Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Сәүиә Бикмөхәмәтова

Сәфәртуй яланы

Хикәйә

«Сәфәрбикә». Инглиз телендә яҙылған ошо ник аҫтында ҡыҙыҡ ҡына бер статус тора: «Every person has his own field Safartuy» («Һәр кешенең үҙ Сәфәртуй яланы бар»). Ник аҫтында яҙышҡан кеше үҙенең йәшен (22 йәш) һәм итальянка икәнен генә белдергән, бүтән бер мәғлүмәт тә юҡ.

Осраҡлы ғына был биткә килеп юлыҡҡан Илһам, ошо статусты күреп, быуар йылан алдына килеп сыҡҡан ҡуяндай, ни алға, ни артҡа бара алмай туҡтап ҡалды. Әйтерһең дә, икһеҙ-сикһеҙ Интернет донъяһының ошо нөктәһе, ғалимдар йыһанда барлығын иҫбат иткән «ҡара тишек» кеүек, йәш ирҙең бөтә иғтибарын, ихтыяр көсөн үҙенә һурып алды, гипнозланы, сихырланы. Илһам, мейеһенең хәтер өсөн яуап биргән бөтә күҙәнәктәрен эшкә егеп, ниндәйҙер мөһим төшөнсәне күҙ алдына килтерергә тырышты..

Артабан уҡырға


Январь 1970

Тәскирә Даянова

Фәрештәм минең

Хикәйә

– Тағы ла ҡал... бер аҙнаға?

– Һин нимә? Былай ҙа оҙаҡ йөрөлдө. Йә эштән сығарып ташларҙар.

– Иҫең дә китмәһен. Миндә йәшә лә ҡуй, тип әйтмәйемме ни? Өйҙә ултырғың килмәһә, «һә» тигәнсе эш табам.

– Магазиндамы? Сауҙа эшен енем һөймәй, йәнем тартмай. Унан килеп, гел һинең күҙеңә генә ҡарап торайыммы һуң?

– Мин һиңә ситме инде?

 Студент йылдарында бергә йәшәп, бер табаҡтан ашап, бер эскәмйәлә лекциялар тыңлаған әхирәтем Fәлимә менән бер үк мәсьәләгә нисәнсе тапҡыр әйләнеп ҡайтабыҙ. Уртаҡ фекергә килә алмай, йәнә туҡтап ҡалабыҙ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлнур Яҡупова

Ҡатындар

Трилогия

Кесе йыһан – Оло йыһан

Өсөнсө китап

52

Сәғәткә ҡараһам, төнгө ике булып киткән. Берҙәр тирәһендә мәшәҡәтемде ослай торғайным да, был юлы бигерәк оҙаҡ ултырғанмын. Ҡыҙым менән улым йоҡлай. Фатихымды дауаханаға киске сәғәт ундарҙа ашығыс саҡырып алдылар, «экстренный случай» тип. Иремдең көн  тимәй, төн тимәй эшенә атлығып тороуына өйрәндем инде. Ҡай саҡ йәнем көйөп киткеләй, әҙәмсә йәшәп булмай, йәнәһе. Әммә үҙемде тиҙ ҡулға алам, уның тап шундай булыуы һоҡландыра лаһа мине. Бәс, ул да минең йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йөрөүемә, донъямды ташлап, төрлө походтарға, туристик путевка менән союздаш республикаларға яңғыҙым йөрөп ятыуыма күнә бит. Әй, күнмәһә лә! Ерле юҡҡа шулай эстән сыпраңлай башлаһам, өләсәйемдең, ҡартәсәйемдең изге рухтарына күҙ төбәйем. Һәм улар, көтөп кенә торғандай, гүйә, алдымда пәйҙә булып, йә маҡтай, йә ороша. Бына әле лә, ғәҙәтемсә, эстән генә әңгәмә ҡорҙом:

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ғималетдин Яруллин

Зимагур

Повесть

 

Бер зимагур байып ҡайтҡан,

Ҡапҡа төбөнә ятҡан.         

Баш аҫтына таш ҡыҫтырып,

Өҫтөнә гәзит япҡан.

Ҡара көҙ. Көҙҙөң һуңғы көндәрен, ҡыш миҙгеленә күсергә әҙерләнгән мәлен, халыҡ ана шулай тип атай. Һәм уны юҡҡа ғына “ҡара” төшөнсәһе менән бәйләмәй. Сөнки көҙҙөң иң сирҡандырғыс, эс бошорғос мәле ул. Был ваҡытта сағыу зәңгәр күк көлһыу төҫкә инә. Һөттәй күпереп ағылған аҡ болоттар урынына күк сатырына ялбыр-йолбор, йәмһеҙ әләмдәр эленә. Ер өҫтөндәге барса илаһилыҡ тоноҡлана: әле генә йәшелгә, алтынға мансылып  ултырған  урмандар ҡарасҡыға әйләнә, аҡлан-ҡырҙар уларҙың ҡотһоҙ шәүләһен хәтерләтә. Хатта бөтә ғаләмгә баш ҡояштың да алһыулығы юйыла, көмөш тәңкә төҫөнә инә, йылыһы һүрәнләнә, яҡтыһы ла үҙ янынан бик үк китмәй. Ана шуға  таңы ла тиҙ генә ата алмай этләнә…Тәбиғәттең көйһөҙләнгән моңһоу мәле. Әлбиттә ул мәңге шулай көйһөҙләнеп тормаҫ. Ваҡыт үтеү менән аҡҡа төрөнөр, йәшеллеккә сумыр, хозурлыҡҡа сорналыр.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлнур Яҡупова

Ҡатындар

Трилогия

Кесе йыһан – Оло йыһан

Өсөнсө китап

48   

Ә өйҙә Фатих менән мине һынау көтөп торған. Саҡ ойошҡан ғаиләгә тәүге имтихан. Икебеҙ ҙә ҡапылда ҡойолоп төштөк. Фатихты интернатураға саҡырып ҡағыҙ килгән. Уныһы – дипломлы медиктар өсөн  квалификация күтәреү  форсаты икән. Һәр кемгә лә эләкмәй, һайлап ҡына саҡыралар, ти,  һәләтлерәктәрҙе генә.

– Ниңә алдан  әйтмәнең? –  тип Фатихҡа төбәлдем. – Туй булмаҫ элгәре? – Үпкәләүемдән илар хәлдә инем.

– Беҙ бөтә курс менән тиерлек ғариза ҡалдырҙыҡ, интернатураға,  ғәҙәттә, бер-ике йыл эшләгәс саҡыралар. Миңә сығыр был йәрәбә, тип уйламағайным... Нуриям, борсолма, баш тартырға була бит, унда уҡыу мотлаҡ түгел,  теләгең булһа ғына.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлнур Яҡупова

Ҡатындар

Трилогия

Кесе йыһан – Оло йыһан

Өсөнсө китап

40

Интернетты тоҡандырып, «Класташтар» сайтын асһам, ят бер кеше, ниндәйҙер Иркен Янычаров, дуҫлыҡ  тәҡдим итәсе? Фотоһын ҡуйған: ялпағыраҡ битле егет, ҡыҫҡа иттереп алынған сәсе терпе энәһеләй тырпайып тора һәм уға ҡырыҫыраҡ төҫ бирә.  Күҙ  ҡарашы әммә яғымлы.

Ҡыҙыҡһыныуым ифрат көслө, әлбиттә: «Һеҙгә хәбәр итәһе бик мөһим һүҙем бар», – тигән дәһә, үҙенең электрон адресын яҙған. Тәҡдимен кире ҡаҡмауымды белдерҙем. Кем икән ул? 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2012

Рәсүл Сәғитов

ХИКӘЙӘЛӘР

ҒӘҘЕЛ КЕШЕ

Ябай ғына вазифа биләй ул. Байтаҡтан инде. Юғары белемле булһа ла. Кем әйтмешләй: эсмәһә лә, тартмаһа ла. Ҡыҙыл тышлы дипломына яҙылып ҡуйылған төп һөнәре буйынса намыҫлы эшләһә лә. Хәйер, кешеләрҙе был ғына ябай ултырғыстан «ҡатмарлы» ҡәнәфигә күтәреп ултыртмағаны билдәле инде. Етмәһә, вазифауи юғарылыҡҡа ул үҙе ынтылмай. Мөмкин булған  саҡтарҙа ла,  бәғзеләр төн йоҡоларын йоҡламай уфылдағанда, әллә кемдәрҙән уларҙың әллә ниндәй ҡоҙаларына шылтыраттырып, бәләкәй генә булһа ла түрәлек урынын эләктереп ҡалырға йәнтәслимгә  тырышҡанда, уның, хатта үҙенә тәҡдим итһәләр ҙә, баш тартыуы ихтимал. Ихтимал ғына түгел, ошолай булғаны ла бар. «Был донъяла һәр кем үҙенең Хоҙай биргән һәләтенә ярашлы эште башҡарырға тейеш» тигән ныҡлы фекерҙә тора. Сөнки ғәҙел кеше шул ул.

...Мәктәпте бөткәс тә институтҡа инде. Беренсе ынтылыуҙан керҙе, ситтән тамсы ла ярҙамһыҙ: балһыҙ ҙа, болһоҙ ҙа, малһыҙ ҙа. Ул ваҡытта – бөгөн ғәжәп тойола, әммә шулай ине бит – студенттар сафына баҫыу үҙ  көсөң менән дә мөмкин булды.

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819