Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН

МӘҢГЕЛЕК ҺОРАУ

Хикәйә

Зыяратҡа ғәйәт күп халыҡ йыйылды. Ҡалала йәшәгән Хәбипте, әйткән васыяты буйынса, тыуған ауылына ҡайтарып ерләнеләр. Үҙенең яман сирҙән һауыға алмаясағын аңлап, һуңғы үтенесен әйтеп өлгөргән, ти, мәрхүм.
Мулла үҙ вазифаһын белеп башҡара. Доға уҡый, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә, өгөт-нәсихәт бирә. Зыяраттағы бар халыҡ, ауыҙҙарына һыу ҡапҡандай, мөкиббән китеп уны тыңлай. 
Ҡәберҙең дүрт мөйөшөнә мәрхүмдең туғандары баҫҡан. Шуларҙың иң кесеһе – Хәбиптең энеһе Харис – төп йортта йәшәй. 
Ауылдың иң өлкән кешеһе – һикһән һигеҙ йәшлек Әхмәтнур бабай аяғүрә баҫып тороп арыны, шикелле, ҡойма буйына барып, йәшел сиҙәмгә ултырҙы. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ғәлиә Фәйзуллина

УЙҘАРЫМ САБЫШ АТЫ

Шаярыу ҡатыш хәҡиҡәт

Бармы икән тағы берәй мәхлүк – 
Беҙҙең һымаҡ, танауҙары менән 
Ерҙе һөрә-һөрә алға барған?
Ил-йорт йәме тиеп, кеҫәһенән
Тинен сығарып һалған, хыялында
Айға, йондоҙҙарға менә алған?

Бармы икән тағы берәй мәхлүк – 
Йөҙөн йыртмайым, тип, хужаһының,
Башын баҫып ҡына тыңлап торған?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Риф ӘХМӘҘИЕВ

“ТӘҠДИРЕҢДЕ МАҢЛАЙ ҺЫРЫ ИТЕП, ХАҠ ТӘҒӘЛӘ АЛДАН ЯҘА, ТИ...”

Рух менән аҡса
1
Рух менән аҡса,
Аҡса менән Рух –
Һәр береһе етди төшөнсә.
Шулар бер саҡ,
Дуҫ һәм татыу булып,
Йәшәп китер микән кешесә?

Береһе – визуаль,
Виртуаль – икенсеһе, 
Шулар көндөң үҙәк темаһы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Йәмил Мостафин

Убыр

Тайшет күгенән бына бер нисә көн инде әскелтем һөрөм еҫе аңҡый. Поселок кешеләре әленән-әле көнсығышҡа баға, тайга өҫтөндә уйнаған ялҡын телдәрен күҙәтә. Гүйә кемдер офоҡта ҙур ҡыҙыл яулыҡ болғай ине.
Көндөҙ ҡояш еҙ батмус һымаҡ төтөн шаршауы араһында өҙөк-һурыҡ ҡына күренеп ҡала. Тайшет малайҙары ҡояшҡа ҡарап ғәжәпләнә, шунан үҙҙәренсә һығымта яһай.
– Хәтәр дөрләй бит! Күрегеҙсе, хатта ҡояш ирегән, – быларҙы һипкелле Гога ҡысҡыра ине.
– Ысын даһа, ҡояштағы тауҙар ҙа яна икән! 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мәхмүт ХУЖИН

Әруахтар ауазы

Роман

Зәйнәп Камаловна үҙ ҡыҙы менән һөйләшмәне түгел, һөйләште, мул тәжрибә туплаған ҡатын булараҡ, уның ғаилә ҡороуға күптән үҙ ҡарашы бар ине. Шулай була бит ул: йылдар үтеп, аҡыл ултырғас, кеше үткәненә ололарса баға ла, теге саҡта улай итергә түгел, былай итергә кәрәк булған, тигән һығымта яһап ҡуя. Ул ғына ла түгел, йәшерәктәргә аҡыл өйрәтә:
– Һинең урыныңда булһаммы?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ғәфейә ҒАФАРОВА-БИШЕВА

Кәмәлек

Икенсе бәйән
СОНТОҠ ҠОЙРОҠЛО АТ
Йәйҙең йылы матур көндәре тора ине. Бер нисә көн болотлап ямғыр яуҙы. Өй түбәһе эсле-тышлы һыланһа ла, ныҡ кибеп етмәгән ерҙәре ҡупты. Сәлимә балсыҡ баҫып төшкән ерҙәрен һылай. Бер яҡтан ҡура-соланын да эш итергә кәрәк. Өйөнөң тәҙрә рамдары ла, ишектәре лә, кемделер ялларға ҡулында бер тин аҡсаһы ла юҡ. Күршелә генә Ҡолдәүләт тигән ағай бар ҙа бит. Балта оҫтаһы.
Бер көн эштән һуң еңгәһе Ғилмиямалға китте. Үҙ өйө булмағас, хужалыҡ та юҡ, нимә эшләһен, ас йәшәп булмай бит. 
Ғилмиямал – күпте күргән, нахаҡҡа төрмәләрҙә ултырып,

Артабан уҡырға


Май 2017

Евгений НОСОВ

ЕҢЕҮҘЕҢ ҠЫҘЫЛ ШАРАБЫ

Хикәйә

Ҡырҡ биштең яҙында беҙ Мәскәү янындағы Серпухов ҡаласығында инек.
Товарняк вагон-теплушкаларынан йыйылған эшелоныбыҙ Рәсәйҙең ҡарлы киңлектәре буйлап аҙна самаһы «аҙашып» йөрөгәс, ниһайәт, февралдең буранлы төнөндә Серпухов тыҡрығында һыйыныр урын тапты. Буферҙарҙың һалҡын шылтырауы һуңғы тапҡыр состав буйлап йүгереп үтте, әйтерһең, поезда ватыҡ быяла һауыт-һаба ташыйҙар. Эшелон шып туҡтағас, вагондың таҡта стенаһына ҡоро ҡар бөртөктәре бәрелгәне ишетелде. Тимер юл хеҙмәткәренең түҙемһеҙ, ҡарлыҡҡан һыҙғыртҡысы баҫылыр-баҫылмаҫтан, беҙҙе вагондарҙан сығарырға тотондолар. Эске кейемдә, өҫтөбөҙгә одеялдар ҡаплап сығарҙылар ҙа,

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184