Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әнисә Таһирова

Асылыкүл

Асылыкүл, асылыңды

Асмағанмын.

Ләкин инде тоям ебәк

Тулҡын наҙын.

 

Ошо наҙҙан күңелемә

Һиллек яуа.

Был һиллектән күңел үҫә,

Ҡанатлана.

 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сәғиҙулла Хафизов

Өйҙәш ҡатын

Повесть

1

Разия ишектән инеп килешлəй үк һөрəнлəне:

– Таптым, таптым! Әй, Сәфәр, һин ҡайҙа? Таптым даһа!

– Ысынлапмы? – Ауыҙына ҡапҡанды йоторға өлгөрмəгəн ир аш бүлмəһенән сығып, ҡатыны ҡаршыһына килеп баҫты. – Күпме тора? Нимəнән, ағастанмы, таштанмы? Урынын да оҡшаттыңмы?

Көләс Разия, өҫ-башын һала-һала, шаҡтай ҡысҡырып теҙеп китте:

– Йорт шыңғырлап торған ҡарағайҙан буралған, мунса ла ағастан, һап-һары. Ихатала – беседка. Баҙ ҙа бар, ҡоҙоғо ла. Үҙебеҙҙең баҡсала ҡул насосы эшләп ҡуйған инең бит. Нәҡ шуның кеүек ҡоҙоҡ…

Артабан уҡырға


Январь 1970

08


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Президент менән осрашыу

18 июндә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала идара рәйесе Риф Тойғонов етәкселегендә бер төркөм яҙыусылар менән осрашты. Ирекле фекер алышыу шарттарында үткән был сарала әҙиптәр бөгөнгө көндә Яҙыусылар ойошмаһының тейешле күләмдә финансланмауын, ә был әҙәби кисәләр, уҡыусылар менән осрашыуҙар, ҡәләм оҫталарының юбилейҙарын үткәреү, ижади командировкалар һ.б. менән бәйле, 230 ағзаһы булған Союздың (һан буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург, Татарстандан ҡала   дүртенсе урында), күҙ терәп торған берҙән-бер дәүләт ҡарамағындағы «Китап» нәшриәтенең шулай уҡ аҡсаға ҡытлыҡ кисереүен, һөҙөмтәлә күп кенә ҡулъяҙмаларҙың байтаҡ йылдар дауамында донъя күрә алмауын билдәләне, йәш ижадсыларға лайыҡлы иғтибар, Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында йәки БДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ базаһында тәржемәселәр төркөмө асыу, әҙәбиәт музейын булдырыу, әҙиптәрҙе ял йорттарына ебәреп, ижад һәм ял итеү шарттары тыуҙырыу һымаҡ көнүҙәк мәсьәләләр күтәрҙе.  Сөнки бөгөнгө ауыр заманда бындай эштәрҙе Республика Хөкүмәтенең, Президенттың ярҙамынан тыш ойошма һәм уның ағзалары башҡарып сыға алмаҫы көн кеүек асыҡ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Һары ла ғына һайрай һандуғас

Беренсе майҙа, яҙ һәм хеҙмәт байрамында тыуғанғалыр, Алевтина Вәлиева яҙғы ҡояш кеүек сағыу кеше. Силәбеләр уны «Беҙҙең Әлфиә», «Беҙҙең Әлфиә апай» тиҙәр. Силәбеләге Бабич китапханаһы ла, Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә лә шундай рухи ынтылышлы гүзәл заттан уңды ғына.

Ул беҙгә Әсә кеүек

Ҡырҙа ут яғыу – мәшәҡәтле эш. Әмәлен табып ут тоҡандыраһың да дөрләп китһен өсөн уға утын өҫтәп тораһың. Шул саҡта алыҫтарҙан уның яҡтыһын күреп юлсылар килә, юлдаштар йыйыла... Сит өлкәлә беҙ ҡабыҙған мәҙәни усаҡ та шул саҡлы. Яныбыҙға килеп ингән юлдашыбыҙ, шунса йылдар рухи усаҡтың йылыһын һаҡлаусы йән терәгебеҙ хаҡында ла һөйләмәйенсә булдыра алмайым. Яҙмам баш йорттан ситтә йәшәүсе милләттәшем тураһында, рухташым һәм юлдашым хаҡында дан йыры булып яңғыраһа, һис тә яҙыҡ булмаҫ, тим.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Радик Ғәзизов

Көнгәк

Ағиҙелдән томан күтәрелә,

Көтөү сыға Әүен артына.

Йәй айының алһыу таңдарында

Күңел әллә ҡайҙа атлыға.

 

Тау түбәһе нурға сума бер саҡ,

Һандуғастар һайрай туғайҙа.

Ағиҙелем, ебәк таҫма булып,

Көнгәк-тау тирәләй урала.

Артабан уҡырға


Июль 2012

Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин

Аямаған йәнен, түккән ҡанын

Ҡайһы бер тарихсылар, 1812–1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында Рәсәй  империяһының еңеп сығыуы – уның бөтә халыҡтарының ҡаҙанышы, тип яҙырға күнеккән. Был ваҡиға  тарихын ентекле өйрәнгән   тарихсылар – Н. М. Богданович, Е. В. Тарле, Н. М. Дружинин, М. В. Нечкина, генерал-майор Е. В. Жилин,     Л. Г. Бескровныйҙарҙың хеҙмәттәренән күренеүенсә, империяла йәшәгән 200-ҙән ашыу халыҡтың ни бары 12 – 15-енең  вәкилдәре  генә был һуғышта ҡатнаша. Бына улар: грузин, осетин, адыгей, кабардин, ҡалмыҡ, латыш, эстон, литва һ.б. Һуғыштың төп ауырлығы, һис шикһеҙ, урыҫ, белорус, украин халыҡтарының иңенә төшә. Ваҡиғалар шаһиты яҙыусы Сергей Глинка бер хеҙмәтендә, 1812 йылғы Ватан һуғышында мордва менән сирмештәр (мариҙар – Ә.Й.) ҡатнашты, тип яҙа. Ләкин ул яңылыша, аталған халыҡтарҙың был һуғышта ҡатнашыуы тураһында рәсми документтарҙа, тарихи әҙәбиәттә  бер ниндәй ҙә мәғлүмәт осрамай. Инглиз ғалимы Роберт Фред Бауман «Башҡорттар миҫалында урыҫ булмаған халыҡтар Рәсәй империяһының хәрби хеҙмәтендә» тигән күләмле яҙмаларында: «Волга буйында йәшәгән татар, мордва, мари  империяның иррегуляр ғәскәрендә хеҙмәт итмәгән»,– тип яҙа.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184