Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Миңниса Баһуманова

Фоторәссам йөҙө

Рәссам аса үҙ донъяһын

  Йәйғор буяуҙарға буятып.

Рәми Ғарипов.     

Ғәжәп матур беҙҙең тыуған еребеҙ! Күкһел тауҙар, тымыҡ күлдәр, алҡын һыулы йылғалар, серле ҡалын урмандар, ҡараш иңләгеһеҙ далалар – һәммәһе лә үҙҙәренең ҡабатланмаҫ гүзәллеге менән таң ҡалдыра. Ҡырлас ҡаялар йәки йырлы шарлауыҡтар, шомло мәмерйәләр күҙ ҡараштарын иркәләгән туғай-болондар күңелдәребеҙгә илаһи моң бирә, матурлыҡта йәшәү тойғоһо уята. Мәңгелек тойолған матур тәбиғәт үҙе үҙгәрә – ваҡыт аяуһыҙ. Ҡасандыр мул һыулы йылғалар ҙа һайыға, ғорур суҡайған ҡаялар ҙа ишелә, урмандар ҙа һирәгәйеп бүтән сүрәткә инә...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ТАЛАНТ ҠОЯШ НУРЫ КЕҮЕК: бер урынды болот ҡаплаһа, ул икенсе урындан сығып балҡый... (Рәссәм Абрек Абыҙгилдинға 75 йәш)

 Үҙ илендә әүлиә булмай

Үкенескә күрәме, ирекһеҙҙең көнөнәнме, аптырағандың аръяғына сығып әйтелгәнме икән был мәҡәл? Мәҡәлдәргә оло тарих, йөҙәр-меңәр йылдарға һыйған кешелек, милләт тәжрибәһе, уй-кисереше һыйһа ла, уларҙың араһынан “Үҙ илендә әүлиә булмай” тигәне тәрән үкенесте белдереүе менән башҡаларынан айырылып тора һымаҡ. Мәҡәлдәге һүҙҙәргә бик әсе хәҡиҡәт һалынған. Ысынлап та, үҙ илендә кем әүлиә булғаны, әүлиәлек дәрәжәһенә өлгәшһә лә, әүлиә итеп танылғаны бар икән?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәрзәнә Аҡбулатова

Мәкәримдең мөхәббәте

Мәкәрим Мәһәҙиевтың биографияһын өйрәнгән һәр кем икеләнмәйенсә ошо һүҙҙәрҙе раҫлаясаҡ: был шәхестең эшмәкәрлеге һәм сағыу ҡыҫҡа ғүмере үҙе өсөн иң изге төшөнсәләрҙең береһе булған сәнғәт донъяһына ғына арналған.

Мәкәрим Әҙһәм улы – Башҡорт театрында тәүге профессиональ режиссер, Өфөлә асылған музыка техникумының театр бүлегендә эш башлаған махсус белемле тәүге педагог. Совет осороноң, ул заманда атап йөрөтөлгәнсә, «яңы тормошто» төҙөүсе тәүге ҡарлуғастарҙың береһе, уның идеяларын йәне-тәне менән яҡлаусы һәм алға әйҙәүсе. Сәнғәт әһеленең «Театр тураһында» тигән мәҡәләләр йыйынтығында шундай юлдар бар: «Октябрь революцияһы театрҙы кризистан сығарып, уны социалистик нигеҙҙә яңынан төҙөй һәм СССР-ҙағы бөтә халыҡ театрҙарында ла йөкмәтке һәм форма яғынан донъя театрҙары араһында иң алдынғы урын алыу өсөн киң мөмкинлек аса». 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миләүшә Ҡолмөхәмәтова

Бейеү алиһәһе Рәшиҙә

Рәшиҙә Туйсина – Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты. Ул 1968 йылда Йәштәр һәм студенттарҙың София ҡалаһында үткән IX Бөтә донъя фестивалендә еңеү яулай – 128 илдән килгән йәш таланттар араһынан алтын миҙалға лайыҡ була.

Рәшиҙә Туйсина бөгөн дә сәхнәнән төшмәй, бейеүе менән тулҡынландыра һәм һоҡландыра. Уның бейеүҙәрендәге һәр ым-ишарала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иплелеге, нәзәкәтлелеге, тик башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булмышы сағыла. Халҡыбыҙҙың асылын тәрән аңлап, үҙе тойғандарын бейеү сәнғәте аша еткерә белә Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы, ә бит хореографияла был еңелдән түгел. Сағыштырмаса шартлы алымдарға ҡоролған бейеү хәрәкәттәре – үҙе бер донъя. Уның үҙ ҡанундары, үҙ нескәлектәре бар. Нисек кенә булмаһын, хореографияла һәләткә ышаныу, уға ҡарата эскерһеҙ теләк төп урында ҡала. Бейеү сәнғәтендә урталыҡҡа урын юҡ:  һәләт йә бар, йә юҡ.

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Таңһылыу Ғәйнуллина

Нурлы ижад

Кескәй сағынан уҡ Вәкил тыуған ауылы Әмин урамында бер ваҡытта ла тауыш-тынһыҙ, ҡәҙимгесә йөрөмәгән. Ауылдаштары иҫләүенсә, йә көй сығарып һыҙғырып, йә йырлап уҙған. Әйтерһең дә, уға урам – сәхнә, өйҙәр – тамашасы. Был нимә? Әллә үҫешеп етмәгән төпкө аңдың үҙе тураһында тауыш биреүе шул булдымы икән? Ни әйтһәң дә, ни юраһаң да, әҙәм яҙмышы – ҡылыҡ, фиғел, ғәҙәт сағылышы. Бар ауаз да, хәрәкәт тә бөтөнләйгә юғалмай, ә донъяға ҡөҙрәт биреп тороусы йыһанға яҙыла – бигерәк тә балаларҙыҡы, тип раҫлар ине боронғолар…

Артабан уҡырға


12