Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Ҡарлуғас Ғөбәйҙуллина, Айгөл Алтынбаева, Илһөйәр Сәлихова, Айнур Фәхретдинов

Әҙәбиәткә – йәштәр күҙлегенән

Заманында юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары шиғриәттә, прозала ғына түгел, әҙәби тәнҡиттә лә ярайһы ғына әүҙемлек күрһәтә ине. Йәш тәнҡитселәрҙең сығыштары айырым рубрикаға ла ойоша башлағайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һәйбәт башланғыстар һүнеп ҡуйҙы. Уны яңынан тергеҙеү маҡсатынан Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби тәнҡит секцияһы рәйесе Зәки Әлибаев М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультеты студенттарының ҡулъяҙмаларын алып килде. Был һанда уларҙың бер нисәүһен уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәбеҙ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Евгений ШИШКИН

Ғəйеплеме ни мин?

ДРАМА

Ике шаршауҙа

Ҡатнашалар: 

Раҡаев Сəғит Хəсəн улы                – адвокат

Тəслимə                                             – Раҡаевтың ҡатыны

Нурислам                                          – Тəслимəнең дуҫы

Зəбихə ҡарсыҡ

Сəлихйəн ҡарт                                 – Зəбихə ҡарсыҡтың бабайы

Назаров  Харрас Хəким улы          – эшҡыуар, йылҡы үрсетеүсе

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рәйлә Сабитова

Артыҡбикә

Повесть-монолог

Егерме йылдан артыҡ ваҡыт уҙҙы, Аллаға шөкөр, әсәй шап-шаҡтай. Ул минең ниндәй күңел ғазаптары кисергәнемде белмәй ҙә ҡалды. Ярай, белмәһен.  Уйланиһәң, мин уның кисергәндәре менән ҡыҙыҡһынғаным булдымы? Яраттымы ул берәй ҡасан? Ниңә тап атайҙы ире итеп һайлаған? Ниндәй хыялдар менән йәшәгән, тормошонан ҡәнәғәтме? Бер ни ҙә белмәйем. Беҙҙең бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙарса серләшкәнебеҙ булманы. Мин уны ҡырыҫлыҡта ғәйепләйем, ул – мине. Ҡайһы берҙә ҡылыҡтарын аңлайым кеүек, күпселектә – юҡ. Ул һалҡын мөнәсәбәте менән үҙенән биҙҙереп тора, ә мин һаман уға йылышам.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мансаф ҒИЛӘЖЕВ

Ҡәнзәфәр таштары

Роман                              

1775 йылдың 17 мартында Екатерина II-нең Пугачев болаһын «Мәңгегә оноторға һәм тәрән өндәшмәү һаҡларға» тигән манифесы иғлан ителде.

Ағиҙелдең һул яғына урынлашҡан, кем «Ашҡаҙар», кем «Эстәрле» пристане тип йөрөткән урында халыҡ ҡайнаша. Майҙан – баҙар түгел, сөнки бында тик ирҙәр генә, етмәһә бөтәһе лә ҡораллы. «Ҡорал» тигәндәре шул киҫтән, уҡ-һаҙаҡ, суҡмар, айбалта, һөңгө, ике йә  өс йәпле ағас һәнәк.  Яр буйындағы ағастарға, ҡағылған ҡаҙыҡтарға аттар бәйләнгән, тышауланғандары арыраҡ көҙгө елдәр киптерергә өлгөргән үләнде ялмап йөрөй.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Төркиәлә шиғриәт байрамдары…

«Бөтә донъяны төрки телле халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырыу – беҙҙең иң юғары бурысыбыҙ», – тип әйткән бөйөк шәхес, ғалим, яҙыусы, халҡыбыҙҙың ғорурлығы Әхмәтзәки Вәлиди Туған. 

… Беҙ бала  саҡта олатайҙар «Донъяла ожмах иле бар, тиҙәр. Унда ағастар аллы-гөллө сәскәләр менән ҡапланған, төрлө-төрлө ҡоштар мөғжизәле тауыштар сығарып һайрар, алтын балыҡлы диңгеҙҙәр алтын ҡомло ярҙарын әленән-әле ялап таҙартып торор.  Унда халыҡ телен бысратмаҫ, гел аҡтан кейенер…» – тип һөйләгәндәрен ишеткән бар ине. Тик бына ожмах илен, Һинд киноларын ҡарап, моғайын, ошо ишеткәндәр Һиндостандалыр, тип уйлай торғайным. Ә хәҙер инде, донъялар үҙгәреп  ил сиктәре асылғас, бындай ожмах иленең Төркиәлә икәнлегенә инандым.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәлиҙә Миһрани

Ябай шағирә

Ярай, һинеңсә булһын: мин – яп-ябай шағирә,

Инде ни хәл итәһегеҙ: түгелмен ҡатын-түрә.

Ынтылмайым түрәлеккә, түгелмен аҡса ҡоло,

Шағирәлек – минең өсөн бәхет бит ул иң оло.

Бәлки, тормош тәгәрмәсем абына ла һөрөнә

Баралыр ҡара ерҙән шағырлап, кәлтер-көлтөр,

Әммә рухым – осар ҡош, һөйә гел иркенлекте,

Ҡанатым – илһам, йәшәүем – болотһоҙ зәңгәр күктер.

Артабан уҡырға


Май 2013

Марсель Ғафуров

Әсәй

Леп-леп килгән йөрәк менән

Әсәһен һөйә малай.

Һөйөүе таңғы ысыҡтай,

Бешеп еткән алмалай.

 

Үҙе еңмеш, текә маңлай –

Үҙ аршыны һәр нигә.

Әсәһе ябай, ә уға

Типә-тиңдәй Тәңрегә.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184