Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Гөлнур Яҡупова

«...Һәм иңрәп йырланым, моң-зарлы ҡурайҙай»

Икеләнеү

Гонаһлымын, тәүбәләргә киләм!

Хаҡ Тәғәләм, һине алданым:

Йәр һөймәм, тип, бүтән,

Ант иткәйнем –

Их, һөйҙөм шул,

Тыйыла алманым.

Артабан уҡырға


Январь 1970

07


Январь 1970

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

X төрки халыҡтар шиғриәте фестивале

Төркиә һәм  Ҡырғыҙстан яҙыусылар берлектәре, Ҡырғыҙстан – Төркиә Манас университеты тарафынан Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкәктә X төрки илдәре шиғриәте фестивале үткәрелде. Быға тиклем был саралар төрки халыҡтар йәшәгән Бурса, Конья, Анатолия, Ашхабад, Страсбург, Баҡы ҡалаларында, Ҡырымда уҙғарылған. Беҙҙең башҡорт яҙыусылары ла бындай сараларҙа элек-электән әүҙем ҡатнаша килгән. Был юлы Башҡортостандан шағирәләр Гөлназ Ҡотоева менән Гөлнара Хәлфетдинова әлеге шиғриәт фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә иреште.

Шиғриәт фестивале Ҡырғыҙстан дәүләт филармониһында тантаналы рәүештә асылды. Төрки илдәрҙән килгән шағирҙарҙы Төркиә Яҙыусылар берлеге рәйесе Ибраһим Яуыз, Ҡырғыҙстан Яҙыусылар берлеге рәйесе Чолпанбек Абыкеев һәм башҡа етәкселәр ҡотланы. Гөлназ Ҡотоева Ҡырғыҙстан яҙыусыларына Башҡортостандағы ҡәләмдәштәренән күп сәләмдәр еткереп, «Башҡорт шиғриәте антологияһы»н бүләк итте.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миләүшә Ҡолмөхәмәтова

Китапҡа бағышланған ғүмер

***

... Хисмәтулла Ҡолмөхәмәтов әле ауыл Советы рәйесе булып эшләгәндә үк Ҡанаҡайҙың иң сибәр ҡыҙы Ғәтифәгә өйләнеп, тормош ҡора. Береһенән-береһе сибәр, унған биш ҡыҙ: Мәрйәм, Гөлсөм, Нурия, Рәйсә, Рәмзиәләре тыуа.

Уларҙың ғаиләһе бер урында – Өфөнөң Цюрупа урамындағы 63-сө йортта ғүмер кисерә. Аталары ҡулға алынғандан һуң, күрше-тирә  Ҡолмөхәмәтовтар менән аралашмай, һүҙ ҡушмай, ярҙамлашмай,  барыһы ла  яҡлауһыҙ  ғаиләне рәнйетергә тырыша. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, ҡыҙҙарҙы  «халыҡ дошманы балаһы»  тип әрләп, битәрләп ҡалалар. Хатта төкөрөп, таш бәреп ҡалыусылар ҙа була, элек аралашҡан кешеләр  йөҙҙәрен йәшереп, ситкә ҡарап уҙа.Ҡыҙҙарҙы мәктәптә лә рәнйетеп кенә торалар, минут һайын «халыҡ дошманы балаһы» икәнлектәрен иҫтәренә төшөрәләр, башҡаларға мөмкин булған әйберҙәр уларға ярамай.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәлил Барлыбаев

Яҙмыш – һикәлтәле юл

(Хәтер осҡондарынан тоҡанған фәлсәфәүи уй-фекерҙәр)

Әгәр ат һөрөнһә,

Атты ғәйепләмә.

Юлды ғәйеплә...

              Рәсүл Ғамзатов                                                                

Инеш

Кешенең ғүмер юлы һис тә һыҙыҡтарға бүлгеләнеп, юл билдәләре, светофорҙар ҡуйылған шыма асфальт юлға һис тә оҡшамаған. Киреһенсә, ул йә һикәлтәле, ҡараңғы урмандар аша үтеүсе, тау-ташлы һәм боролмалы һуҡмаҡтарға, йә бер көнө ҡояшлы, икенсеһе ел-ямғырлы, ҡайһы саҡ туңдырып хафаландырған, икенсе осор йылытып, ҡыуандырған һауа торошона тиң. Тормош – шатландырып та, ҡайғыртып та, йылындырып та, өшөтөп тә ала торған сәйер ысынбарлыҡ. Йәш сағында кеше алдағы көндәрҙең ҡайһыһы ел-ямғырлы, ҡайһыһы аяҙ булырын күҙ алдына ла килтерә алмай ҙа, кәрәк тип тә тапмай. Был хәлде ҡалаға машинала

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәниә Чанышева

Бергә йәшәлгән йылдар...

(Ғилемдар Рамазановтың тыуыуына – 90 йыл)

Ғилемдар Рамазанов менән беҙҙе 1945 йылдың сентябрь айы осраштырҙы.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға өс ай ғына үткәйне. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт исемендәге педагогия институтына уҡырға инеү беҙҙең тиҫтерҙәребеҙҙең иң бәхетле көндәре булғандыр. Ауылдан килгән оҙон толомло ҡыҙҙар араһында бер нисә ир-егет тә бар. Улар ҡанлы һуғыш ҡырҙарынан ҡайтҡан Хәким Ғиләжев, Ғилемдар  Рамазанов, йәшерәктәрҙән Фәрит Иҫәнғолов, Агиш Ғирфанов, Хәләф Ҡорбатов. Йылдар үткәс, был егеттәр бөтәһе лә башҡорт әҙәбиәтендә билдәле яҙыусылар булып танылды.

Артабан уҡырға


Июнь 2013

Ғаян ЛОҠМАНОВ

Шатлыҡ

Хикәйә

Иртәнән бирле дошман яғынан да, беҙҙең яҡтан да атыш көслө булғанға, күк күкрәүгә оҡшаған тауыш туҡтауһыҙ яңғырап торҙо. Кискә табан барыһы ла тынды. Көн байыуға күк сите ҡыҙарған һәм ҡалын болот киҫәге, был тынлыҡта тәмле йоҡоға талған төҫлө, ҡуҙғалмайынса, аҫылынып торағандай ине.

Ерән сәсле, ҡуйы ҡашлы егерме дүрт йәштәрҙәге өлкән сержант Мәүлитов землянкаға инеп, өҫтәл янына ултырғас, фуражкаһын аҙ  ғына ҡырын ҡуйып, көндәлек дәфтәренә түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙы: «Минең орудие расчеты бөгөн дошмандың бер танкын һәм егермеләп һалдатын юҡ итте».

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184