Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Фәнил Күзбәков

Нәфис әҙәбиәт: хыял, ысынбарлыҡ, тормош талабы

Үткәнебеҙҙе бөгөнгөгә ялғап...

Меңдәрсә йылдар һуҙымында  Ағиҙел йылғаһы еребеҙҙе һуғарып, төйәгебеҙҙе йәнләндереп-йәмләндереп, кешеләрҙе кинәндереп, Кама менән Оло Иҙелде (Волганы) алҡындырып, Каспийҙы тулыландырып, ғәзиздәрҙән-ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙы бар итешә. Әҙәбиәтебеҙ даръяһы «Ағиҙел»ебеҙгә бәйле лә шундай кимәлдә, шундай уҡ юғары стилдә һүҙ әйтергә мөмкин: рухиәт диңгеҙенә ул илткән шифалы дымды тереһыу тамсылары менән генә сағыштырып булыр ине. Үткән юлы – үҙе бер тарих, кисәгене, бөгөнгөнө художестволы сағылдырыуы иһә – камиллашҡандан-камиллаша барыусы ҡатмарлы әҙәби үҫеш баҫҡыстары.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Суфиян Поварисов

Алла рухы, пәйғәмбәр теле менән

(Ғайса Хөсәйеновтың «Ҡанлы илле биш» романының тел үҙенсәлектәре)

 

М«Бисмиллаһи ир-рахман ир-рахим!

Һүҙҙе шулай башламаҡ хәйерле.

Изге Ҡөрьән Кәримебеҙ, боронғо китаптарҙың иң әғләләре, дастандарыбыҙ шулай башланыр. Ата-бабаларыбыҙ бер ҙур эшкә тотонорҙан алда ошо ҡөҙрәтле һүҙҙәрҙе әйткән, иманлылар бөгөн дә әйтер. Шуға эш-шөғөлдәре ырамлы китер.

Был китапта ҡаһармандарҙың байтағы дин әһелдәре, айырата атаҡлы Батырша мулла булғанда фәҡирегеҙ мөьминдең исламға таянмағы ла лазымдыр. Шунлыҡтан Ҡөрьән сүрәләре, аяттары, шәриғәт ҡанундары, хәҙистәр, әнбиәләр тарихы, дини риүәйәттәр осраштыра торһа, сәйер тойолмаҫтыр, шәт».

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мостай Кәрим

Көндәлектәр

14.02.04.

     Ренат Харисҡа

(иртәнге теләктәр)

Көндөҙҙәрең хәрәкәтле булһын,

Булһын бәрәкәтле.

Төнгө йоҡоларың тыныс булһын

Алһыу таңға хәтле.

Йөгөң ауыр булһын, юлың оҙон,

Таҡыр, түтә булһын,

Алдарыңда әле башланмаған

Бәхет көтә булһын.

Олоһона, кесеһенә һаман

Һүҙең үтә булһын.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мөхәммәт Илбаев

Йыһанға сәфәр

(2011 йылдың декабрендә «Марс-520»

Йыһанға осоу күнекмәләре тамамланды)

Кисә генә Ергә аяҡ баҫтыҡ,

Бөгөн ултырабыҙ эйәрҙә.

Ә иртәгә

Йыһан «арбаһы»на

Беҙ әҙербеҙ йөктө тейәргә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Лилиә Һаҡмар

“Күңелдә – янартау”

Өфөмә йыр

Айҡала, сайҡала Ағиҙел буйында

Аҡ болот елкәнле баш ҡала.

Алыҫтан саҡыра яҡтыға, яҡшыға

Башҡортом үҙәге – аҡ ҡала.

 

Бер кемдән еңелмәҫ саф йәнле халҡы бар

Өфөмдө һаҡларлыҡ, яҡларлыҡ.

Рәсәйҙең иң нурлы, йондоҙло ҡалаһы,

Даны бар һәр кемгә маҡтарлыҡ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәҙин Әфтәх

Көҙгө уйҙар

Бер кем көҙҙө көтөп алмай,

Көҙҙәр килә көттөрмәй.

Быҫҡаҡ ямғыр аҫтарында

Хатта, ана, эт өрмәй.

 

Барлыҡ донъя шыҡһыҙ ҡалған,

Алда оҙон ҡыштар бар.

Ярай әле, минең менән

Бында ҡалған ҡоштар бар. 

Артабан уҡырға


Октябрь 2012

Гөлнур Яҡупова

Ҡатындар

Трилогия

Кесе йыһан – Оло йыһан

Өсөнсө китап

40

Интернетты тоҡандырып, «Класташтар» сайтын асһам, ят бер кеше, ниндәйҙер Иркен Янычаров, дуҫлыҡ  тәҡдим итәсе? Фотоһын ҡуйған: ялпағыраҡ битле егет, ҡыҫҡа иттереп алынған сәсе терпе энәһеләй тырпайып тора һәм уға ҡырыҫыраҡ төҫ бирә.  Күҙ  ҡарашы әммә яғымлы.

Ҡыҙыҡһыныуым ифрат көслө, әлбиттә: «Һеҙгә хәбәр итәһе бик мөһим һүҙем бар», – тигән дәһә, үҙенең электрон адресын яҙған. Тәҡдимен кире ҡаҡмауымды белдерҙем. Кем икән ул? 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184