Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Мирас Иҙелбаев

Төрки донъяһының рухи Мәккәһе

Башҡорт телендә «төрки» тигән матур һүҙ бар. Ҡаҙаҡса – «түрiк». Рус  телендә иһә был һүҙ  ике мәғәнәһен йәнәш ҡуйғанда ғына тулыһынса аңлашылыр: «тюрки» (с ударением на первый гласный звук) – «тюркские народы», «тюрки» (с ударением на второй) – «тюркские языки». Төрки телдәренең береһендә һөйләшкән, уны үҙ туған теле тип һанаған һәр кем, әгәр үҙенең тәрән тамырҙары менән  ҡыҙыҡһынһа,  үҙенең ошо һүҙгә мөнәсәбәтле икәнлеге менән ғорурлана алыр ине. Ә был телдәрҙә – төрки телдәрендә – 160 миллиондан ашыу кеше һөйләшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә үҙ телен дә һанға һуҡмаған, туған телендә бөтөнләй һөйләшә белмәгәндәр бар. Ошо ике рухи сиктә йәшәгәндәрҙең күңел байлығы нисбәтен күҙ алдына килтереп ҡарасы! – берәүҙәр үҙенең кем икәнлеген дә белмәйенсә быҫҡый, төтәй; берәүҙәрҙең дәрт-дарманы, ҡөҙрәте, изге ынтылыштары ярты донъя кешеләренең күңелен йылытыуға етә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәлил БАРЛЫБАЕВ

Яҙмыш-һикәлтәле юл

Сәйәсәт – үткеһеҙ һаҙлыҡ

Совет осоронда мин сәйәси тормошта бик әүҙем ҡатнашманым, бер ниндәй юғары органдарға ла һайланманым, нигеҙҙә уҡытыу һәм ғилми эш менән шөғөлләндем. Тик СССР менән КПСС-тың тарҡалыуы башланғас ҡына, мине сәйәси тормошҡа йәлеп итергә тотондолар. Илдә төрлө  сәйәси ойошмалар төҙөлөп, Мәскәүҙәге иптәштәр мине «Марксистик платформа» тигән ойошмаға өгөтләп, шундай уҡ ойошма Башҡортостанда ла барлыҡҡа килгәс, мин уның етәксеһе булып киттем. 1990 йылдың июнендә РСФСР Коммунистар партияһының ойоштороу съезы булып, унда мин ойошманың контроль-ревизия комитеты ағзаһы итеп һайландым.  И. Полозков, В. Купцов, Г. Зюганов партияның етәкселәре булып китте. Миңә яңы ойошма  үҙәк комитетының, контроль-ревизия комитетының бер нисә пленумында ҡатнашырға насип булды. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рима Ҡотлоғәлләмова

Акрил проекты: мул тормошмо, әллә өҫтәмә мәшәҡәттәрме?

Имен мөхит – кеше һәр яҡлап уңайлы ғүмер кисерһен өсөн мотлаҡ шарттарҙың береһе. БР Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә ошо проблеманы алға ҡуйып, ағымдағы йылды тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бағышларға саҡырғайны. Әлбиттә, был төшөнсә беҙҙе уратып алған тәбиғи мөхитте генә түгел, күберәк әҙәм балаһының уға мөнәсәбәтен үҙ эсенә ала. Ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу, атмосфера һауаһын ағыуламау, һыу ятҡылыҡтарын бысратмау, тәбиғәттә балансты һаҡлау һ.б. – шулар рәтендә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мәхмүт Хужин

Ваҡытты эйәрләгән һыбайлы

«Унынсыны бөткәндән бирле аттан төшкәнем юҡ, сабам да сабам», – юғары категориялы хирург Әхтәм Фәйзуллин һуңғы ҡырҡ йыллап ғүмеренең көсөргәнешлеген шулай баһалай. Әҙәби ижад мөхитендә ҡәләм һынап ҡараған кеше булмаһа ла, бик тапҡыр, образлы әйтә алған. «Урта мәктәпте тамамлап, өлгөргәнлек аттестаты ҡулына килеп эләккәндән бирле йән менән тәнемдең тынғылыҡ күргәне юҡ» тигәнде аңлата ул. Бәләкәй генә төҙәтмә индерәйек, сөнки табипҡа, ғөмүмән, ат өҫтөндә түгел, ә үҙенең ике аяғында сабырға тура килә. Әлбиттә, яйы килгәндә, еңел машинаһын да «эйәрләп» ала. Ни ҡылмаҡ кәрәк, хирург ярҙамына күҙ терәп тороусыларҙың арта барыуы технократик үҫеш юлынан тайпылышһыҙ барған йәмғиәтебеҙҙә ғәрипләнеүселәрҙең һуңғы «автомобилләштереү» йылдарында айырыуса юғары тиҙлектә күбәйеүенә бәйле. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәт Мәхмүтов

Юмор һәм сатира оҫтаһы

(Зөлфәр Хисмәтуллиндың тыуыуына  – 90 йыл)

Һәр ваҡыт асыҡ  сырайлы, көләкәс йөҙлө, баҫалҡы һәм тыныс тәбиғәтле ине Зөлфәр ағай. Уның берәйһенә асыулы  һүҙ әйткәнен йәки тупаҫ мөғәмәләһен күргән дә, ишеткән дә булманы. Үҙе сикһеҙ ярҙамсыл һәм ихлас ине.

Зөлфәр Фазылетдин улы Хисмәтуллин 1933 йылдың 11 июлендә Башҡортостандың хәҙерге Белорет районы Сермән ауылында тыуған. Ошонда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет металлургия техникумына уҡырға инә. 1941 йылда диплом ала һәм Белорет металлургия заводында техник булып эшләй башлай.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнисә Таһирова

Муза ситкә тибәрмәне һине...

  Ирек Кинйәбулатовҡа

Ҡырҡ йыл йәнәш  һуҡмаҡтарҙан атлап,

Аңлап   булмай һине – йомаҡты.

Бер ҡараһаң – һин бер ҡатлы, көләс,

Бер ҡараһаң – йомоҡ, ҡырҡ ҡатлы.

Артабан уҡырға


Июль 2013

Әнғәм Хәбиров

Башҡорт та ул, россиян да

(Ирек Кинйәбулатовҡа – 75 йәш)

Бынан күп йылдар элек Ирек Кинйәбулатовтың «Мин – башҡорт!» тигән шиғырын уҡып ултырғанда, Мостай Кәримдең «Россиянмын» тигән шиғыры хәтергә төшөп йөҙәткәне иҫтә ҡалған. Яҙылыу мәлдәре буйынса уларҙы бер-береһенән дүрт тиҫтә йыл айырып торһа ла, был шиғырҙарҙың мотивтарында ниндәйҙер яҡынлыҡ һәм уртаҡлыҡ бар һымаҡ тойолғайны. Шиғырҙарҙың икеһендә лә һүҙ милләт яҙмышы, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында бара. Әгәр Мостай Кәрим ун бер строфанан торған шиғырында:

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184