Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Земфира Аҡбутина

Башҡортостан


Башҡортостан – башҡорт ире кеүек

Бер бәһлеүән инде торғаны.

Үҙ баһаһын белә, ихлас, йомарт, –

Йомош - юлға әҙер юрғаһы.

 

Башҡортостан, һиндә тамырҙарым,

Мин ғашиҡмын һиңә, илемә!

Үҙемдеке итеп кинәнәм мин,

Кинәнгәндәй ғәзиз иремә!

Артабан уҡырға


Январь 1970

Имдат АВШАР

Йән өшөткөс төш

Хикәйә

Ҡараңғылыҡ…

Төндө тетрәндергән, ҡара бушлыҡтың дегет төҫөндәге пәрҙәләренә бәрелеп, шаңдау булып әйләнеп ҡайтҡан шаҡшы ҡыңғырау тауышы… Тәүге кистән ҡанатланып осҡан төньяҡ-көнсығыш еле ҡыңғырау тауышын, гүйә, тыңлап тора ла, кәйелеп оса-оса, бер мәлгә ҡатып ҡала…

Пансион бинаһының бетон диуарынан ташып сыҡҡан был тауыш яҡында ғына аҡҡан Джинджават шауын баҫа һәм ҡоторонған был йылғаның боҙ ҡатыш һыуына ҡушылып һөйрәлә, ҡара йылан кеүек төн эсенә ағып китә. Ҡыңғырау тауышынан һуң коридорҙа йүгереш башлана. Аҫҡы ҡаттан бетон иҙәнде туҡмаған ағас табанлы сандалиҙарҙың ҡабалан шаҡылдауы, яланғас аяҡ шапылдауы, балаларҙың шыбырлауын йотоп көсәйгән шкаф ишектәренең шығырлауы ишетелә.

Ваҡытты өлөштәргә бүлгән был тауыш көндөҙ ун минутлыҡ тәнәфестең йәки ҡырҡ минутлыҡ дәрестең башланыуын белдерһә, кистәрен иһә тауышланмаҫҡа ҡуша, бүлмәләргә инергә саҡыра… Был тауышҡа бөтә балалар буйһона. Ҡыңғырау тауышы һәр кемгә таныш, уның мәғәнәһен һәр кем белә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Спартак ИЛЬЯСОВ

Сағымдағы олоу

Бәйән    

Февраль айының һалҡын айлы аяҙ төнө ине. Көндөҙ әҙ-мәҙ йылытыуҙан өҫтө ҡуржаҡланған ҡар күгелйем аҡ сатҡылы уҡтар сәсеп йымылдай. Ҡапҡанға эләгеп, алғы һул аяғының урта бармағын өҙҙөрөп, инде төҙәлһә лә аҡһап ҡалған  оҙон һыртлы ҙур инә бүре тау үңеренә өйөлгән ҡар һырынтыһының өҫтөндә ултыра. Уға быйыл апрель айының аҙағында өс йәш тула. Ниҙәр генә күрергә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәне өс йыл ғүмере осоронда. Ата-инәһенең һунарсылар тарафынан атып үлтерелеүен дә, йәше етеп, үҙенә иш табып, үҙе донъяға килгән өңдән ҡаялыҡ аҫтындағы йыраҡ түгел тәүге көсөктәрен донъяға килтереп, ишен дә, көсөктәрен дә юғалтыу хәсрәтен татырға тура килде уға. Бына ул тағы ла яңғыҙ. Төп оя тирәһенән утыҙ-ҡырҡ саҡрым йыраҡлыҡтарҙа үҙенә тағы ла иш, аҙыҡ эҙләп йөрөй торғас, ҡышҡы буранлы таңда   йыраҡтағы ферманан алыҫ түгел, мал ҡәберлеге соҡоро янында ҡапҡанға һуғылып, алғы аяғының урта бармағын юғалтып, тупыс булып ҡалды.

Алда, түбәндә, таллыҡ менән ҡапланған уйһыулыҡтан бәләкәй йылға аға. Уның аръяғында – киң сахралай ялан. Уңда түпһәл-түпһәл түбәлектәр, ҙур булмаған ҡайынлыҡтар ҡарайып күренә. Уңда ике-өс саҡрымдай ерҙә, йым-йым итеп уттарын ялтыратып, бәләкәй генә ауыл төҫмөрләнә. Ундағы сәүек эттәрҙең ләүкелдәп өрөүҙәре ап-асыҡ ишетелә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Марис НӘЗИРОВ

Үрләгәндә ғүмер түбәһенә...

Ҡар өҫтөндә миләш күҙ йәштәре

Ҡар өҫтөндә миләш тәлгәштәрен

Тапап һытҡан сана табаны.

Мамыҡ кеүек аҡта – ҡыҙыл таптар,

Тамып ҡалған, гүйә, ат ҡаны.

 

Иҫән микән малҡай?

Был ауылда

Ат аҙбары, беләм, юҡ күптән.

Ел осора боҙло ҡыл йомғағын

Шул урынды йотҡан сүплектән.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рамай ҠАҺИР

Көндәрем китте аяҙға...

Яҡты эҙҙәр ҡалдырырға ине...

Тау артынан ҡояш күтәрелә,

Ҡалғаны юҡ уның күтәрелмәй.

Ул үҙ эшен белә, уның өсөн –

Ниңә икән донъя түңкәрелмәй.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рәшит Шәкүр

Уйҙарымда – көн сыуағы


    Мин белгәндә

Мин белгәндә донъя иркен ине,

Шундай бейек ине һауалар,

Һөйөп, наҙлап, күкрәгенә ҡыҫып,

Күтәреп үк алды далалар.

 

Шуҡ ҡына бер ҡолонсаҡтай инем

Мин бала саҡ тигән илдәрҙә,

Мине ҡыуып тота алмаҫ ине

Сәхрәләрҙә иҫкән елдәр ҙә.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Хәмит ИРҒӘЛИН

Алыҫ көнсығыш ҡиссаһы


Фажи
ғәле төн

Алыҫ Көнсығыш... 1938 йылдың йәйге төндәренең береһендә СССР сиктәрен һаҡлаусы атлылар дивизияһы командиры Михаил Елизарович Добрягин фатирында телефон шылтыраны. Йоҡоло комдив карауаты эргәһендә торған тумба өҫтөндәге телефон трубкаһын, ауыр ҡыбырлап, ҡолағына терәне.

– Тыңлайым.

 Дивизия элемтә үҙәге дежурныйының ҡуҙғыған тауышы ишетелде:

– Комдив иптәш! Һеҙҙе “Н” заставаһынан полковник Сенькин һорай. Тоташтырырғамы?

– Тоташтыр. – Комдив тороп уҡ баҫты.

Бер нисә секундтан застава начальнигының әллә бәлйерәгән, әллә шаңҡыған   тоноҡ тауышы ишетелде.

–  ...комдив…

– Тыңлайым.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184