Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Розалия Солтангәрәева

Эпосын һөйләгән халыҡ һайыҡмаҫ

Эпос – ерле халыҡтың был донъяға барлыҡҡа килеүе, урыны, йәшәү миссияһы һәм уның рухи терәктәре, йола-закондарын һаҡлаған космик һәм халыҡ-ара кимәлдә иң көслө һәм асыҡ танытмаһы. Үҙ ерендә этнос булып формалаша башлаү дәүеренән алып үҙ аллы милләт булғанға тиклем берҙәм, бер идеялы, тоғро бер телле халыҡ ҡына һәм  тамыр аңлы, үҙ ырыуы, тел, мәҙәниәт ҡәрҙәшлеге менән берләшкән ҡәбиләләр бөтөнлөгө генә эпослы була ала. Күсеп йөрөгән, ҡатнашҡан, ассимиляцияға бирелгән һәм көслө ят бауыр мәҙәниәте баҫып киткән цивилизациялар үҙ эпосын юғалта. Үҙ эпосын, рухиәт ҡанунын  һаҡлау өсөн халыҡ һәм уның ижадсылары бик көслө булырға тейеш. Шуға ла эпосын ҡеүәтле милләт кенә һаҡлай ала. Ә башҡорт халҡы эпосын да, үҙен дә һаҡлаған! 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәйтүнә Шәрипова

Мәғрифәт усағының яҡтыһы

(Стәрлебаш мәҙрәсәһенә – 300 йыл)

XIX быуат баштарына тиклем башҡорт шәкерттәренең күбеһе Бохара, Мысыр яҡтарына ғилем артынан юлланһа, быуаттың урталарында уларҙың байтағы мәктәп-мәҙрәсәләр хужаһы булып китә, һәм сит-ят яҡтарҙан килгән зыялылар ҙа уҡытыу эшенә йәлеп ителә.

Р. Фәхретдиновтың «Аҫар» белешмәһендә алыҫ илдәрҙән килеп уҡытыусылар хаҡында ла мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, Һибәтулла Салиховтың остазы – Вәлетдин бин Хәсән әл-Бағдади, Бағдад-Һиндостан-Хөрәсән-Бохара, Яйыҡ аша килеп, Ырымбур Ҡарғалыһында урынлаша һәм дәрестәр бирә башлай.

Артабан уҡырға


Август 2012

Рәнис Алтынбаев

Ҡатай башҡорттары фольклоры

Ҡатайҙар – ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе. Был этнонимдың барлыҡҡа килеүе тураһында берҙәм генә ҡараш юҡ. Күпселек тикшеренеүселәр уларҙың тамырҙарының ҡара-ҡитайҙарға йәки кидандарға барып тоташыуын раҫлай. Тарихсы-этнограф Рим Йәнғужин билдәләүенсә, “Тарихи-этнографик әҙәбиәттә ҡатайҙарҙың ҡара-ҡитайҙарҙан йәки кидандарҙан сығыуын раҫлаған фекер йөрөй. Ә бына кидандарҙың үҙҙәренең ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында фекер төрлөсә. Шулай ҙа тикшеренеүселәрҙең күбеһе уларҙы монгол сығышлы тип иҫәпләй... Һуңғы йылдарҙа ҡара-ҡитайҙарҙың төркиҙән сығыуы хаҡында фекер нығый бара”.

Ҡатай этнонимы тарихи әҙәбиәттә йыш осрай. Уның ҡытай, ктай, хтай, хытай варианттары ла бар. Башҡорттарҙан тыш, был исем ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, үзбәктәрҙә, нуғайҙарҙа һәм ғағауздарҙа осрай. Ҡара-ҡатай этнонимына килгәндә, беҙҙән тыш, ул ҡырғыҙҙарҙа ғына бар.

Артабан уҡырға


12