Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ЙӘН ТАРТМАҺА ЛА, ҠАН ТАРТА

Халыҡ араһында сәсән-йыраусы тигән даны сыҡҡан Спартак Ильясовтың "Ағиҙел" журналының былтырғы 1-се һанында баҫылған "Сағымдағы олоу" тигән бәйәнен уҡығандан һуң оҙаҡ ваҡыт күңел тыныслығы таба алмай йөрөнөм. Йәшермәйем, уның тәьҫиренән һуң булмышым сөңгөлөндә "асырғаныу бүреһе" олоно. (Был олоу тауышын ишеткегеҙ килһә, тиҙ арала бәйәнде табып уҡырға тәҡдим итәм). Ҡасандыр күренекле ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың "Язалау урыны" тигән романын уҡығандан һуң да ошоға оҡшаш тойғолар кисергәйнем. Әле килеп "Сағымдағы олоу" бәйәне Сыңғыҙ Айытматовтың шул романын хәтерләтте.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнғәм Хәбиров

«Бар матурлыҡ минең ҡосаҡта...»

Әҙәбиәт донъяһына Муса Сиражи 1966 йылда баҫылып сыҡҡан «Осрашыу» тигән йыйынтығы менән килеп инде. Йыйынтыҡтың атамаһына ҡарағанда, унда һүҙ йәш авторҙың тормош менән, әҙәбиәт донъяһы менән осрашыуы хаҡында баралыр һымаҡ. Ләкин йыйынтыҡҡа тупланған әҫәрҙәр  менән яҡындан тороп таныша башлағас, «Осрашыу» тигән шиғырҙың бөтөнләй башҡа нәмә тураһында икәнлегенә төшөнәһең. Китаптың йөҙөк ҡашы, минең ҡарашымса, «Осрашыу» тигән шиғыр түгел, ә уны асып ебәргән «Был күңелде аңламаҫһың инде...» тигәне. (Йәйә эсендә әйтеп үтәйем: авторҙың артабанғы йыйынтыҡтарында был шиғыр «Ашҡыныу» тигән баш аҫтында бирелә.) 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рауил Ғәлин

Юморескалар

Сирләнем

                               Риф Дәминевҡа эйәреп

Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр сирләп киттем – ләж ятып ауырыным. Балнисҡа һалып ҡуйҙылар. Көн  буйы  карауатта  тулап яттым, әй. Кисен тәмле сәй йоттороп, бер-ике ҡалаҡ булһа ла нимәнәндер бутҡа ла ашаттылар. Күп тә тормай,  шәфҡәт туташы палатаның ишеген асып:

– Ауырыуҙар, уколға, дарыуҙар алырға! – тип ҡысҡырҙы ла ары йомолдо. Коридорҙан кем нисек йөрөй ала, шулай процедура бүлмәһенә ағыла башланы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Марсель Сәлимов

“Сарлап сатира йәптәрен...”

Заманына ҡарай көлкөһө

Был донъяның – өс заманы.

Бар яҡшыһы,

                               бар яманы.

Һәр замандың –

                               үҙ ялғаны,

хәҡиҡәте һәм хикмәте...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәрит Вахитов

Оло юлға сығыр алдынан

Үҫмер саҡта, йәш имәндәй буй ҡалҡытып, донъяға күҙ асыла башлағанда, кем генә үҙенең киләсәген тоҫмалламай икән? Йүгереп сығып китеп, башта офоҡтан теге яҡтағыһын күрге килә, хыял ҡанатында төрлө һөнәр үҙенсәлектәре һынлана. Ваҡыты етеп, мәктәп менән хушлашыр көндәр яҡынлашҡанда, үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәгән саҡтар ҙа була.

Хыялый үҫмер саҡ. Әсә күңеле – балала, бала күңеле далала, тип юҡҡа әйтелмәй.  Бик тәбиғи, әсә үҙенең ғәзиз бәпесен ҡурсалап, нисек тә уны  үҙ ҡарамағында тотмаҡсы, ә  үҫмерлектән сығып еткән бала ситкә, алыҫҡа ҡарай. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мәхмүт Хужин

Дәүләт сәләмәтлегенең нигеҙе

 “Ҡасандыр иң күп уҡыған ил хәҙер ул абруйлы исемгә дәғүә итә алмай, – тине РФ Президенты Владимир Путин ил әҙәбиәтселәренең былтыр 21 ноябрҙә булып үткән йыйылышында сығыш яһап. – Йәмғиәтебеҙҙә мәҙәнилек шундай түбәнәйҙе: йәштәр үҙ фекерен аңлайышлы итеп еткерә лә белмәй”. 4 декабрҙә БР Мәҙәниәт министрлығы ойошторолоуына 60 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған тантанала республика Президенты Рөстәм Хәмитов та: “Йәмғиәттең нигеҙе ныҡ түгел, төрлө сәбәптәр арҡаһында бөгөн мәҙәни мөхит боҙолған, – тигән үкенес белдерҙе.

Артабан уҡырға


Февраль 2014

Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА

Ҡибла ҡайһы яҡта

Хикәйә

Ҡыбырлаған һайын шығырҙаған тубыҡ һөйәктәрен яҙырға теләп кенә эшкә тотонғайны Йәғәфәр ҡарт. Эш тигәс тә, әллә нимә ҡыйратҡаны ла юҡ, шулай ҙа ауыл ерендә уныһын һалып, быныһын һөйәһәң дә арыттыра. Эшкә ашмағанын белә-күрә, эш артынан тыпырлап йөрөүен әйтсәле. Әле лә баш-күҙлек кенә тигән эше ҡояш төшкөлөккә боролғансы етә яҙҙы.

Арыуы ла үҙенекен итте булһа кәрәк: аяҡ быуындары ҡапылайымға йомшаны, ширегә ҡалған тарамыштары тартышып ҡуйҙы. Ҡартлас болдорона ҡарай тәнтерәкләне. Ыңһарлап баҫҡысына терәлде.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184