Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Март 2017

Юнир Салауатов

БӨРЙӘН МӘҘӘКТӘРЕ

Ниндәйе кәрәк ?
Бөрйән буйлап гастролдә йөрөйбөҙ. Оло юл буйында урман эсендәге киоскыға инеп ҡымыҙ эсергә булдыҡ. Тирә-яҡта бер кем күренмәй. Аптырағас, киоск тәҙрәһен шаҡыныҡ. Тәҙрә эс яҡҡа табан асылды. Унда бер йәш ҡатын ултыра.
– Һеҙ ҡымыҙҙың “былайы”нмы, әллә “түрәләрский”ен эсәһегеҙме? – тип һораны ул. Беҙ эсемлектең ундай сорттарға бүленгәнен белмәгәс ни:
– Улар араһында ниндәй айырма бар? – тип һораныҡ.
– “Былайы” – ябай ҡымыҙ. Уны халыҡ эсә. Ә Өфө яҡтарынан килгән тикшереүсе-фәләндәрҙе, түрә-мүрә ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн ҡымыҙға араҡы ҡушабыҙ. Уныһы – “Түрәләрский”, – тип аңлатты ҡатын.

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Венер Исхаҡов

Шәп күстәнәс!

Телефон шылтыраны. Мөхәмәтулла ағай икән. Хәл-әхүәл һорашҡас, ҡунаҡҡа саҡыра башланы. 
– Ағай, һуң бит инде. Һеҙҙең кеүек оло кешене бимазалап йөрөүе әллә нисек, – тип торам, юҡ, өҙмәне лә ҡуйманы.
– Ниндәй бимазалау, ти, ул! Еңгәң мул итеп табын әҙерләгән. Әллә беҙҙе тиңһенмәйһеңме? Теге ваҡыт юбилейға ла килмәнең! 
Ысынлап та, теге ваҡыт 70 йәшенә саҡырғас, ысынға ҡабул итмәгәйнем шул. Күңел өсөн генә әйткәндер, тип уйланым. Нәҫел-нәсәбем дә, йәштәшем дә түгел, тип ауылға ҡайттым да киттем. Ә ул телефондан:
– Кил, һин генә ҡалдың, көтәбеҙ, – тип шылтыратып бер булды.
Аҙаҡ ҡунаҡтар араһында, 

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Закир Әҡбәров

Мәҫәлдәр

АЙЫУҘЫҢ ДУҪЫ

Йәшәйештең тайпылышһыҙ ҡанундары.
Берҙән-бер көн Айыуға ла Әжәл килде:
– Фанилыҡта һиңә тигән ризыҡ бөттө,
Баҡыйлыҡҡа күсер көнөң етте, – тине.
Урман өсөн ҙур юғалтыу, ауыр ҡайғы,
Уның кеүек һирәк була бит бөйөктәр.
Һуңғы юлға оҙатҡанда Айыуханды,
Үкһеп-үкһеп илаштылар бар кейектәр.
Даһиҙарҙы оҙатҡанда һуңғы юлға,

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәриха Вәлиуллина

Никахлы Яңы йыл

Көлкөлө хикәйә

Концерттар ҡарап, Президенттарҙың ҡотлауын тыңлап бөттөләр, куранттар 12-не һуҡты!
– Яңы йыл менән! Шатлыҡ-бәхеттәре менән килһен!
Ғүмерҙәрендә тәү тапҡыр, үҙҙәре генә, ап-айныҡ ҡаршыланы ике күрше Яңы йылды. Бәлки Сәлмән урамға сығыр тип, Ғәбит ҡуйынына ярты тығып, бәлки Ғәбит сығыр тип, Сәлмән йәшергән ынзыһын алып тәҙрәгә ҡарап-ҡарап ҡуйҙылар. Ике яҡтан да ҡапҡа асылманы.
Иртәгәһен күршеләр бер үк мәлдә иртәнге сәй эсәләр ине.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сәлих Ваһапов

Саҡ Нурис ғәйепле.

Сатирик хикәйә

– Рәшит, – тине ҡатыным, мин эштән ҡайтып телевизор ҡарарға ултырғас, – һинең һөйәркәң бармы?
– Ҡайҙан алдың уны? – тинем тамам аптырап. – Эштән ваҡытында ҡайтам, һәр ваҡыт эргәңдә булам...
– Шулай ҙа, – ти был, – дөрөҫөн генә әйт әле!
– Һин нәмә? Ундай уйҙар ҡайҙан килә?
– Аптырар ерҙән аптырарһың: бөтәһенеке лә бар, ә һинеке – юҡ, имеш!..
– Юҡ менән башыңды ҡатырма. Бер һине генә яратҡанымды беләһең дә. Әллә миңә ышанмайһыңмы?
– Ышаныуын ышанам, – ти минең ҡатын күңеле төшөп

Артабан уҡырға


Январь 1970

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА

Илһам ҡошо ҡанат ҡаға

Нажиә Заһир ҡыҙы – Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре, танылған әҙибә-сатирик.
Уның үткән тормош сәхифәләрен байҡағанда, әлбиттә, оҙон ғүмер ки­сергәне, төрлөһөн күргәне, өс балаға – Германия күгендә һәләк булған Айсыуаҡ, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Гөлфиәгә ғүмер бүләк иткәне иң тәүҙә иҫкә төшә.
«Таныш булайыҡ» (1986), «Еҫле һабын» (1991), «Исемем матур икән» (1993), «Көндәш» (1996), «Тәҡдир» (2002), «Яҡты хыял» (2004), «Йәшәп ҡалырға кәрәк» (2006), «Алтын сылбыр» (2009), «Һуңғы осрашыу» (2014) ки­таптарын уҡыусылар яратып ҡабул итте. «Тәҡдир», «Йонсоу миҙгел», «Сә­фәр», «Һуңғы осрашыу», «Сатраш» ише повестар, күп хикәйәләр ижад итһә лә, 

Артабан уҡырға


Август 2016

Мар. СӘЛИМ

“Кәрәк яҡшы кешеләргә бергәләп көрәшергә…”

Кемгә ҡыҙыҡ?!

(Юмористың ҡыҙыҡһыҙ шиғыры)

Был донъяла оҙаҡ йәшәп,

                күпте күрһәң,

                күпте белһәң,

күп нәмәнең

бәҫе китә,

ҡыҙығы бөтә...

Артабан уҡырға


1234