Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Йәдкәр БӘШИРОВ

БӨЙӨК БАШҠОРТ ИЛЕ

4. Ишем ханлығы

Ишем ханлығы тарихы тулыһынса өйрәнелмәгән.

VIII – XII быуаттарҙа башҡорттарҙың бер төркөмө Урал тауҙары һәм Иртыш арауығының төньяғындараҡ, Обь йылғаһы бассейынында урынлашып, Ишем ханлығы тип шартлы рәүештә аталған ырыуҙар союзы барлыҡҡа килә (Г. Л. Фәйзрахманов. Ҡаҙан татарҙары тарихы. Ҡаҙан. 2002. 117–136-сы биттәр). Ишем ханлығы булыуы һәм унда башҡорт ырыуҙарының йәшәүе Иртыштың һул яҡ яры Мөйтән бейҙең олоҫона инеүе менән аңлатыла. Мөйтән бейгә был ерҙе Сыңғыҙ 

Артабан уҡырға


Июнь 2016

Рәшит Шәкүров

Тарихҡа яңыса ҡараш

Йәдкәр Бәшировтың был китабы урта Волга, Урал һәм көнбайыш Себер халыҡтарының урта быуаттағы этник тарихын өйрәнеүсе монография булып тора. Был теманы автор 2013 йылда донъя күреп, йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған “Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш” тигән хеҙмәтендә өйрәнә башлағайны. 2014 йылдың февралендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли китапханаһында танылған башҡорт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары һәм журналистары ҡатнашлығында шул китаптың исем туйы үтеп, унда был хеҙмәт үҙенең юғары баһаһын алғайны.

Артабан уҡырға


Июнь 2016

Йәдкәр БӘШИРОВ

БӨЙӨК БАШҠОРТ ИЛЕ

Балыҡсы

Ғәли Соҡорой үҙенең «Тәзкирәт лиль-ихвәнсә-әл-әхбәб» тигән хеҙмәтендә: «Риүәйәттәргә ярашлы, бабабыҙ Майҡы Ярашлы бей Сыңғыҙхандың вәзире булып хеҙмәт иткән, әйтеүҙәренсә, уның Ҡаратабын, Байҡы, Балыҡсы атлы улдары булған. Бей һәр улына белем биргән, сәйәхәттәргә һәм походтарға  эйәртеп алып йөрөгән», – тип яҙа. “Башҡорттарҙың тарихы”нда Майҡы бейҙең Ирәкте, Балыҡсы һәм Байҡы ырыуҙарының бабаһы булыуы хаҡында әйтелә (204, 16-17-се биттәр).

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәнил Күзбәков

Маҡсатҡа ынтылыш

(очерк)

Февралдең икенсе яртыһы. Сауҡалыҡтар ҡаплаған ҡалҡыулыҡтар, уйпат урындар, тигеҙлектәр аша ярайһы тапалып өлгөргән парлы эҙҙәрҙән саңғысылар елә. Көнө ниндәй! Биттәрҙе генә алһыуландырыр һалҡынса. Күк йөҙө салт аяҙ. Дилбегәләй генә күтәрелгән сағыу ҡояш, күңелдәрҙе елкендереп, алға саҡыра. Саңғысыларҙың йылдам хәрәкәте тыуҙырған елде, шыйлаған саңғы табаны, ҡарға ҡаҙалыусы таяҡ тауыштарын иҫәпкә алмағанда тирә-яҡ тып-тын. Хозурланып китеп тынлыҡты тыңларлыҡ. Тик йән-фарман алға атлығыусы егет-ҡыҙҙарҙың, университет студенттарының быны иғтибарларға мөмкинлеге самалы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ғарифулла Япаров

Еребеҙгә хужа булырға ваҡыт

Ғарифулла Хәбибулла улы Япаров 1957 йылда Архангел районы Айытмәмбәт ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын, юғары партия мәктәбен, БР Президенты эргәһендәге дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юриспруденция бүлеген тамамлай. Бригадир, агроном, колхоз рәйесе, район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй. Бөгөнгө көндә – Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Өфө ҡалаһындағы филиалы директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор.

Рәсәй Федерацияһының 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш концепцияһына ярашлы рәүештә, ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстарының һөҙөмтәлелеген арттырыу дәүләт аграр сәйәсәтенең төп маҡсаттарының

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мәхмүт Хужин

Еңеү хаҡын үлгәндәрҙән һора

«Парадта 16 мең һалдат һәм офицер, 143 хәрби осоу аппараты, 194 берәмек хәрби техника, шул иҫәптән үҙ йөрөшлө «Ярс» ракета комплексы, оператив-тактик «Искандер-М» ракета комплекстары, үҙ йөрөшлө «Мста-С» артиллерия ҡоролмалары, Һауанан һөжүмгә ҡаршы – «Тор-М2У», «Панцирь-С1», С-400 «Триумф», БТР-82А бронетехникаһы, Т-90 танкылары, «Ракушка» һәм БМД-4М БТР-ҙары ҡатнашты. Сылбырлы платформалағы «Армата» һәм «Курганец», тәгәрмәсле «Бумеранг» бронетехникаһын һәр кем һоҡланып күҙәтте. «Армата» платформаһында хәрби техниканың тотош йыйылмаһы: Т-14 танкы, Т-15 ауыр пехота машинаһы, 152-мм. үҙ йөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы «Коалиция-СВ» урынлаштырылған

Артабан уҡырға


Апрель 2016

Йәдкәр БӘШИРОВ

БӨЙӨК БАШҠОРТ ИЛЕ

Барда иле

Бәшәнәктәр үҙ мәлендә шундай ҡеүәтле ҡәүемгә әүерелә, улар Арджаҡтың һары уғырҙарына Барҙым (Ҡыҙыл бөрйән) дәүләте төҙөргә ярҙамлаша (б.э.т. 226 й.). Был дәүләттә тороп ҡалған бәшәнәктәр «барҙылар» булып китә. Барынджарҙарға ҡәрҙәш ҡәбилә – тамъяндар. Һуңыраҡ башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары хон ҡәбиләһе менән ҡушылып, үҙҙәренә «хонтурсылар» тигән атама ала. Шунан һуң уларға үҙҙәренең дәүләте менән идара итеү дилбегәһен тотторалар. Иман Бахши яҙыуынса: «Ғазан вариҫы Елкә осоронда хондарҙың ҙур бер өлөшө мәсәғүттәрҙән һәм урмыйҙарҙан торған башҡорт ҡәбиләләренә ҡушыла. 

Артабан уҡырға


123456789