Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Зәйтүнә Шәрипова

“…Һаҡлағыҙ һеҙ ошо ерҙең хөрмәтен…”

Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 190 йыл

Заманының билдәле шағиры һәм уҡымышлыһы Ғәли Соҡорой (Мөхәммәтғәли Ғәбдессәлих улы Кейеков) 1826 йылда Башҡортостандың Тәтешле районы (элекке Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Тәтешле волосының) Иҫке Соҡор ауылында донъяға килгән. Уның нәҫел-нәсәбе, ирәкте башҡорттарының дворяндары Кейековтар затынан булып, мул тормошта йәшәгән, мәктәп-мәҙрәсә тотоп, ауыл мөхитенә йоғонто яһаған. Атаһының да иген баҫыуҙары,тирмәндәре, умарталыҡтарынан тыш үҙ мәҙрәсәһе булып, Ғәли башланғыс белемде шунда ала. Ғ. Соҡоройҙоң ижадын ентеклерәк өйрәнеүсе ғалимдар уның бала саҡтан уҡ отҡор, уҡырға һәләтле булыуын билдәләп, унда китапҡа, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙә ата-әсәһенең 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәнүзә Нәҙершина

Бөгөнгө көн шарттарында рухи мираҫты һаҡлау юлдары

“Рухи мираҫ” тигән төшөнсә күп мәғәнәгә эйә. “Рухи мираҫты һаҡлау тураһындағы” ЮНЕСКО конвенцияһының 2-се статьяһы ауыҙ-тел ижады, ғөрөф-ғәҙәт, йола, байрамдарҙы; берләшмәләр, төркөмдәр һәм ҡайһы бер осраҡта айырым бер кешеләр тарафынан мәҙәни мираҫтың бер өлөшө булып ҡабул ителгән белем, күнекмә һәм улар менән бәйле булған ҡоралдар, предметтар, артифакттар, мәҙәни арауыҡтарҙы үҙ эсенә ала.

Бында ауыҙ-тел ижадын, шулай уҡ уның менән тығыҙ бәйләнештә булған яҙма әҙәбиәтте һаҡлау мәсьәләһенә иғтибар бирелгән, мәҙәниәт өлкәһендә халыҡ һәм регион ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса айырым һорауҙар ҡаралған. Рухи мираҫ төшөнсәһенең шартлылығын иҫәпкә алып, “фольклор” термины үҙенең традицион мәғәнәһендә (ауыҙ-тел ижады) ҡулланылған.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мәжит Алкин

МӘҒӘФҮР ХИСМӘТУЛЛИН ЙЫРЛАЙ

(Тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата)

Мәғәфүр Хисмәтуллин йырлай. Яғымлы тауышы күңелдәрҙе берсә һағышландыра, берсә елкендерә. Башҡорт халыҡ йырҙарын  уның башҡарыуында тыңлағанда уларҙың бөйөклөгө бөтә тулылығында күҙ алдына баҫа, тамырҙарыбыҙҙың ниндәйен тәрәнлектә ятҡанына һоҡланаһың, шул халыҡ вәкиле булыуыңа ғорурланаһың.

Ысын йырсы ысын музыкант та булырға тейеш. Был фекерҙе испан йырсыһы һәм вокал педагогы Мануэль Гарсиа әйткән. Ысын йырсы үҙенә генә хас вокал оҫталығы, бер кем менән дә бутап булмай торған тауыш тембры

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәйтүнә Шәрипова

Һәр бер сәскәнең үҙ йәме...

Матурлыҡ – ҙур бәхет, әгәр ҙә ул

һинең өсөн һәләкәт шишмәһе булмағанда!

 Әбүс.


“...Мин ҡараҡ та түгел, кеше лә һуймаған, алдашыуҙы ла , шулай уҡ хыянат ҡылыуҙы ла һөймәйем. Әгәр ҙә минең йөрәгем халҡыма булған тиңһеҙ бер мөхәббәт менән нурланған икән, был хыянатмы ни? Бының өсөн мине енәйәтсе тип атарға кемдең хаҡы бар?”

Артабан уҡырға


Январь 1970

Юлай Ғәйнетдинов

Беренсе Донъя һуғышы башланыуға –100 йыл

«Ир баштары ҡайтмаҫ ер түгел...»

1939 йылда Вена Фәндәр академияһы тарафынан немец телендә “Рәсәй әсирҙәренең йырҙары” исемле ике томлыҡ хеҙмәттең икенсе бүлеге баҫылып сыға. Башҡорт йырҙарына бағышланған был китаптың барлығы Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы, тарих фәндәре докторы, профессор Иҫәнбикә Туған аша билдәле булды (“Рәсәй әсирҙәренең йырҙары”. Зилиә Рәйемғужина, Әхәт Сәлихов. “Ватандаш”, 1998 йыл, №4).

Был йырҙарҙы Беренсе Донъя һуғышы йылдарында әсиргә төшкән башҡор

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рәшиҙә Ғиззәтуллина

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә

Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың быуаттар һуҙымында тупланған тапҡыр аҡылын һаҡлауы менән әһәмиәтле. Уларҙың туғанлыҡҡа бәйлеләрен ҡарап үтәйек.

Ҡан-ҡәрҙәште мал ҡәрҙәше айырған.

Ауырыу – аштан, дау – ҡәрендәштән,

Таҙ – таныштан, ҡутыр – ҡамыштан.

Ашап-эскәндә дуҫ яҡшы,  ҡанлы көндә ҡәрендәш яҡшы.

Ҡатын ҡәрендәш ҡаҙан янында, ир ҡәрендәш ишек төбөндә.

Артабан уҡырға


Октябрь 2012

Розалия Солтангәрәева

Эпосын һөйләгән халыҡ һайыҡмаҫ

Эпос – ерле халыҡтың был донъяға барлыҡҡа килеүе, урыны, йәшәү миссияһы һәм уның рухи терәктәре, йола-закондарын һаҡлаған космик һәм халыҡ-ара кимәлдә иң көслө һәм асыҡ танытмаһы. Үҙ ерендә этнос булып формалаша башлаү дәүеренән алып үҙ аллы милләт булғанға тиклем берҙәм, бер идеялы, тоғро бер телле халыҡ ҡына һәм  тамыр аңлы, үҙ ырыуы, тел, мәҙәниәт ҡәрҙәшлеге менән берләшкән ҡәбиләләр бөтөнлөгө генә эпослы була ала. Күсеп йөрөгән, ҡатнашҡан, ассимиляцияға бирелгән һәм көслө ят бауыр мәҙәниәте баҫып киткән цивилизациялар үҙ эпосын юғалта. Үҙ эпосын, рухиәт ҡанунын  һаҡлау өсөн халыҡ һәм уның ижадсылары бик көслө булырға тейеш. Шуға ла эпосын ҡеүәтле милләт кенә һаҡлай ала. Ә башҡорт халҡы эпосын да, үҙен дә һаҡлаған! 

Артабан уҡырға


12