Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Юлай Ғәйнетдинов

Пәйғәмбәр затлы йырау

(Мөхәммәтйән йырауға – 90 йәш)

1988 йылдың август айы аҙағындараҡ булды был. Бер көн Өфө дәүләт сәнғәт институтының фольклор кабинетына барып инһәм, рәссам Рафиҡ Мырҙашев композитор Айрат һәм скульптор Өлфәт Ҡобағошовтарға магнитофон яҙмаларын тыңлата. Миңә таныш түгел ир кешенең башҡарыуында “Кәмәлек” йыры яңғырай. Моң ниндәйҙер иҫ киткес арбау көсө менән үҙенә йәлеп итә, ирекһеҙҙән күҙҙәр йомола, тормош ығы-зығыларынан йыйылған юшҡын күңелдән йыуылып, сафлыҡҡа сорналғандай булаһың. Минең тетрәнеүемде күреп, йылмайҙылар ҙа, ҡайһы яҡ кешеһе йырлай, тип һоранылар. Башҡарыу үҙенсәлегенә ҡарағанда,

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ИКЕ ЙЫРАУ ОСРАШҠАНЫ, илай-илай хушлашҡаны

Быйыл йәй милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре, атаҡлы йырауҙар: Һаҡмарҙың түбәнге ағымында сыҡҡан халҡыбыҙ  йырҙарын һәм көйҙәрен башҡарыусы һәм һаҡлаусы, төбәк тарихын яҡшы белеүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев менән Учалы районының мәғрүр Ирәмәлтау итәгендә тыуып-үҫкән Барын-табын башҡорттарының шундай уҡ шәхесе, яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов осрашты. 15 августа булды был ике шәхесебеҙ өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә оҙаҡ көтөп алынған шатлыҡлы ваҡиға. Бығаса бер-береһен ишетеп кенә белгән, радио тулҡыны, телевизор экраны аша ишетеп-күреп кенә таныған ике йырауҙың ғүмер һуҡмағы киҫеште.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рауил Бикбаев

Юбилейҙарҙан һуң уйланыуҙар

“Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен...”

Һәр кешенең тормош юлында үҙенең юбилейына килеп етеүе ҙур тантана, үҙенсә байрам ул. Ғүмер үткән һайын был ваҡиғаның шатлығы ла, яуаплылығы ла арта бара. Нимә генә тиһәң дә, юбилейҙар байрам ғына түгел, эшләгән эштәреңде байҡау, замандаштарың алдында иҫәп-хисап биреү ҙә бит. Уларҙың тәүгеһен – илле йәшен кеше бер аҙ сәйерһенеп, тик барыбер дәртләнеп, ҡанатланып ҡаршы ала. Артабан был ваҡиғаларға өйрәнә башлайһың, ғүмер юлыңдың яңы быуынына иҫән-һау килеп етеүеңә нығыраҡ ҡыуанаһың, был көндө бергә күрергә насип булмаған дуҫтарыңды юҡһынаһың. Ошондай саҡтарҙа һәр беребеҙ яҙмыш хаҡында күберәк уйлана, уҙғандарҙы һәм бөгөнгөнө байҡай, киләсәк көндәренә, алдағы юлдарына өмөт-ышаныстар

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зәки Әлибаев

Донъя рухын ҡотайтыр моң

(Мирас Иҙелбаевтың «Үҫмер егет менән ат башы» романы тураһында)

Киң эпик ҡоласлы башҡорт прозаһында тарихи роман жанры ғәҙәти күренеш. Ҡасандыр ХХ быуаттың 70-се йылдарында тәүге аҙымдарын яһаған, халыҡ тарихына иғтибар төбәгән жанр милләтебеҙҙең “аҡ биттәрен” асыусы ла, боронғоно обьектив яҡтыртыусы ла, уҡыусыны йәлеп итеүсе лә. Бөгөнгө көндә халҡыбыҙ тарихының әле бер, әле икенсе осорон һүрәтләгән, тарих төпкөлдәрен иңләгән әҫәрҙәр сығып тора. Мирас Иҙелбаев “Юлай улы Салауат” романы менән милли батырыбыҙ образына өр-яңы штрихтар өҫтәһә, яңыраҡ ҡына “Иҙел йорт” романының тәүге “Үҫмер егет менән ат башы” тигән китабын уҡыусылар хөкөмөнә сығарҙы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миңлеғәли Нәҙерғолов

Бөгөнгө проза һәм драматургиябыҙҙың яңы биҙәктәре

(Наил Ғәйетбайҙың ижадына бер ҡараш)

Башҡорт прозаһы һәм драматургияһының һикһәненсе йылдарҙан алып бөгөнгәсә үҫеш юлын Наил Ғәйетбай әҫәрҙәренән тыш тулы итеп күҙ алдына килтереү һис тә мөмкин түгел. Улар меңәрләгән уҡыусының күңелен яуланы, сәхнәләштерелгән пьесалары тамашасының рухына тап килеп, төрлө хис-тойғолар уятты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырым әҫәрҙәренә бәйле бер нисә мәҡәләне иҫәпкә алмағанда, әҙип ижады әҙәби тәнҡит иғтибарынан һаман ситтә ҡала килә. Түбәндәге юлдар ошо мохтажлыҡты, бәлки, күпмелер ҡәнәғәтләндерер, тигән уйҙамын.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сабир Шәрипов

Кешелеклелек тәрбиәләү – әҙәбиәттең изге бурысы

Донъяның күренекле әҙәбиәт белгестәре Лев Толстойҙың талантын «кеше тәрбиәләүсе» тип нарыҡлай.  Был  тапҡыр ҙа, ғәҙел дә билдәләмәне  тотош әҙәбиәттең  асылына ла ҡайтарып ҡалдырырға  мөмкин. Ысынлап та, нәфис әҙәбиәт кешелә кешелек сифаттары – саф күңел, изге рухиәт, илһөйәрлек, ерһөйәрлек, телһөйәрлек кеүек ғәзиз, бер ниндәй ҙә матди үлсәм менән баһаланмай торған тәбиғи һыҙаттар, йәғни холоҡ-фиғел тәрбиәләү сараһы ул. Шуға күрә лә йәмғиәттең төрлө ҡоролоштарында

Артабан уҡырға


Декабрь 2014

Миләүшә Ҡаһарманова

Сәләм

Хикәйә

Уф, ошо ятаҡта йәшәү! Кемдәрҙең генә башынан үтмәгән дә, кемдәрҙең генә үҙәген телмәгән икән. Инде үҙ өйҙәрендә йәки фатирҙарында ирәйеп көн күргәндәр генә «Шул ятаҡта гөрләшеп йәшәгән күңелле саҡтар» тип һөйләгән булалар ул. Ә ошондай саҡтарында бер ҙә күңелле булмағандыр әле. Тар бүлмәлә бәләкәй балалар менән ҡыҫталышып, дөйөм теүәлит, дөйөм кухняла сират көтөүҙәр. Унан ҡалһа кистәрен саҡ ҡына һуңлағанда ул ятағының бикләнә һалып барыуы, ураған һайын коменданттың мыжыуҙарын өнһөҙ тыңлау, шау-шыуы, тынсыулығы, тараҡандары...

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184