Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Сентябрь 2017

Таңсулпан Ғарипова

Күктүбәлә – Ҡояш

Хикәйә

Ирәмәлкәй үңере өс ҡарағас,
Береһе ауһа, икеһе ҡуш ҡала;
Китәһең бит, Йосоп, китәһең бит –
Ҡуйындарым тағы буш ҡала.

Ғәзимә ауылына – Күктүбәгә – ҡайтып төштө. Алдан хәбәр итмәгәс, инде алтмышты түңәрәкләгән Баҙыян килененең баҙабыраҡ ҡалғанын күргәс:
– Бына ҡайттым әле, – тине һәм доғаһын уҡып битен һыпырҙы. – Әллә тупраҡ, әллә ризыҡ тартты... 
– Илгә ҡайтыуҙың ояты юҡ тиҙәр, ҡәйнәм, – тине Баҙыян. Тотлоғоңҡораны. Шунан, – ҡыуылып китмәгәнһең, шәй, – тип өҫтәне.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Фиюза Ғатауллина

ӨЙӨРМӘЛӘ ҺЫНАЛҒАН ТӘҠДИР

Повесть-хәтирә

Әҫәргә бер кәлимә
Әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар – әҙәби уйҙырма түгел. Хәлбуки, авторҙың үҙ яҙмышына бәйле булыуы уның ышандырыу көсөн, идея-эстетик ҡеүәтен арттыра. Ғәҙәти һаналған донъяуи күренештәрҙең магик инаныуҙар менән үрелеүе повесты мауыҡтырғыс итә, уҡыусыны йәшәү мәғәнәһе тураһында фәлсәфи уйҙарға тарыта. Бер генә миҫал: Исламиәнең үлем менән көрәшеү картинаһын һүрәтләгән бүлекте тетрәнмәйсә, битараф ҡына уҡыу мөмкин түгел.
Һүҙ сәнғәте емеше булараҡ, повесть, һис шикһеҙ, бөгөнгө замандашҡа, айырыуса йәш кешегә барып етергә тейеш. Минеңсә, әҙәбиәтебеҙ ошондай әҫәрҙәргә мохтаж.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Ғәлим ХИСАМОВ

Шаҡай бураны

Роман-хроника

Йәнә Ырымбур
Ырымбурҙа һәм губернала Дутов власы хөкөм һөрҙө. Башҡорт ҡоролтайҙарының һәм шураның элекке ҡарарҙары нигеҙҙә ергә, урман, һыуға ҡағыла ине. Ер әле ҡалын ҡар аҫтында, сәсәһе лә, ураһы ла, уңышын бүлешәһе лә юҡ. Шуға күрә Дутов власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында әлегә талаш-тартыш, низағ тыуманы. Ләкин оҙаҡламай, ҡыш уртаһы үтеү менән, ер өсөн ғауғаның сығырын бөтәһе лә һиҙенә һәм көтә ине. Алпауыттар ҙа, заводчиктар ҙа, рудник хужалары ла башҡорттар тартып алған ерҙе кире таптыра башлаясаҡ. Башҡорт хөкүмәте әлегә нейтралитет тота. Ләкин бының оҙаҡ булмаясағын етәкселек тоя.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Киң мәғлүмәт саралары – һәр дәүерҙең көҙгөһө ул

Башҡортостан Республи­каһы­ның Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Мелкоедов Борис Николаевич менән ҡорған әңгәмәлә беҙ журналистика һәм мат­буғат өлкәһендә хеҙ­мәт итеү­селәрҙе генә түгел, уларҙы тыңлау­сыларҙы һәм уҡыусыларҙы ла борсоған пробле­ма­ларға туҡталырға тырыш­тыҡ.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек барған саҡта Башҡортостан матбуғатының да юбилей сараһын үткәреү осраҡлы ғына тап килгән ваҡиғалар теҙмәһе түгел. Тарихыбыҙға күҙ һалһаҡ, 1917 йылдың июнендә Ырымбурҙа “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” тигән гәзиттең тәүге һаны донъя күрә. Июлдән ул “Башҡорт” тип үҙгәртелә. 1918 йылдың мартында Башҡорт­остан­дың Ваҡытлы Революцион Советы “Башҡортостан” гәзитен сығара. Ошо ике гәзит “Башҡортостан”дың нигеҙен тәшкил итә. Быларҙан шуны аңларға була: “Башҡортостан” гәзите шул исемде йөрөткән республика менән бер осорҙа барлыҡҡа килә һәм аяҡҡа баҫа.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

9


Июль 2017

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Донъя фольклориадаһы Өфөлә үтәсәк

Рәсәй президенты Владимир Путин VI Бөтөн донъя фольклориадаһын Башҡор­т­останда үткәреү тураһында указ сығарҙы. 2020 йылда уны Рәсәйҙә уҙғарырға хәл ителгәйне, ә Мәскәү уны ойоштороусы һәм үткәреүсе итеп Өфөнө һайланы. Европа менән Азия ҡитғалары сигендә ят­ҡан, күп милләттәр татыулыҡта йәшәгән республиканың ШОС һәм БРИКС һымаҡ донъя күләмендәге саралар ойоштороу тәжрибәһе барлығы ла иҫәпкә алын­ғандыр. Бөтөн донъя фольклориадаһы тәүге тапҡыр 1996 йылда Голландияла уҙа. Аҙаҡ ул Японияла, Венгрияла, Көньяҡ Кореяла һәм Мексикала үтә. Унда ғәҙәттә 60 – 80 илдән 3 меңгә яҡын кеше ҡат­наша. Сара Рәсәй мәҙәниәт министрлығы ҡа­наты аҫтында ойошторола.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

КИТАП КӘШТӘҺЕ

Башҡорт китабы – Ҡыҙыл майҙанда!

Илебеҙҙең йөрәге булған Ҡыҙыл майҙанда быйыл өсөнсө тапҡыр китап фестивале үтте. Бындай саранан Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте лә ситтә ҡала алмаған, әлбиттә. Беҙҙекеләр һәр ваҡыттағыса барыһын да һоҡландырып ҡайтты – бер нисә баҫмабыҙ бөтә Рәсәй буйын­са иң-иңдәр иҫәбенә инде.
“Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һөйләүенсә, был сарала бөтә ил буйынса бихисап нәшриәт ҡатнашҡан. Республикабыҙ вәкилдәре “Рәсәй төбәктәре” павильонында Мавзолейҙың ҡаршыһында ғына урынлашҡан. Ҡыҙыл майҙан был көн­дәрҙә тулыһынса китап майҙанына әүерелгән тиһәк тә, яңылышмаҫбыҙ. Бында теҙелешеп киткән павильондарҙың иҫәбе-хисабы булма­ған, халыҡ та ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ мыжғып торған.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184