Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Фәнис Янышев

Милләттең ҡаһарман улы

Айыт ауылы бормаланып-бормаланып аҡҡан йәмле Дим йылғаһына шул тиклем һыйышып, иркәләнеп ултыра, әйтерһең, егет ҡосағындағы мөхәббәтле ғашиҡ ҡыҙ. Һыу буйы зифа талдарға, мөһабәт өйәңкеләргә, суҡлы еректәргә, һутлы балан, муйылдарға күмелгән. Туғайында аллы-гөллө сәскәләр ғашиҡтарға күҙ ҡыҫып, шаталаҡланып көлә. Ошо хозурлыҡҡа йөрәк тулҡынланғандай итә һәм һине сихри ләззәт сорнап ала...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәлил Хамматов

Салауат батыр – халыҡ хәтерендә

Йәш саҡта атайым Салауат батыр, уның башҡорт халҡына хеҙмәте тураһында күп хәтирәләр һөйләй торғайны. Хатта уның был турала яҙған китап һымаҡ нәмәһе лә бар ине. Үкенескә ҡаршы, беҙ уны һаҡлай алманыҡ. Атайымдың хәтирәләрен әле булһа һөйләп йөрөйҙәр.

…1773 йылдарҙа, Рәсәйҙә Әбей батша (Екатерина II – ред.) хөкөм һөргән дәүерҙә, Яйыҡ йылғаһы буйында йәшәгән казактар ихтилалға күтәрелеп, уларға башҡа халыҡтар ҙа ҡушыла. Уларҙың етәксеһе Бугас тигән казак була. Салауат батыр, башҡорт ирҙәрен йыйып, Бугасҡа ҡатнашып, батша ғәскәрҙәренә ҡаршы ныҡ һуғыша икән, тигән хәбәр беҙҙең ауылда ла таралғайны. Башҡорт халҡының ер-һыуы өсөн көрәшкән Салауатты халыҡ бөтә ерҙә лә яратҡан, уға ныҡ ышанғандар, уның һүҙен тыңлағандар, әмерен үтәгәндәр.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәбир Дауытов

Туҡһанда ла һалдат!

 Очерк

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Асия Йәндәр ҡыҙы Ахунова менән миңә 1984 йылда Илеш районының Иҫке Күктау ауылында осрашырға тура килгәйне. Башпотребсоюзда эшләп йөрөгән саҡ. Бер  көндө идара  рәйесе Фәүзи Ғариф улы Ғарипов саҡырып алды ла: «Урал» колхозы магазин төҙөгән, шуны йәһәтерәк асыуҙы ойошторорға кәрәк. Был һиңә йөкмәтелә, Хәбир Кәримович. Ул ауылда алдағы аҙнала «ҙур ҡунаҡтар» көтөлә. Барып, урында хәлдәр менән танышҡас, ярҙамға район белгестәрен ебәрегеҙ. Бәлки, үҙем дә барып сығырмын. Бөрө пединститутын тамамлағас, әрмегә  киткәнсе ошо райондың Иҫәнбай ауылы мәктәбендә ике  йыл уҡытып киткәйнем. Бер сыҡҡанда, унда ла етеп ҡайтырмын», – тине.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Шәһәр Шәриф

Ғасыр сәғәҙәт йәки бәхетле быуат

Шәһәр Шәрифтең был әҫәре Пәйғәмбәрҙең әхүәле үә Исламдың башланыуы хаҡында. Ул Ҡазан ҡалаһының «Үрнәк» матбағаһында 1910 йылда донъя күрә. Филология фәндәре докторы Салауат Галин ғәрәп яҙмаһындағы татар теленән тәржемә иткән был хеҙмәт бер нисә йыл элек «Ағиҙел» архивына килеп ингәйне. Уның йөкмәткеһе менән Башҡортостан Мосолмандары  диниә назараты мөфтөйө  Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин да танышты.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнғәм Хәбиров

Донъя – нағыш, ә күңелдә – һағыш...

Ләкин  Мәүлиттең төп маҡсаты –   Инсурҙы битәрләү түгелдер (хәйер, уға ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәре урыны-урыны менән  ярайһы уҡ ҡаты  яңғыраһа ла). Ҡәләмдәшен  битәрләүҙән дә бигерәк, поэма авторы был эпиграфтарҙы ширма өсөн ҡулланғандыр,  тип  уйлайым. Сөнки  ул үҙенең был  әҫәрен  башлыса йәшертен  генә, көлөп-йылмайып, ләкин тоҙлап-борослап ҡына (ошо яғы менән «Шаңдауҙар»ҙың стиле уҙған быуаттың  илленсе-алтмышынсы  йылдарында шағирҙарыбыҙ  бер-береһенә төрттөрөп  яҙған  һәм  «Һәнәк»  журналы  биттәрендә  баҫылғылап  торған  эпиграммаларҙы иҫкә төшөрөп ҡуйҙы) йәмғиәтебеҙ  тормошондағы тиҫкәре күренештәрҙе  фашлауға  арнаған  бит.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәнир Малбаев

Тальян моңо

Атайымдың яҡты иҫтәлегенә  

Ҡулдарына алып тальянкаһын,

Һуңғы тапҡыр уйнап – моңайып,

Атай киткән һуғыш яланына,

Ҡояш сыҡҡан мәлдә ҡыҙарып.

 

Илен баҫҡан яуыз хаин менән

Алышҡан ул, йәнен аямай.

Йөрәгендә тальян моңо булған,

Туптар шартлауына ҡарамай.

Артабан уҡырға


Май 2012

Кәрим Булат

Аҫыл минуттар

Ләйсән ямғыр тамсылауға

Гөлдәр нурға ҡойона.

Яҙ йәмдәре йөрәгемә

Йәйғор булып уйыла.

 

Байрам итә күңелкәйем

Шатлыҡ хисе кисереп.

Их, асһаңсы ошо мәлдә

Һөйгәнеңә эс серең!

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184