Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Февраль 2017

“АҒИҘЕЛ”ГӘ ХАТТАР КИЛӘ.

Оло башланғысты башлаусы

Ҡаҙмаш ауылындағы тәүге осрашыуға — ярты быуат…

Теүәл ярты быуат элек танылған шәхес, күренекле яҡташыбыҙ Ғәли Ишбулатовтың башланғысы менән уның тыуған төйәге – Ҡаҙмаш ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелә. Бөгөн туғандар-ҡәрҙәштәр, бер ауылда тыуып-үҫкәндәрҙең осрашыуы районда ғына түгел, республикала киң танылыу яуланы һәм йәй һайын төрлө тарафтарҙа ауылдаштар байрамдары гөрләй. Матур традицияға нигеҙ һалған Ғәли Ирғәли улы туғандар бер-береһен танып үҫһен,

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Венер Исхаҡов

Шәп күстәнәс!

Телефон шылтыраны. Мөхәмәтулла ағай икән. Хәл-әхүәл һорашҡас, ҡунаҡҡа саҡыра башланы. 
– Ағай, һуң бит инде. Һеҙҙең кеүек оло кешене бимазалап йөрөүе әллә нисек, – тип торам, юҡ, өҙмәне лә ҡуйманы.
– Ниндәй бимазалау, ти, ул! Еңгәң мул итеп табын әҙерләгән. Әллә беҙҙе тиңһенмәйһеңме? Теге ваҡыт юбилейға ла килмәнең! 
Ысынлап та, теге ваҡыт 70 йәшенә саҡырғас, ысынға ҡабул итмәгәйнем шул. Күңел өсөн генә әйткәндер, тип уйланым. Нәҫел-нәсәбем дә, йәштәшем дә түгел, тип ауылға ҡайттым да киттем. Ә ул телефондан:
– Кил, һин генә ҡалдың, көтәбеҙ, – тип шылтыратып бер булды.
Аҙаҡ ҡунаҡтар араһында, 

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Закир Әҡбәров

Мәҫәлдәр

АЙЫУҘЫҢ ДУҪЫ

Йәшәйештең тайпылышһыҙ ҡанундары.
Берҙән-бер көн Айыуға ла Әжәл килде:
– Фанилыҡта һиңә тигән ризыҡ бөттө,
Баҡыйлыҡҡа күсер көнөң етте, – тине.
Урман өсөн ҙур юғалтыу, ауыр ҡайғы,
Уның кеүек һирәк була бит бөйөктәр.
Һуңғы юлға оҙатҡанда Айыуханды,
Үкһеп-үкһеп илаштылар бар кейектәр.
Даһиҙарҙы оҙатҡанда һуңғы юлға,

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Зәкиә Фәтҡилисламова

Ҡарурманлы төбәктә

Илмәш, уның улы Татлы...
Ололар һөйләүенсә, беҙҙең Илмәш (Татлы) ауылы халҡы Оло Инйәргә яҡын Минйәк тигән ерҙә көн иткән. Төрлө эштәр башҡарғанда килеп сыҡҡан йорт-ҡаралты ҡалдыҡтары, шунда табылған һауыт-һаба быны раҫлай. Илмәштәрҙең иҫке ҡәберлеге лә һаҡланған. 
Әлеге көндә унда кәсепкәрҙәр быуала балыҡ үрсетеп һата.
Төбәктә тау сәнәғәте үҫә барған. Завод хужалары тимер рудаһына, урманға бай “күндәй генә” ерҙәрҙе күпләп, буш ҡына хаҡҡа һатып алған осорҙа башҡорттар үҙ ерҙәренән ҡыуыла,

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Мөҙәрис БАГАЕВ

“Йәшнәп йәшәр сағым да бит...”

– Мөҙәрис, белеүебеҙсә, тәүге хикәйәләреңде һин Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡып йөрөгәндә яҙғанһың. Әллә уға тиклем дә ижад менән шөғөлләндеңме?
– Әҙәбиәткә алып килгән һуҡмаҡтың башы ҡайҙа икәнен аныҡ ҡына әйтә алмамдыр, моғайын. Үҙемде белә-белгәндән китап уҡырға яраттым. Беҙ, бер нисә ғаилә, бер өйҙә – олатай менән өләсәй йортонда – йәшәнек. Янымда апай-ағайҙар байтаҡ ине, шулар ыңғайына хәреф таныным, уҡырға өйрәндем. Биш йәшем тулғас та I класҡа барҙым. Яҡшы ғына уҡыһам да, тәүге сирек тамамланыу менән, яңы закон буйынса балаларҙы ете йәше тулмайынса мәктәпкә алырға ярамай тип, мине ҡыуып ҡайтарҙылар. Шулай ҙа ике йылымды бушҡа үткәрмәнем – ауыл китапханаһына йөрөп, 

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Роберт Миңнуллин

Шағирҙың йыр йылыһы

Ҡәләмдәшем Ҡәҙим Аралбайҙың оло юбилейы мөнәсәбәтенән, үҙемдә булған бөтә китаптарын да яңынан тағы бер тапҡыр байҡап сыҡтым. Ә уның китаптары миндә бик күп. Эре, матур каллиграфик хәрефтәр менән изге теләкле автографтар яҙылған ул китаптарҙы мин дуҫымдың ҡәҙерле бүләктәре итеп һаҡлайым. Улар һаман арта ғына, өҫтө-өҫтөнә өҫтәлә бара. Бына әле ошо араларҙа ғына Өфөнән уның тағы бер яңы китабы килеп төштө. “Йыр йылыһы” тип атала. Бик матур, бик йылы исем, шулай бит?! Миңә атап яҙған һүҙҙәренән дә шиғырҙарының йыр йылыһы, шағир­ҙың йән йылыһы бөркөлөп тора:

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Рауил Бикбаев

Мәүлит Ямалетдиндың бүләктәре

Мәүлит Ямалетдиндың “Ирәмәл” тигән тәүге шиғри йыйынтығы 1978 йылда – шағир утыҙ бер йәшен тултырғанда сыҡ­ты. Егерме бер йәшендә беренсе китабы баҫылған Рәшит Назаров менән сағыш­тырғанда, был шатлыҡты Мәүлит ун йылға һуңыраҡ кисергән. Ләкин беренсе китабыңдың ҡасан донъя күре­үенән дә бигерәк нисек, ниндәй сифатта сығыуы иң мөһиме бит. “Ирәмәл” тигән йоҡа ғына йыйынтыҡ уның авторы өсөн генә түгел, шул замандағы тотош башҡорт шиғриәте өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184