Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Линиза Шакирова

Аға һыуҙар ҡиблаға...

Хикәйә

Бишенсе ҡаттан ауыр келәмде Әҡлимә саҡ-саҡ һөйрәп төшөрҙө. «Ларҫ» итеп ергә төшкән келәмдән һуң  «уф» тигән ауаз да ишетелде. Келәмен йәйеп, борхолдоғон сығарып ҡарға ҡуша тапаны. Инде күтәреп элергә ҡала. «Уф, ҡайһылай ауыр! Был хәтлем дә ауыр әйберҙе нисек һөйрәтмәк тә нисек элмәк кәрәк»? – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, ҡарға бата-бата, көс-хәл менән тимер бағаналар яғына килтереп еткерҙе, ә элгәнендә аҙапланыуҙарын күрһәң! Бер яғын элһә, икенсе яғы шыуып төшә, икенсе яғын элһә, был яғы...

– Һаумыһығыҙ! Ҡайҙа, ярҙам итешәйем! – тигәнгә ҡапыл тертләп башын күтәрҙе. Боролоп ҡараһа, алдында буйһыу, ҡаҡса егет йылмайып  тора. Матур, төпһөҙ, осҡон уйнаған ҡара күҙҙәр уға төбәлгән. Әҡлимә, мәшәҡәтләнеп йөрөп, егеттең алдына килеп баҫҡанын аңғармай ҙа ҡалған. Шунлыҡтан ҡапыл ҡаушап төштө.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Наил Ғәйетбай

Ҡултамға йәки Түрә ҡабул итмәй

Беренсе бүлек

Шаршау асылмаҫ элек сәхнәгә Актер сыға, ҡулында телефон.

Актер (тамашасыларға). Хәйерле кис! Һаумыһығыҙ. (Телефонға.) Алло? Назар Хазарович! Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе Көҙән комитеты рәйесенең урынбаҫары Низам Ҡәҙербаев борсой. Һеҙҙең райондар буйлап комитеттар эшен тикшереп йөрөүегеҙҙе ишеттек. Мотлаҡ рәүештә беҙгә килегеҙ. Алыҫыраҡ, әлбиттә. Ләкин һеҙ бер нәмәгә ҡарамай килергә тырышығыҙ. Беҙҙә эштәр бик хөрт.

Нимә? Эйе, эйе! Бөгөн киләһегеҙ? Рәхмәт! Көтәбеҙ һеҙҙе! Һау булығыҙ!.. Булды. Былай булғас, тамаша башланды. (Китә.)

Шаршау асыла.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сәлимйән Бәҙретдинов

Хан ҡыҙы

Ҡисса 

Боронғо, бик боронғо дәүер ине. Ер-hыу шундай саф, шундай хозур, мөhабәт, әҙәм ҡулы теймәгән йәменә. Болот кеүек тауҙарын алыҫта, уй ғына етер алыҫта ҡалдырып, дала буйлап көнтыуышҡа ҡарай бер егет елә. Толпарын hыулатып, утлатып ала ла йәнә ҡоштай оса. Толпары аҡбуҙ тоҡомо – еңел, текә тояҡлы, оҙон бәкәлле, ҡуян ботло, тар бөйөрлө, ҡарсыға түшле, бөркөт ҡабаҡлы, ҡамыш ҡолаҡлы, ҡыҫыр йылан тамаҡлы, ас яңаҡлы, соңҡа эйәкле, ҡымты иренле, киң танаулы, баҡыр күҙле, ҡырас яллы, ҡалҡыу мундаллы, ҡуш урайлы, суртан hыртлы...

Иҫертерлек хуш еҫле туғайҙарҙа йылҡы сыңрай, hыйырҙар мөңрәй, буғалар үкерә, ҡуй-hарыҡ ҡуңрай. Һунарсыларҙы, балыҡсыларҙы тап итеп, уларҙан ниндәй ер-hыу, ырыу икәнен белешә, тирмәләрҙә туҡтап, хужаларына сәләм биреп иҫәнләшә, hаба-hаба ҡымыҙ hемерә, йәнтөйәгенең ҡурайынан hағышлы моңон бөркә лә тағы ыласындай талпына егет. Төшөндә күргән иҫ киткес hылыу ҡыҙ, ул ғүмер иткән Тубыл буйы алҡындыра уны. Унда ашҡынhа-елкенhә лә, егет йәмлеләрҙән йәмле Уралын, ҡәүеменә ата ла, инә лә булған Уралын уйлай...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлназ Ҡотоева-Ғәйнуллина

Бәхетлемен!

Йылыға йылышыу

Эҙләйем йылы йән,

Йылылыҡ –

Эйәреп китергә артынан.

Йығылып киткәндә

Ҡул бирер,

Төҙәйтер,

Мин ситкә тартылһам.

 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Дилә Булгакова

Яҙ етәкләп килдең

Яҙ етәкләп керҙең көҙҙәремә,

Көҙҙәремдән китер юл бармы?

                Нисек үтергә һуң,

                Нисек һүтергә һуң

Аралағы ятҡан йылдарҙы?

 

Баш осомдан осҡан ҡошсоҡтарҙы

Күҙ ҡарашым менән парланым.

                Һөйөү килде күктән,

                Наҙҙар көттөм күптән,

Яҙ  етәкләп килгән йән йәрем.

 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Риф Мифтахов

«Хыялланам йондоҙ ҡабыҙырға...»

Васыятыңа тоғро ҡалдыҡ, әсәй

Әсәй, кәңәштәрең хәтеремдә:

«Изгеләр бар – ауһаң, аҙашһаң.

Хоҙай түгел, бер кем ғәфү итмәҫ

Йә урлашһаң, йәки алдашһаң...»

Намыҫымды һаҡлап һәм дә паклап

Һеңде һүҙең йәнгә-хәтергә.

Васыятыңа тоғро ҡалдыҡ, әсәй,

Борсолма, тип килдем әйтергә.

Артабан уҡырға


Июль 2012

Марат Кәримов

Ҡала ҡайыны

Әсәйгә

Рәхмәт, әсәй, мине бар иткәнһең,

Иманлы бул, балам, тигәнһең.

Фәрештәләр ташламауын теләп,

Тупылдатып ҡат-ҡат һөйгәнһең.

 

Теләктәрең, әсәй, терәк булды,

Үткәрмәне бәлә-ҡазаны.

Күңелемә күктән иңеп торҙо

Фәрештәнең изге ауазы.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184