Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА

ЙӘШӘЙЕШ

Фәһем дәфтәренән

Мөхәббәт һәм нәфрәт
Мөхәббәттән нәфрәткә – бер аҙым, тиҙәр. Бер-береһен йәндәй күргән кешеләрҙең дошманлашыуын күреүҙән дә аяныслырағы юҡтыр. Тап ана шундай мәлдәрҙә берең ут, икенсең һыу булыу кәрәктер ҙә. Икең дә ут йәки һыу булғанда ғаилә тарҡалыуын, хатта бәхетһеҙлек осрағын көт тә тор. Ә бит күптәр иреш-талаш менән ғүмерҙәренең аҙағынаса йәшәй. Бындайҙар йәлләү тойғоһо уята. Бәлки, улар, киреһенсә, бәхетле кешеләрҙер. Тап шул иреш-талаш менән күңелдәренә йыйылған бөтә кире хис-тойғоларҙан арыналарҙыр. Юҡ, барыбер был – әҙәпһеҙлек, башҡалар тураһында уйламау. 
Тауыш-тынһыҙ ғына йәшәп ятҡан кешеләрҙең 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА

Илһам ҡошо ҡанат ҡаға

Нажиә Заһир ҡыҙы – Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре, танылған әҙибә-сатирик.
Уның үткән тормош сәхифәләрен байҡағанда, әлбиттә, оҙон ғүмер ки­сергәне, төрлөһөн күргәне, өс балаға – Германия күгендә һәләк булған Айсыуаҡ, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Гөлфиәгә ғүмер бүләк иткәне иң тәүҙә иҫкә төшә.
«Таныш булайыҡ» (1986), «Еҫле һабын» (1991), «Исемем матур икән» (1993), «Көндәш» (1996), «Тәҡдир» (2002), «Яҡты хыял» (2004), «Йәшәп ҡалырға кәрәк» (2006), «Алтын сылбыр» (2009), «Һуңғы осрашыу» (2014) ки­таптарын уҡыусылар яратып ҡабул итте. «Тәҡдир», «Йонсоу миҙгел», «Сә­фәр», «Һуңғы осрашыу», «Сатраш» ише повестар, күп хикәйәләр ижад итһә лә, 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

БАЙМАҠТЫҢ ТЫНҒЫҺЫҘ ЭШҺӨЙӘРҘӘРЕ

Дауамлы мәҡәләнең был өлөшөндә һүҙ барасаҡ йүнселдәрҙең – Баймаҡ районынан танылған ике эшҡыуарҙың – шәжәрәһе оло Ватаныбыҙ Рәсәйҙә, Башҡортостанда шөһрәт вә дан ҡаҙанған ҡаһарман йөрәкле батырҙарға, арҙаҡлы шәхестәргә барып ялғана. Улар үҙ дәүерендә илебеҙ һәм халҡыбыҙ алдында тиңһеҙ батырлығы, оло фиҙаҡәрлеге менән намыҫ аҡлаһа, хәҙерге көндәге вариҫтары заманға ярашлы шарттарҙа шундай уҡ сифаттарҙы яңыса балҡыта: эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышҡа өлгәшә, үҙҙәре өсөн генә йәшәмәй, башҡаларҙың да тормошон яҡшыртыу өсөн тырыша, уларға эш урындары ойоштора, атай-олатайҙарыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙә, рухи эстафетаһын дауам итеп, киләһе быуындарға тапшыра.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Шәрифйән ИШЕМОВ

ЙӘШӘГЕЛӘР КИЛӘ, ДУҪТАР!

Табип яҙмалары

Мин илле биш йылдан ашыу хирург булып эшләнем. Әҙме был, күпме? Ай-һай, күп! Бик һирәк хирургтар ғына шулай оҙаҡ эшләй ала. Әгәр ҙә дүртенсе курстан һуң Күмертау ҡала дауаханаһында операция яһай башлағанымды ла иҫәпкә алһаҡ, был һан тағы ла ике йылға арта. Яңылышмаһам, Башҡортостанда хәҙер эшләп йөрөүсе минән өлкән хирург та юҡ. Һәр хәлдә, беҙҙең медицина университетында юҡ. Ошо юғары уҡыу йортонда уҡытыуыма ла 47-се йыл. Быныһы ла йыш осраған хәл түгел.
Ғүмер һәм хеҙмәт юлым төрлөсә бара. Шатлыҡлы мәлдәрем дә, ҙур ҡаҙаныштар ҙа, үкенестәр ҙә, уңышһыҙлыҡтар ҙа булды. Башҡортостанда балалар хирургияһын башлап ебәреүселәрҙең береһе булараҡ, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индереүем күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

ЖУРНАЛ УҠЫУСЫЛАР ИЖАДЫ

***
Донъяны аҡ ҡар ҡаплаған, 
Ер ҡараһын баҫмаға. 
Һалҡын ҡарҙы усҡа ҡыҫтым, 
Йөрәк утын баҫмаға. 
Урмандарға сығып киттем, 
Күңелемде асмаға. 
Хыялымда осоп киттем 
Аҡ күлдәктән асманға. 
Күккә менәм, ергә төшәм, 
Үҙ-үҙемде тапмаға.
Ер тыныс йоҡлаған кеүек... 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнғәм ХӘБИРОВ

АВТОГРАФТАР ХӘТЕРҘЕ ЯҢЫРТА

Донъя күләменә гректарҙан таралған был һүҙ беҙҙеңсә «үҙем яҙам» тигәнде аңлата. Рус телендә нәшер ителгән белешмәләрҙә, энциклопедик һүҙлектәрҙә уның лексик мәғәнәһе һәм ҡулланыу даирәһе бер аҙ асыҡлабыраҡ, киңәйтеберәк бирелә: үҙ ҡулы менән ҡуйылған ҡултамға, иҫтәлекле яҙма; авторҙың үҙ ҡулы менән яҙылған текст...
Ошо белешмәләргә һәм энциклопедик сығанаҡтарға таянып фекер йөрөтһәк, «автограф» һүҙенең ифрат бай йөкмәткеле төшөнсә икәнлегенә ышанырбыҙ. Әйтәйек, ҡалын-ҡалын романдарҙың, поэмаларҙың, шиғырҙарҙың, сәхнә әҫәрҙәренең, тәнҡит мәҡәләләренең, ғилми тикшеренеүҙәрҙең автор ҡулы менән яҙылған ҡараламаһы йә иһә шул ҡараламаның аҡламаға төшөрөлгән күсермәһе... Композиторҙарҙың үҙ ҡулдары менән нотаға һалған музыкаль әҫәрҙәре...

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Сәғиҙулла ХАФИЗОВ

ХЫЯНАТҠА ЯРЛЫҠАУ ЮҠ

Бөгөн Әҙһәм, ентекле ҡырынғандан һуң, көҙгөләге шәүләһен ентекләп бар­ланы. Ҡаршы яҡтан баҡҡан шаҙра түңәрәк битле, йәшкелт күҙле, ҡупшы мы­йыҡлы әҙәм уға күҙ ҡыҫып ҡуйған булды. Сәстәр бөҙрә булмаһа ла, Хоҙайға шө­көр, ҡурпы һымаҡ күпереп тора. Сикәләрҙә ара-тирә көмөштәре лә ялтырай. Күп­те күргән баш биҙәк-суҡһыҙ ҙа булмаҫ шул. Әйҙә, ҡалҡһын, ялтыраһын! Тик ҡа­рашы ғына күңеленә ятып бөтмәне. Дәрт, сатҡы әҫәре күренмәй, һағыш һар­ҡый… Көсәнеп йылмайыуы ғына бар. Күҙ тирәһен әллә ниндәй ят йыйырсыҡтар баҫ­ҡан. Йәшәүҙән дүнгән ҡарт тиерһең… Аңланыңмы, йәғни ферштейн? 
Йыуынып маташҡан ирҙе уйҙарынан зал яғынан килгән сыр-сыу бүлде. Фә­ри­ҙә уянған, ғәҙәтенсә нәмәнелер килештермәйсә, өләсәһе менән тартҡылаша, бу­ғай. Ул да булмай, сәсе-башы туҙған бала ванна бүлмәһенә йүгереп керҙе:

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184