Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Август 2017

Риф МИФТАХОВ

БӘХЕТ – ҠОШ ТҮГЕЛ…

Повесть

Көҙ иртәрәк килде быйыл. Ул көндө Ғилман университеттан кисләтеп кенә ҡайтырға сыҡты. Ҡапыл һыуытҡас, Өфө урамдары ҡарлы-боҙло тайғаҡ юлға әүерелгәйне. «Жигули»ҙы гаражына бикләп, эшенә ноябрҙең тәүге көндәренән үк автобуста йөрөй башланы. Уңайһыҙ, ваҡытын бигерәк күп ала. Әммә ни хәл итмәк кәрәк, машина йөрөтөүҙә тәжрибәһе ҙур түгел. Хәйер, лихачтар һәр миҙгелдә лә, һәр урында ла етерлек. Кеше генә түгел, үҙ башын да уйламай улар.
Туҡталышҡа етер-етмәҫтән, урам сатынан боролоп, Ғилман эргәһенән генә «Газель» үтеп китте. Нәҡ улар яғына бара. Ул йүгерә-атлай ашыҡты. Туҡталышҡа еттем генә тигәндә… аяғы тайып китте лә, йығылмаҫҡа тырышып, электр бағанаһына һул ҡулы менән ынтылды. Усы, унан ҡулы буйлап, үҙәк өҙөп, елегенә етеп һыҙлау үтте.

Артабан уҡырға


Август 2017

Ғәлим ХИСАМОВ

Шаҡай бураны

Роман-хроника Ырымбурҙа Йомшаҡ ултырғысҡа ултыртып, башын ҡулына терәгән килеш ҡатып ҡалған кеүегерәк күренә Юлдаштың һыны. Өҫтәлгә ҡуйылған шәм дә, майы бөтә барғанға, ныҡ һүрәнләнде, әммә Юлдаш быға ла иғтибар итмәне. Өҫтәл мөйөшөнә өйөлгән ҡағыҙҙарға текләп ултырҙы ла ҡулын һуҙҙы. Ләкин ҡағыҙҙы алманы, һуҙылған ҡулын һелтәне. Әллә ҡасан башлап, байтаҡ өлөшө яҙылған «Ер тарихы» ине ҡағыҙҙарҙа. Аяғың аҫтындағы ер дөрләп янып барған саҡта тарих ҡайғыһымы ни, тип уйлап ҡуйҙы Юлдаш һәм бүленгән фекерен элекке юҫыҡҡа борҙо. Башҡорт ҡоролтайына Ырымбур губернаһынан делегаттар иҫәбенә Мосолман комитетынан да кешеләр индерергә тәҡдим яһаны Юлдаш. Ә хәҙер үҙе ни эшләргә белмәй. Мосолман комитетындағылар барса уйлаған эште боҙмаҫмы? Уларҙың төрлөсә аяҡ саласағына иманы камил, тик аяҡ салыу менән

Артабан уҡырға


Январь 1970

8


Сентябрь 2017

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Халыҡ-ара бәйләнештәр

Августа Төркиәнең Истамбул ҡалаһында төрки донъяның йәш яҙыусылары йыйыны булды. Унда 22 илдән шағирҙар һәм яҙыусылар йыйылды. Башҡортостандан был сарала өс әҙип ҡатнашты: Айгиз Баймөхәмәтов, Денис Ғилманов, Кристина Андрианова-Книга. Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры, Евразия Яҙыусылар союзы ойош­торған йыйында йәштәр бер-береһе менән танышып, киләсәккә ниәттәр ҡорҙо, төрлө илдәрҙән килгән абруйлы әҙиптәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алды.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Китап кәштәһе

Ҡырғыҙ халҡының мәшһүр эпосы “Манас” башҡорт телендә лә донъя күрҙе. 500 мең юлдан торған әҫәрҙе тәржемә итеү буйынса 5 кешенән торған төркөм ике йыл эшләгән. Китаптың тәүге данаһын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан президенты Алмазбек Атамбаевҡа бүләк итте. 
Тарихсы һәм журналист, тарих фәндәре кандидаты Азат Ярмуллиндың «У истоков Башкирской Республики» тигән китабы Башҡортостан Республи­каһының 100 йыллығына арналған. Унда республикабыҙҙы төҙөүгә ҙур өлөш индергән 60 шәхестең биографияһы бәйән ителә. Тәүге дәүләт органдары, милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың исемлектәре, тәүге йылдарҙа ҡабул ителгән документтар, шул осорҙағы фотолар ҙа тупланған. 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Закир ӘҠБӘРОВ

БОҘОҠ ТЕЛЕФОН

Элек шундай уйын була торғайны. Йәштәр теҙелешеп ултыра. Иң ситтәгеһе күршеһенең ҡолағына бышылдай. Уныһы һүҙҙе, үҙе ишеткәнсә, күршеһенә еткерә. Бына шулай һүҙ төрлө ишетелештә рәттең икенсе осона етә. Әйтәйек, «айыу»ҙы боҙоҡ телефон «ҡуян»ға әйләндерә икән, бер ниндәй ҙә зыян юҡ – тәгәрәшеп көлөр өсөн генә.
Беҙ бәйән итәсәк ваҡиға заманында берәүҙе лә көлдөрмәне. Хәҙер генә ул Хәсән Рауилович, мәҙәк хәлде иҫенә төшөргән һайын, мыйығы аҫтынан ғына йылмайып ҡуя.

Артабан уҡырға


Октябрь 2017

Шәһүрә Әхмәҙиева

ДАНЛЫ УҘАМАН УЙЫЛДАН

Яҙыусы яҙмаларынан
Миңә исем-шәрифе башҡорт халҡына киң билдәле шәхес Уйылдан мулла менән бер ауылда тыуып, уны күреп-белеп йәшәргә насип итте. Дин әһеле булмаһам да, күпселек ғүмеремдең күренекле мулла-хәҙрәттәр солғанышында үткәненә һәм уларҙың ихтирамына лайыҡ булғаныма ғәжәпләнә биреберәк ҡуям. Уйылдан мулла! Ул миңә ауылдаш булараҡ ғәҙәти ҙә, шул уҡ ваҡытта сәйер ҙә кеше булып тойола ине. Уйылдан мулла минең өсөн өс йәшемдән табип, шифалы, мөғжизәле тынын өрөп дауалаусы булды. Бала саҡта йыш ҡына ауырып китһәм, әсәй: “Уй, баламдың өйәнәге тота”, – тип Уйылдан мулланан өшкөртөп алған тоҙон һыуға һалып эсерә, артыш-мәтрүшкәгә ут төртөп ебәреп, төтөнө менән ыҫлай ине. 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184