Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Сентябрь 2017

Миңлегөл Хисамова

Күңел күгең һинең шундай бейек

Йөҙҙәренән нур бөркөлөп, үҙе тирәләй яҡты аура таратып, үҙенә тартып торған ҡатын-ҡыҙҙар була. Ошондай гүзәл заттарҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина. Беҙҙең яҡындан танышып, дуҫтарса аралашып йөрөй башлауыбыҙға – бына ғәжәп – дауахана сәбәпсе булды.
Яҙҙың болоҡһоп торған бер көнөндә дауахана тупһаһы аша үттем. Миңә тәғәйен бүлмәгә килеп ингәндә, мөләйем йөҙлө сибәр ханымдан башҡа кеше юҡ ине, күңелһеҙ генә халәттә карауатҡа терәлдем.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Михаил ЧВАНОВ

«Ғәҙел Далде ебәрегеҙ!»

Мәшһүр лексикограф башҡортса һәм ҡаҙаҡса ла белгән

Ырымбур – киң һәм данлы өлкә. Ошо төбәктең йылъяҙмаһы, йәшәйеше менән бөйөк Александр Пушкин, шағир-философ Тарас Шевченко, атаҡлы рус яҙыусыһы Сергей Аксаков, донъяла беренсе космонавт Юрий Гагарин, дирижер, музыкант Мстислав Ростропович кеүек атаҡлы уҙамандар шәхсән таныш булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың иртәгәһенә үк патриот-шағир Муса Йәлил дә Шарлыҡ военкоматына инеп, доброволец ғаризаһын ҡалдыра. Үҙебеҙҙең башҡорт әҙиптәренән Мөхәмәтша Буранғолдо, Дауыт Юлтыйҙы, Сәғит Агишты, Зиннур Ураҡсинды, замандаштарҙан Рауил Бикбайҙы, Хисмәт Юлдашты һәм башҡаларҙы Ырымбурҙан сыҡҡан шәхестәр тип телгә алырға мөмкин. 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Ринат ХӘЙРИ

Ҡурай

Мәшһүр ҡурай!
Һин бит тәү ҡарашҡа –
Тауҙа үҫкән ябай бер үлән.
Моңло халҡым минең шул үләнгә
Йөрәгенән алып йән өргән.

Һөйләгән ул бары уға ғына
Бар яҙмышын, бөтә моң-зарын,
Бар өмөтөн, яҡты хыялдарын,
Бар тарихын, бөтә булғанын.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Исемегеҙ хәтер күгендә

Ринат Хәйри (1950 – 2000) хаҡында ҡәләмдәштәре

Ринат Хәйри (1950 – 2000) хаҡында ҡәләмдәштәре

Әнғәм АТНАБАЕВ
Һин ашыҡтың, 
беҙ һуңланыҡ

Алтмыш йәшлек сал башымды эйеп,
Ҡайғы табыныңда ултырам,
Бокалыма шиғри моңдарымды
Күҙ йәшемә ҡушып тултырам.

Һәм күтәрәм һинең иҫтәлеккә,
Бигерәк үкенесле үлем, тип,
Аҡыл ышана ла, күңел менән
Ышанырға мөмкин түгел, тип.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Мәрйәм Күсмәева

“Мин майҙанда – ғүмер буйы һынау тотам”

Ҡарауылтау
Ҡарауылтау! Ырыу ерҙәренә
Күҙ-ҡолаҡ та булған тау булып,
Нисә быуат һаҡта торғанһыңдыр,
Баҫмаһын тип дошман яу ҡылып.

Хәҙер күптән бында уттар яғып,
Белгертмәйҙәр уның киләһен.
Кемдәр һаҡлар бөгөн һинең кеүек
Башҡортомдоң күңел ҡәғбәһен?!

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Гөлнара Мостафина

Ай ғына белгән хәл

“Барыһы ла яҡшы булһын... Барыһы ла яҡшы булһын...” Йондоҙ атылған һайын, боҙоҡ пластинкалай, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай Руслан. Ырым-ишараттарға ышанмай ул, ә әле ниңәлер нәҡ ошо һүҙҙәр уға көс, өмөт бирә. Бала саҡта “йондоҙ атылғанда теләк теләһәң, мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ” тигәнде ишетеп, хыялға батып йөрөгәне лә булды бит. 
Аһ, был төн! Бәләкәйҙән тыныс ҡына ҡарай алмай ул айға. Ай тулған ваҡыт уның өсөн ниндәйҙер бер һынау төнөнә әйләнә. Был мәлдә нисектер һиҙгергә әйләнә. Тәрән хискә бирелеүсән.

Артабан уҡырға


Октябрь 2017

Мәүлит Кәрими

Саҡырылмаған ҡунаҡ

Шәмбе. Никах йорто алдындағы майҙан сағыу төҫтәге таҫмалар, шарҙар эленгән машиналар менән тулы. Яҙылышаһы парҙар ултырған алдағы машиналарҙың ҡыйығындамы, бамперындамы төрлө-төрлө ҡыҙ ҡурсаҡтары ҡунаҡлаған. Сентябрь айы һалҡынса булһа ла, ап-аҡ туй күлдәгендә, матур итеп биҙәнгән кәләштәр үҙҙәре шул ҡурсаҡ кеүектәр.
Никах йорто алдына затлы ғына сит ил машинаһы килеп туҡтаны. Унан ҡулына рауза сәскәләренән ҙур гөлләмә тотҡан мыҡты кәүҙәле егет сыҡты ла, ҡапыл да ҡайҙа атларға, кем янына барырға белмәй аптырап ҡалды.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184