Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Июнь 2017

Сәлих Ваһапов

Һалҡын һуғыш

Йәш тарихсы Сәғит Ғәләүетдинов яңы асыш яһаны. Булыр-булмаҫ тарихсылар, фәлән-төгән премия лауреаттарынан алып, донъя кимәлендә танылған, Нобель премияһы алған тарихсыларға тиклем "ах" иттеләр. Ниндәйҙер маңҡа малай уларҙың танауына сиртһен әле.
Ғәләүетдинов билдәләүенсә, һалҡын һуғыш тип аталған һуғыш бер ҙә һалҡын һуғыш булмаған. Хәбәр һөйләүҙән, уҙа ҡалһа, трибунала йоҙроҡ төйөп, ботинка болғауҙан ары китмәгән, киреһенсә, был осорҙа ил алға киткән, көн һайын тиерлек завод-фабрикалар асылып торған. Халыҡтың йөҙөнән йылмайыу китмәгән.

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Әнғәм Хәбиров

Күп нәмәләр һиндә, Хәсән Назар, тәбиғәттән...

Әҙәбиәтебеҙ күгендә өс Назар балҡый. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Хәсән Назар үҙенең етмеш биш йәшен туйланы.
Ҡарап тороуға, «назар» тигән исем менән «балҡый» тигән ҡылым араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш һәм мәғәнәүи ярашлыҡ юҡ төҫлө. Сөнки ғилми хеҙмәт­тәрҙә лә, әҙәби тәнҡит мәҡәләләрендә лә, гәзит-журнал биттәрендә лә беҙҙең күҙ­гә ғәҙәттә «йондоҙ балҡый», «йондоҙ һымаҡ балҡый», «йондоҙ булып балҡый» кеүегерәк һүҙбәйләнештәр һәм һөйләм­дәр салына.
Ләкин был тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай. Ғәрәптәрҙән килеп ингән «назар» тигән һүҙҙең мәғәнәһен асыҡлай башлаһаң, ҡы­ҙыҡ ҡына хәлгә тарыйһың.

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Мар.СӘЛИМ

“Мин ышанам: Ер йөҙөн ҡапламаҫ туҙан, төтөн…”

Нәфрәт

“Әгәр күрә алмайһың икән – 
тимәк, һине еңгәндәр”.
Конфуций.

Атайым иҫән сағында
иҫкә алып
йыш ҡына
һөйләй торғайны
башынан
үткән һуғыш хаҡында:
– “Тыуған ил,
Сталин өсөн!” – тип
барҙыҡ беҙ атакаға.

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Әсхәл Әхмәт-Хужа

Күренекле шағир, тәржемәсе, балалар әҙибе, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм, Әбйәлил районының Ким Әхмәт­йәнов, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премиялары лауреаты, Әбйәлил районының, тыуған ауылы Амангилденең почетлы гражданы Әсхәл Әхмәт-Хужаға – 75 йәш. Ғалим Ким Әхмәт­йәнов күрәҙәлек иткәндәй, 1968 йылда уҡ шағирҙың тәүге “Һыбай сыҡтым” тигән китабына биргән баһаһында ошо һүҙҙәрҙе әйткән дә ҡуйған: “...Беренсе китаптан ғына түгел, утыҙ беренсе китаптан да шиғриәттең барлыҡ тарафтарын өмөт итеү тормошта йыш ҡына утопия булып сыға. 

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Әсхәл Әхмәт-Хужа

Мин, ахыры, тағы һөйәм! Мин, ахыры, яратам!

Ашҡаҙар буйы иҫтәлеге
1
Үтте йәшлек...
Кипте йәшем...
Баҫылдымы ярһыуҙар?!
Хушлаштыҡмы, һөйөү-йәнем,
Хушлашҡандай яр... һыуҙар?!

Хушлаштыҡмы, татлы таңым,
Хушлаштыҡмы, ҡойон хис?!
...Буран-яулыҡ болғап миңә,
Уҙа ҡышҡы бойоҡ кис...

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Зиниә Ғәлләмова

Йыуаныс

Һыҙылып ҡына Сөнәғәттә таң ата… Ауыл уяна. Кемуҙарҙан уҙҙырып әтәстәр ҡысҡырыша. Көтөүсенең сыбыртҡыһы шартылдауы менән уңған хужабикәләр малдарын көтөүгә сығара ла башланылар.
Ғәйшә лә һыйырын көтөүгә ҡыуғас, һөттө айырҙы, һауыт-һабаһын йыуҙы. Эшен бер аҙ тамамлағас, иҙерәп йоҡлап ятҡан улына һоҡланып ҡарап ҡуйҙы: «Хәс тә атаһы: бына ҡуйы ҡара ҡаштары, аҡ йөҙө, бөҙрә сәстәре...» Ғәйшә ауыр итеп көрһөндө лә уйға сумды.
…Ауыр тупрағы еңел булһын инде. Яратышып өйләнешһәләр ҙә, Мансурының хәмер ҡоло булыуын өнәп етмәне ҡатын. Ғаиләлә ыҙғыш, талаш йышайғандан йышайҙы. Инәлеп үтенеүҙәр, дауаханала дауаланыу ҙа бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Гүзәлиә Балтабаева

Бишенсе ҡат

Был йортто, һис шикһеҙ, күргәнегеҙ бар, йәмәғәт. Эргәһенән дә үткәнегеҙ юҡ түгел. Ана бит, магазиндан һуң һулға боролғас, ағастар ышығында торған биш ҡатлы, панелдән төҙөлгән торлаҡ ишараты – совет заманының ҡайнар сәләме – нәҡ үҙе, тап шул инде. Унда көн иткән кешеләр ҙә таныш һеҙгә. Бәғзеләрен күреп белһәгеҙ, ҡайһылары һеҙҙең менән, ә бәлки, яҡындарығыҙ менән бергә эшләй, тегеләрен иһә фәлән-фәсмәтән ойошмала, баҙарҙа, бассейнда, трамвайҙа осратҡанығыҙ бар. Хәйер, эш бөтөнләй унда түгел...
Июнь башына хас булғанса, йылы, матур бер кис ине. Йәшеллек күҙҙе ҡамаштыра – әлегә донъя саңы ҡунып өлгөрмәгән, май ямғырҙарынан һуң саф, таҙа сифатта.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184