Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 1970

Мәхмүт ХУЖИН

Әруахтар ауазы

Роман

Зәйнәп Камаловна үҙ ҡыҙы менән һөйләшмәне түгел, һөйләште, мул тәжрибә туплаған ҡатын булараҡ, уның ғаилә ҡороуға күптән үҙ ҡарашы бар ине. Шулай була бит ул: йылдар үтеп, аҡыл ултырғас, кеше үткәненә ололарса баға ла, теге саҡта улай итергә түгел, былай итергә кәрәк булған, тигән һығымта яһап ҡуя. Ул ғына ла түгел, йәшерәктәргә аҡыл өйрәтә:
– Һинең урыныңда булһаммы?

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Мәхмүт ХУЖИН

Әруахтар ауазы

Роман

1
Боронғо донъя тарихы кафедраһы. Ҡасан ҡуйылғаны ла билдәһеҙ иҫке мебель: өҫтәлдәр, ултырғыстар, шкаф, тумбочка ... Стеналарҙа боронғо грек, фарсы, ҡытай, швед, урыҫ, немец ғалимдарының тарих саңы ҡунған һүрәттәре. Иҙәндәге линолеум да күп тапалыуҙан ашалып, урыны менән бетоны күренеп ята. Кафедраның исеме есеменә тап килһен өсөн шулай эшләнгән, тиерһең. Иҫке өҫтәл артында сал төшкән сәстәре ныҡ ҡына һирәгәйгән, һорғолт күҙҙәре ҡалын быяла артына ышыҡланған ҙур ҡолаҡтары тырпайыбыраҡ торған киң генә яурынлы олоғайып барыусы ир кеше яҙышып ултыра. Ҡараштары етди, йыйырсыҡтар телгеләгән маңлайы йыйырылған, ара-тирә ишетелгән

Артабан уҡырға


Март 2017

Таңсулпан ҒАРИПОВА

Һабаҡ

Хикәйә

Байып барған ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары тәҙрә быялаларын һандал төҫөнә буяны. Көнө буйы шашынып уйнаған ел, әлһерәп, ҡаршылағы тау итәгенә, урман эсенә инеп, күләгәгә һуҙылды.
– Ҡайҙа юғалды икән был малай? – ҡаҡса кәүҙәле, йөҙө лә, сәстәре лә берҙәй аҡ, ап-аруҡ оло йәштәге ҡатын үҙ алдына шулай һөйләнә-һөйләнә инде нисәнсе ҡат балконға сыға. Сыға ла, уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, тирә-яҡты байҡай, көткән кешеһе күренмәгәс, сәс араларына тиклем үтеп инеп, ҡандай ҡыҙарып байыған ҡояшҡа ҡарап, уйланып тора. Ситтән күҙәткән кешегә етенсе тиҫтәне ҡыуып барған ҡатындың шунан башҡа шөғөлө юҡ кеүектер ҙә. Ул ололарға хас сабырһыҙлыҡ менән өҫтәл әҙерләп ташлағандыр ҙа, эштән ҡайтасаҡ улын, киленен, бөтә 

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Камил ЙЫҺАНШИН

ДОНЪЯ БЕРӘҘӘГЕ

Тайга бәйәне

III бүлек

Януарҙарҙы юҡ итеү – кешегә уның 
үҙен киләсәктә нимә көтөрөнә ишара ул.
Бернгард Гржимек.

31. Әсирлек
Даға, сираттағы килеүендә, Степанға һунар идаралығының бандеролен алып килде.
– Степан Ермилович, бурысығыҙҙы түләп бөтмәнегеҙ, һуңлатҡан өсөн проценттары өҫтәлә бара бит, – тип иҫкәртергә лә онотманы.
– Беләм мин, беләм. Түләрмен

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ғәлим ХИСАМОВ

БАШҠОРТТАР БОЙОРҘО

Роман

“Вә шул Ҡаҙан шәһәрендә күб йортларында бина ҡылдылар. Моның бәғдендә башҡортлар Ҡаҙанның шәреҡ тарафындан дүрт руғлар бер хисабдагы яҡшы кемсәнәләрен ул чар Иванғә ебардилар. Килмакләрени үзи дә тәләб ҡылған иде. 1-че ҡаюләрдан Үсәргән руғындан Бикбау кеназ. 2-че Бөрйән руғындан Иске би кеназ. 3-че Ҡыпчаҡ руғындан Мешавле Ҡараҡужаҡ кеназ. 4-че Тамьяндан Шагали Шағман кеназ”.
(“Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян башҡорт ырыуҙары шәжәрәһенән”. 
“Башҡорт шәжәрәләре”. Төҙ. Р.Ғ. Кузеев. Баш. китап изд. Өфө. 1960. 71-се бит.)

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ринат КАМАЛ

ЫМҺЫНЫУ

Повесть

IV
Йәш зоотехник үҙе ҡорған фермаға һөйөндө. Ҡоҙасалар алсаҡ халыҡ, Хәниф Ғафаров һарайҙар буйлап йөрөй. Бер йыл эсендә Оҙонтал күле ярында ауыл үҫеп сыҡты, хәҙер һауынсылар шунда төпләнеп йәшәй. Яҙғы ташҡында Мәғҙәндән өҙөлөп ҡалһалар ҙа, бирешмәйҙәр. Ташҡын ҡайтҡас та тормош тағы үҙ ыңғайына яйлана.
Йәш зоотехниктың ҡолағына кемдеңдер “йәйләүгә сығайыҡ, боронғоса” тигәне эленеп ҡалды. Һауынсыларҙың береһе теленән ысҡынған ошо һүҙ күңеленә ятты. Этҡаҙған уяһы электән ымһындыра ине. Йәмле урын, кеше аяғы баҫмаған тапҡырҙар. Ә тирәләй – туғайҙар, тәрән йырындары малға иркен. 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Сәғиҙулла ХАФИЗОВ

ХЫЯНАТҠА ЯРЛЫҠАУ ЮҠ

Бөгөн Әҙһәм, ентекле ҡырынғандан һуң, көҙгөләге шәүләһен ентекләп бар­ланы. Ҡаршы яҡтан баҡҡан шаҙра түңәрәк битле, йәшкелт күҙле, ҡупшы мы­йыҡлы әҙәм уға күҙ ҡыҫып ҡуйған булды. Сәстәр бөҙрә булмаһа ла, Хоҙайға шө­көр, ҡурпы һымаҡ күпереп тора. Сикәләрҙә ара-тирә көмөштәре лә ялтырай. Күп­те күргән баш биҙәк-суҡһыҙ ҙа булмаҫ шул. Әйҙә, ҡалҡһын, ялтыраһын! Тик ҡа­рашы ғына күңеленә ятып бөтмәне. Дәрт, сатҡы әҫәре күренмәй, һағыш һар­ҡый… Көсәнеп йылмайыуы ғына бар. Күҙ тирәһен әллә ниндәй ят йыйырсыҡтар баҫ­ҡан. Йәшәүҙән дүнгән ҡарт тиерһең… Аңланыңмы, йәғни ферштейн? 
Йыуынып маташҡан ирҙе уйҙарынан зал яғынан килгән сыр-сыу бүлде. Фә­ри­ҙә уянған, ғәҙәтенсә нәмәнелер килештермәйсә, өләсәһе менән тартҡылаша, бу­ғай. Ул да булмай, сәсе-башы туҙған бала ванна бүлмәһенә йүгереп керҙе:

Артабан уҡырға


12345678910111213141516171819