Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Март 2017

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

КӘМӘЛЕК КҮРЕНЕШЕ

Ғәфейә Ғафарова-Бишеваның “Кәмәлек” әҫәрен роман-хроника тип атарға һәм күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле “Ырғыҙ” романы менән сағыштырып ҡарарға ла мөмкин һымаҡ. Беренсенән, ике әҫәрҙә лә ваҡиғалар боронғо йылъяҙмаларҙа “Тышҡы башҡорт иле” тип нарыҡланған Волганың һул ярында (Сәҙе, Үҙән, Ырғыҙ, Кәрәлек, Кәмәлек, Һамар йылғалары аралығында) Рәсәй Федерацияһының хәҙерге Һамар, Һарытау өлкәләрендә бара, икенсенән, ике әҫәр ҙә ХIХ быуаттың аҙағын, ХХ быуаттың тәүге яртыһын сағылдыра. Айырма шунда: “Ырғыҙ”– социалистик реализмдың мәшһүр емеше, “Кәмәлек” хәҙерге көн күҙлегенән сығып, кәмәлектәр һөйләшен иркен ҡулланып, документаль нигеҙҙә яҙылған.

Артабан уҡырға


Март 2017

Рәшит ШӘКҮР

ЙӨРӘКТӘГЕ ЯҘМАЛАР

Хәтирәләр  

V БҮЛЕК

Ҡиблалар алмашынған дәүерҙә

1. Милли хәрәкәт һәм «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге
1989 – 1990 йылдарҙа илдә социаль-иҡтисади хәлдең киҫкенләшә барыуы, Үҙәктең милли республикалар мәнфәғәттәрен һанға һуҡмауы, экологик ситуацияның ҡатмарлашыуы халыҡ араһында социаль һәм милли ғәҙелһеҙлек тойғоһоноң көсәйеүенә булышлыҡ итте. Милли мөнәсәбәттәр мәсьәләһендә көсөргәнешлектең артыуына яуап итеп, Совет етәкселеге Кавказда (Тбилисиҙа, Таулы Ҡарабахта) барлыҡҡа килгән конфликттарҙы көс ҡулланыу юлы менән хәл итергә ынтылды.

Артабан уҡырға


Март 2017

Зөлфиә ХАННАНОВА

Доғаларым килер ярҙамға

Башҡортостан
Башҡортостан!
Һиндә йыр һәм илһам,
Һиндә иман, һиндә ҙур аҡыл!
Тик бер үҙең шулай ихласһың һин,
Тик бер үҙең шундай ҡунаҡсыл!

Башҡортостан!
Бары һиндә генә,
Әлмисаҡтан килгән саялыҡ,

Нисә быуат Рәсәй һынлы Рәсәй
Иңдәреңә тора таянып.

Артабан уҡырға


Март 2017

Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА

Миңештегә йыр алырға ҡайтам...

Ләйсән КӘШФИ, 
филология фәндәре кандидаты.

Ауылдаштарыма 
асыҡ хат

Кескәй генә инеш ағып ята
Ауылымды ҡап урталай бүлеп.
Ул мул һыулы булған, тиҙәр ҡарттар,
Ат йөҙҙөргән унда атай элек.

Беҙ үҫкәндә ҡомдан ҡала өйгән
Ярҙарында бөҙрә талдар бөгөн.

Артабан уҡырға


Март 2017

Ләйсән Кәшфи

Ихласлыҡ һәм яҡтылыҡ шиғриәте

Ҡатын-ҡыҙҙар шиғриәте... Ихтыярһыҙҙан үҙенең нәфис, нескә хистәре, тәрән фәлсәфәһе, ныҡлы ихтыяр көсө менән Сажидә Сөләйманованың шиғырҙары иҫкә төшә. Заманыбыҙҙың талантлы ҡәләм эйәләре Лена Шакирйән, Клара Булатова, Ынйы Мөэминова, Халисә Мөҙәрисова, Дилә Булгакова... Һәр береһе шиғриәткә гүзәл заттарға хас күңел донъяһы, хыял-ынтылыштары, илаһи һиҙемлеге, һағыш-борсоуҙары, ҡыҙҙар сафлығы, әсәйҙәр йылыһы, өләсәйҙәрҙең иманы, иң мөһиме –ҡатын-ҡыҙҙың донъяға булған мөхәббәте менән инеп урынлаша.
Бөтә булмышы менән шағирә,

Артабан уҡырға


Март 2017

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Аҡ һүҙеңде әйт һин дәүергә

***
Бәлә ташыйһың, тип, шиғырымды
Ҡыуған сағым булды бик йыраҡ.
Тоғро эттәй, мөлдөрәп тә ҡарап
Ҡайтып ятты, оло юл урап.
– Ҡайҙа йөрөнөң? – тим. Һағынғайным.
Ул мөлдөрәп миңә ҡараны.
– Ауыр булыр һиңә,
Һөйләй ҡалһам
Үҙем үткән ошо араны.

– Һөйлә, һөйлә! – тимен.
Ә ул уйсан.

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Т. ҠОРМАНОВА

“Үҙемдеке түгел минең, Илемдеке – үҙәктә”

“Арағыҙҙа яҡшылыҡҡа өндәп, яманлыҡтан тыйып йөрөгән йәмәғәт булһын. Шундай өммәт кенә өҫтөнлөк табыр, уңышҡа өлгәшер”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Данлы, шанлы тарихы, өлгө алыр бөгөнгөһө һәм ышаныслы киләсәге булған, милләт-ара татыулыҡ үрнәге күрһәткән төбәгебеҙ халҡы борон-борондан һүҙ, изге ғәмәлдәр, хеҙмәт көсө менән хаҡ юл ярып, алдан әйҙәп барған рухлы, фекерле замандаштарына таянған, уларҙы йәшәү маяғы итеп алған. Бөгөнгө йәмғиәтебеҙ ҙә ошондай сифаты менән ҡеүәтле. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ икәненә, ниндәй генә хәлдә лә асылыбыҙға тоғролоҡ һаҡлауҙың, милләт бәҫен юғары тотоуҙың ҡиммәтенә төшөндөрөп йәшәгән зыялыларыбыҙ бар арабыҙҙа.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184