Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Июнь 2017

Лена Хәйруллина

Еҙнәм инең...

Көтмәгәндә шылтыраны телефон. Төнгө икенсе яртылар тирәһендә. Йоҡоно бүлгән шылтыратыуҙың кемдән икәнен белергә лә теләмәйенсә, һәрмәп табып ҡыҙыл төймәгә баҫтым да телефонды мендәр аҫтына тыҡтым. Инде йоҡлап киттем тигәндә, ул тағы шылтыраны.
– Сәғәт нисә икәнен беләһегеҙме?!
Яуап биреүсе булмағас, ҡыҙа башланым:
– Алло, тим! Ниңә өндәшмәйһегеҙ ул?
Йоҡо аралаш булһа ла, теге оста мышнау ишетеп һағайып ҡалдым.
– Һы...Һы- лыу... Ней... Ней бит әле...
– Уфф! Һинме ни ул, апай? Һуң сәғәт икенсе яртыла?! Миңә иртүк эшкә икәнен уйлайһыңмы? Тапҡанһың ваҡыт!
Ул саҡ ҡына пауза яһап ала ла шул бер һүҙен ҡабатлай:
– Ней бит әле... Ней...

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Наил Юлдашбаев

Намыҫ ҡапҡаһы

Магазинда кеше күп түгел.
– Һеҙҙән алты йөҙ ҙә ҡырҡ һум, – тип йылмайып ҡараны миңә йәш кенә һатыусы ҡыҙ. 
Ҡулымдағы бер меңлек ҡағыҙ аҡсаны һуҙҙым. Исемһеҙ бармағында алтын балдаҡ ялтырап күренеп ҡалды. “Йәш кенә булһа ла, кейәүҙә икән”, – тигән уй йүгереп үтте башымдан...
Бер ҡулыма – һатып алған әйберҙәрҙе, икенсеһенә мең һумдан артып ҡалған ҡағыҙ аҡсаларҙы тотоп урамға сыҡтым. Тышта ҡыш башланып тора: бөтөн донъяны ап-аҡҡа күмеп, ябалаҡлап ҡар яуа. Шуға кәйеф күтәренке. Таныштар, шулай уҡ таныш булмағандар менән һаулыҡ һораша-һораша ҡайтыу яғына ыңғайланым.

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Айгиз Баймөхәмәтов

ЙЫНАЗА


Июнь 2017

Рәзинә Зәйнетдинова

Килен шәле

Быҫҡаҡлап һибәләгән ямғыр, мыжып, бер туҡтауһыҙ үкһеп илаған балалай, һаман туҡтаманы. Башҡа йылдарҙа был ваҡытта күптән әбейҙәр сыуағы, йылы, ҡояшлы көндәр була торғайны. Әле иһә күктең төбө тишелгән тиерһең. Етмәһә, һыуыҡ, әсе еле үҙәккә үтә. Былай ҙа өшөп, ауырып торған Зәбирә ҡарсыҡ тамам хәлдән тайҙы. Арҡаһы, аяҡтары боҙ кеүек туңып, тамағы ауыртыуҙан төкөрөгөн дә йота алмаған, башы өҙлөкһөҙ сәнсеүҙән йонсоған ҡарсыҡ, исмаһам, янымда мамыҡ шәлем дә юҡ шул, ябынып ятһам, тәнемә әҙерәк йылы инер ине, тип уйлап ҡуя. Ҡайҙа йығылырымды белһәм, аҫтыма һалам түшәп ҡуйыр инем, тигәндәй, әлегеләй ташландыҡ әйбер хәленә ҡалырын һис көтмәгәйне. Сит ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке ташламаҫ, тиһәләр ҙә, үҙ балаң шундай көнгә ҡалдырыр тип кем уйлаһын инде...

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ИҒЛАН ИТЕЛГӘН АВТОНОМИЯ...

Ул – меңйыллыҡтар һөҙөмтәһе, шаңдауы

Үҙ тарихын өйрәнеү, белеү, һанлау кешегә нимә бирә? Әйтергә кәрәк, барыһын да. Атай-олатайҙарың үткән юлды, уларҙың ҡылған ғәмәлдәрен белеү ҙә үҙеңдең нимәгә һәләтле булыуыңды аңлауға алып килә. Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең “Башҡорт халҡына хушлашыу хаты”нда тарихҡа мөнәсәбәтен түбәндәгесә билдәләй: “...Мин үҙем, боронғоларҙы белгән­лектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Иҫкә алынған ҡәүемдәр хөрриәт өсөн ватандарын ҡалдырып киткәндәр, әммә хөрриәт ҡаҙан­ғандар. Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәге ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтөн баҡсаға таралыр...”

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Мәхмүт ХУЖИН

ӘРУАХТАР АУАЗЫ

Роман

Өсөнсө бүлек
1

Яҡыная барған ҡояш нурҙары аҫтында ҡеүәте көндән-көн кәмеп, төньяҡ тарафтарға сигенеүсе ҡыш бабайҙың үксәләренә баҫып, яҙ килә. Йорттарҙың көньяҡҡа ҡараған түбәләренән февраль аҙағында уҡ тәүге тамсылар тамды. Климат алмашыныу касафатылыр – тәҙрәһен аса биреп, офоҡҡа шыуышҡан ҡояшты күҙәткән Cалауат Хәкимов шундай һығымтаға килде. Тәбиғәт оҙайлы йоҡоһонан уянып, аҡ ҡарҙан туҡылған юрғанын һирпеп ебәргәндә, үҙе кеүек малайҙар менән ҡарҙан асыла башлаған түмәләскә күтәрелеп, уйнауын иҫенә төшөрҙө. 
Малайҙар... Һәр ҡайһыһының йөҙ-ҡиәфәте, холҡо айырым асыҡ булып күҙ алдына килә. Йылдар уларҙы төрлө яҡҡа айырҙы. Ҡайһы берҙәре хатта фани донъяла юҡ. Үткән ғүмер – аҡҡан һыу, тип белмәй әйтмәгән боронғолар. ‘’Эх, бер генә көнгә булһа ла ҡайтаһы ине шул йылдарға!’’ 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Рәсүл Байгилдин

Һа-ай, түрәкәйгенәһе!..

Повесть

Башҡайыңа кейгән түбәтәйең, тимен,
Ай, түрәкәйгенәһе,
Тимгел генә тимгел ағы бар.
Ғаҡылдарың камил, буйың зифа, тимен,
Ай, түрәкәйгенәһе,
Түрәлеккәй холҡоң тағы бар.
(Халыҡ йырынан).

Авторҙан: Тормош… Кешенең тыуыуы һәм ғүмер гиҙеүе үҙе серле мөғжизә һәм аңлатып булмаған хикмәт. 
Бына бала тыуҙы, буй еткереп, тормош һуҡмаҡтарынан атлап китте. Ә ҡайҙа китеп бара, кем йөрөтә уны? Яуап юҡ. Уңа йә туңа, үргә артыла һәм кисеү ала, ҡолай һәм тора

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184