи хазиналары

Ырымбур башҡорттарының ауыҙ-тел ижадын, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсатында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары тарафынан әленән-әле ғилми экспедициялар, шәхси эш сәфәрҙәре үткәрелеп тора.

Был төбәктең фольклорын өйрәнеү тарихына күҙ һалғанда, тәүге ҙур ғилми экспедиция 1960 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих тел һәм әҙәбиәт институты) фольклорсылары тарафынан Ә.Н. Кирәев (Кирәй Мәргән) етәкселегендә уҙғарыла. Экспедиция ағзалары С.Ә. Галин, Ф.А. Нәҙершина, Н.Д. Шоңҡаров Ырымбур өлкәһенең Ново-Сергеевка, Люксембург (хәҙерге Красногвардейск), Переволоцк, Александр, Тоцк райондарының 33 башҡорт ауылында эш алып бара, ифрат бай йөкмәткеле рухи хазиналар йыйыла. Туҡ-Соран буйы башҡорттарынан яҙып алынған “Алпамыша”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға” эпостары варианттары менән, күп һанлы әкиәттәр, йырҙар (оҙон көйгә йырлана торған, ҡыҫҡа, исемһеҙ), легендалар, ҡобайырҙар, бәйеттәр, афористик ижад төрҙәре (мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар), төрлө уйындар был төбәктең халыҡ ижадына байлығын күрһәтә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәнирә Ғайсина

ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ – ХЫЗЫР-ИЛЬЯС

Атеистик совет заманы осоронда фольклорсыларға дини тематикаға ҡағылышлы материалдар йыйыу тыйылғанлыҡтан, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивында был темаға бәйле сығанаҡтар юҡ кимәлендә. Һуңғы ун йылда дингә ҡараш үҙгәреүе һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан фольклор экспедициялары тергеҙелеү сәбәпле, халыҡ ижадын, шул рәттән Исламға бәйле төрлө жанрҙар: легенда-риүәйәттәр, мөнәжәттәр күпләп туплана башланды. Уларҙа дин, пәйғәмбәрҙәр тарихы, фәрештәләр, әүлиәләр, мөғжизәләр, изге шишмәләр һ.б. хаҡында бәйән ителә. Был мәҡәләбеҙ башҡорттар араһында йыш иҫкә алынған Хызыр-Ильясҡа бағышлана. 1998 – 2011 йылдар аралығында Башҡортостандың күп райондарында һәм күрше өлкәләрҙә Хызыр-Ильяс тураһында бер-береһенә сюжеттары менән оҡшаш байтаҡ риүәйәттәр яҙып алырға тура килде.

Артабан уҡырға


Май 2012

Гөлнур Хөсәйенова

Башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙ матурлығы

Мәңгелек философик категорияларҙың береһе булған матурлыҡ төшөнсәһе кешелек тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә урын ала. Кешенең төҫ-ҡиәфәтенән башлап тотонған һауыт-һабаһына, эш ҡоралдарына, һөйләгән һүҙенә, эшләгән эшенә тиклем барыһы ла матур булырға тейеш. Матурлыҡ төшөнсәһе кешегә бала сағынан уҡ таныш һәм яҡын. Һәр ата-әсә үҙ балаһын матурлыҡты тойорға, матур булырға өйрәтергә тырыша.

Халҡыбыҙҙың матурлыҡҡа ынтылыуы, матурлыҡты күҙаллауы халыҡ ижады әҫәрҙәрендә яҡшы сағылыш тапҡан. Халыҡ ижадының һәр жанрында матурлыҡ үрнәктәрен табырға мөмкин. Был осраҡта беҙ иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙ матурлығын күҙ уңында тотабыҙ әлбиттә, сөнки “матурлыҡ” һәм “ҡатын-ҡыҙ” төшөнсәләре бер-береһенән айырылғыһыҙ.

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819