Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Рафаил Хафизов

Ил өҫтөндә

Иҫә елдәр, яңы йырымда

Тыуған ерем  моңо – терәгем.

Шәреҡ яҡтан иҫкән сал елдәр

Хәбәр һөйләй, тыңлай йөрәгем.

Төнмө-көнмө, ҡайһы осорҙан

Дала гөжләй, яна усаҡтар.

Аттар кешнәй – ниҙән, ниңә һуң

Хәтеремде биләй шул саҡтар?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гүзәл Ситдиҡова

Көҙгө Инйәр

Мираҫ

Ергенәһе ҡәҙерле бит,

Баһалы бит халҡыма.

Күккә осҡанда ла, ерҙән

Ҡеүәт алып ҡалҡына.

Ни кисерһәк –  еребеҙҙә,

Халҡым һүҙенән беләм:

Ул –  йығылып ятып илай,

Тәгәрәп ятып көлә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәнил Күзбәков

Торналар сыңы

Дастан

Пролог

Һары тунын күптән һалған урман –

Йылыталмай миләш усағы ла.

Әсе елдән биҙрәп бар тирә-йүн

Ҡара көҙҙөң ингән ҡосағына.

 

Ишетелеп ҡала:

                             бүре олой,

Ай йөҙөндә ниндәйҙер шом табып.

Ҡош Юлынан торна сыңрауҙары

Ҡойолғандай яҡты һағыш һалып.

 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Талха Ғиниәтуллин

Өс хикәйә

Көтөүсе

Йылға буйынан ҡайтҡанда һоро сентябрь көнө иртә төшкән эңер ҡараңғылығына сорнала башлағайны. Тыҡрыҡтан  өй яғына боролһам – ҡапҡам төбөндә ят кешене шәйләнем. Һағайҙым, сөнки был мәлдә береһен дә көтмәйем, килер  кешем юҡ. Ауылға тиҙгә генә ҡайтҡанмын, ауырып киткән  ҡатыным Мәскәүҙә ҡалды. Ҡапҡам төбөнә еттем дә, уның ҡала кешеһе икәнен самалап, русса өндәштем:

– Һеҙ миңәме?

– Эйе, һаумыһығыҙ.

Ул миңә ҡулын һондо, мин  дә ҡул бирҙем. Күрешеүҙе өнәп бөтмәйем, йыш ҡына, бигерәк тә йәшерәктәр, минең ҡарт, сибек бармаҡтарҙы ныҡ ҡыҫа, әйтерһең, үҙҙәренең был ҡылығы менән «ҡартайған, үлергә лә күп ҡалмағандыр» тигән йәшерен уйын аңлатырға тырыша. Таныш түгел кешенең усы киң һәм ярайһы уҡ ҡаты ине – эшсе ҡулы икәне һиҙелеп тора.

– Һеҙ Тәлғәт бит? – тип һораны ят кеше.

– Эйе, Тәлғәт.

– Һеҙҙе ауылдың иң өлкән кешеһе тип әйттеләр.

– Минән дә олораҡ берәү бар, тик ул хәҙер йөрөй алмай.

– Һеҙ, бәлки, минең атай-әсәйҙе хәтерләйһегеҙҙер? Һорайым-һорайым, бер кем дә белмәй. Детдомға алып киткәндән бирле ауылға ҡайтҡаным юҡ. Атайҙың ҡасан үлгәнен дә, ҡайҙа  ерләнгәнен дә белмәйем.

– Исеме кем ине?

– Ғәлимнур. Көтөүсе булған. Ауыл һарыҡтарын көткән.

– Ә-ә, Акэ көтөүсе, – минең иҫкә төштө. – Беҙҙең  аймаҡта йәшәне бит.

– Эйе, уны Акэ тип йөрөткәндәр шул. Ә мин – Акэ малай. Беҙ һеҙҙең менән уйнай торғайныҡ. Иҫегеҙҙәме?

– Иҫкә төшкәндәй була. Мин үҙем дә ҡырҡ беренсе йылда ФЗО-ға киттем, ауылға илленсе йылда ғына ҡайттым, ул саҡта атайыңдың ауылда икәнен хәтерләмәйем. Ҡырҡ өсөнсө йә  ҡырҡ дүртенсе  йылда үлгәндер. Ул йылдарҙа ауыл ныҡ асыҡты, кеше күп ҡырылды. Ә бына ҡайҙа ерләгәндәрен әйтә алмайым. Һуғыш йылдарында мәйеттәрҙе зыяраттың ауыл яҡ осонда күмә торғайнылар. Ул тирәлә ер йомшағыраҡ, ҡаҙыуы ла  еңелерәк.

Артабан уҡырға


Январь 1970

06


Январь 1970

Фото - хәтер

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына – 80 йыл


Май 2012

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

* * *

Өфөнөң Конгресс-холлында «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» темаһына республика форумы үтте. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй Мосолмандары үҙәк диниә назараты һәм Рәсәй Ислам университеты ойошторған сарала Республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты хакимиәте идаралығының дини ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү департаменты етәксеһе Илья Баринов, Рәсәй Мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, БР Мосолмандары диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Башҡортостан митрополияһы эштәре идарасыһы, архимандрит Игнатий Климов, ғалимдар, ислам һәм донъяуи белем биреү учреждениелары уҡытыусылары, дин  әһелдәре,  мосолман йәштәре ҡатнашты.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184