Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Зөһрә БӘШӘРОВА

Бала саҡ мәҙәктәре

(Повестан өҙөк)

... Әсәйем клубына барып килде, урамға сығырға миңә һаман да рөхсәт юҡ. Киске сәғәт биш тулды. Атайым эштән ҡайтты. Ул яңыраҡ район үҙәге Асҡарға барып килгәйне.

– Зөбәйләнең хәле элеккесә. Ҡайтармайҙар әле, – тип һеңлемдең хәлен белгертеп алғас.–Кискә беҙгә урыҫ килә, шаярмағыҙ, тик кенә ултырығыҙ, –тип беҙҙе тыйып ҡуйҙы. Мин «Әлифба»мды йәһәт кенә сумкама һала һалдым.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Илдар ИСЛАМОВ

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы

Булған хәл

Беҙҙең Ҡыҙыл йылғаһы балыҡҡа бай. Ауылдаш балыҡсылар ҙа байтаҡ. Шулай ҙа был шөғөлдө үҙ итеүселәр араһында ҡорҙаштар булған Әхиәр, Фуат һәм Хәмит ағайҙарға тиңләшеүселәр юҡтыр.

Өс дуҫ, йәйҙең матур бер көнөндә йылым менән Байымдан төньяҡта ятҡан Бәләкәй Ғәбдиндән (хәҙер ул ауыл юҡ инде) түбәнгә ҡарай йылғаға төшөп, мул ғына балыҡ тоталар. Ажау, сабаҡ, шамбынан тыш, ҙур ғына суртан да эләгә. Ауҙы төрөп, ҡайтыр юлға ыңғайлайҙар. Һәр балыҡсының хыялы–үҙенә 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зөһрә УСМАНОВА

Рәзидә

Хикәйә

Мин, Сабир Шәйәхмәтов, район үҙәгенән ауылға ҡайтыу өсөн автобус көтөп торам. Билет ҡулда, автобус та бына-бына килергә тейеш. Кеше ул тиклем күп түгел. Урын өсөн бик борсолмай, тирә-яҡты күҙәтә-күҙәтә папирос көйрәтәм.

Ғәҙәттәге ығы-зығы. Кешеләр инәләр, сығалар… Бала етәкләгән йәш ҡатын ары-бире үткеләп йөрөй. Оҙон сәсле егет менән ҡыҫҡа сәсле ҡыҙ, транзисторҙарын борғолап, йыр тыңлайҙар. Бына, Сибайға бер такси килеп туҡтаны. Сеү! Уның ҡаршыһына кем йүгерҙе?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Иҙрис НОҒОМАНОВ,

Урман хужаһы

Уймаҡ хикәйә

Йылдың ғәжәйеп миҙгеле – алтын көҙ етте. Ҡырға сыҡһаң, һинең алдыңа һәр төрлө төҫтәргә мансылған әкиәти урман килеп баҫа һәм … тынлыҡ. Ер өҫтөндә дауыл алдынан ғына була торған һиллек хөкөм һөрә. Көҙгө йонсоуҙар башланмаҫ элек, әбейҙар сыуағының наҙ тулы ҡояшына иркәләнеп ҡалайым, тигән һымаҡ, тәбиғәт ирәйә. Ошондай көндә балаларыңа мөғжизә тулы урман-ҡырҙарҙы күрһәтеп йөрөп ҡайтмау–үҙе оло гонаһ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зилә АБЗАЛОВА

Гәлсәр ярсыҡтар

Хикәйә

– Һин башланың был юлы, белдеңме? Ә мин бөтөрөп ҡуям!

– Кем кемде бит әле? Йә, Хоҙай, башымды ашай алмай йонсоноң инде…

– Аңра! Ғүмер буйы шул аңралығың арҡаһында яфа сигеүҙәрем! Һарыҡ һин, Яхъя түгел!

– Уф, Аллам! Һиндәй ағыу телле бисә был донъяла бүтән юҡтыр ҙа, и башҡаса булмаҫ та, и булмаһын да!

Артабан уҡырға


Январь 1970

Наилә КИМАЛОВА

Уландарым

Уландарым, уландарым,

Ҡай арала буй еттегеҙ?

Тыуып-үҫкән ояғыҙҙан

Осоп сығып та киттегеҙ.

 

Уландарым, уландарым,

Тәңре биргән бүләктәрем.

Артабан уҡырға


Февраль 2014

Бибиямал ЙОСОПОВА

Себер

Ул яҡта ла һаҙлыҡ, был яҡта ла...

Себер тора икән һаҙлыҡтан.

Күпме ирҙәр бында башын юйған,

Күпме яҙмыш юлдан яҙлыҡҡан.

 

Себер, Себер... Күпме ир-егеттең

Тәҡдирҙәре һиңә бәйләнгән!

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184