Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Фәнил Күзбәков

Нәфис әҙәбиәт: хыял, ысынбарлыҡ, тормош талабы

   Дәүер көҙгөһө лә, дәүер һулышы ла — әҙәбиәт

(Таңсулпан Ғарипова һәм Фәрзәнә Аҡбулатова  менән  әңгәмә)

Әҙәбиәт теге йәки был идеяға битараф була аламы? Ниндәйҙер идеяға хеҙмәт итеү бер яҡлылыҡҡа алып килмәйме?

Фәрзәнә Аҡбулатова:

– Әҙәмдең эске донъяһы менән эш иткәнлектән, әҙәбиәткә, ғөмүмән, битарафлыҡ хас түгелдер, тим. Битараф әҙәбиәт тә, артыҡ идеологиялаштырылған әҙәбиәт тә халыҡты ылыҡтырмай. Уҡыусы тетрәнеп тә, һыҙланып та, көлөп тә, ҡыуанып та, йәғни кисерештәр эсендә ҡайнап үҙенең күңелен  һуғара. Ә көсләп тағылған идеялар әҙәбиәт менән идара итә башлаһалар, бер һүҙһеҙ уны буйһондороп, һутын һурасаҡтар. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәрит Яҡшығолов

Рухи көсөм

Кем инде һин, кем инде:

Йырҙарың моңло-зарлы.

Һөйгән йәрһеҙ ҙә ҡалғанһың,

Йорт-ҡураларың  ярлы!

 

Әммә рухым имгәнмәгән –

Ул үҙе бөтмәҫ байлыҡ.

Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны –

Белмәй әйтмәгән халыҡ!

Артабан уҡырға


Январь 1970

Зөфәр Сабирйәнов

Ҡоштоң пар ҡанаттары

Мәңге бергә татар, башҡорт –

Ҡоштоң пар ҡанаттары.

Ҡәрҙәш итте беҙҙе дуҫлыҡ,

Яттарға ҡаратманы.

Туғанлашып матур йәшәү –

Башҡорт, татар йолаһы.

Әйтерһең дә, бер әсәнең

Беҙ игеҙәк балаһы.

Ҡунаҡ булып бер-беребеҙгә

Йыраҡ түгел бараһы.

Ут күршегә кергән кеүек

Беҙҙең һуҡмаҡ араһы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Земфира Сәхипова

Робағиҙар

Ауыҙ асып һүҙ әйтергә ҡыйманым,

Кеше хәтерен һаҡлар өсөн тыуғанмын.

Бар михнәттәрҙе эсемә йыйғанмын,

Йыйғандарҙан робағиҙар ҡойғанмын.

***

Тура әйтеп, кешеләрҙән һүгеләм,

Тура әйтеп, ҡан йәшемә түгеләм.

Әйтмәй ҡалһам, йоҡоларымдан яҙам,

Бер хатаға юл ҡуйҙым, тип  үкенәм.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Йыһат Солтанов

СӨЙӨМБИКӘ ҺЫЛЫУ

Драма-хроника

3 шаршауҙа, 13 сәхнә һәм эпилогта

Ҡатнашалар (бөтәһе лә реаль ваҡиғаларҙағы тарихи шәхестәр):

Йософ            — башҡорт (нуғай) иленең көньяҡ яртыһының,

                        йәғни Бәләкәй урҙаның мырҙаһы, аҙаҡтан кенәз

Һылыубикә      — Йософтоң ҡатыны

Сөйөмбикә        — Йософтоң ҡыҙы, тәүҙә 14 йәштә

Юныс                — Йософтоң өлкән улы, Аҡтүбә ҡалаһы мырҙаһы

Йәнсура батыр  — азаматтар башлығы, тәүҙә 16 йәштә

 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлнур Яҡупова

Ҡатындар

Трилогия

Кесе йыһан – Оло йыһан

Өсөнсө китап

52

Сәғәткә ҡараһам, төнгө ике булып киткән. Берҙәр тирәһендә мәшәҡәтемде ослай торғайным да, был юлы бигерәк оҙаҡ ултырғанмын. Ҡыҙым менән улым йоҡлай. Фатихымды дауаханаға киске сәғәт ундарҙа ашығыс саҡырып алдылар, «экстренный случай» тип. Иремдең көн  тимәй, төн тимәй эшенә атлығып тороуына өйрәндем инде. Ҡай саҡ йәнем көйөп киткеләй, әҙәмсә йәшәп булмай, йәнәһе. Әммә үҙемде тиҙ ҡулға алам, уның тап шундай булыуы һоҡландыра лаһа мине. Бәс, ул да минең йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йөрөүемә, донъямды ташлап, төрлө походтарға, туристик путевка менән союздаш республикаларға яңғыҙым йөрөп ятыуыма күнә бит. Әй, күнмәһә лә! Ерле юҡҡа шулай эстән сыпраңлай башлаһам, өләсәйемдең, ҡартәсәйемдең изге рухтарына күҙ төбәйем. Һәм улар, көтөп кенә торғандай, гүйә, алдымда пәйҙә булып, йә маҡтай, йә ороша. Бына әле лә, ғәҙәтемсә, эстән генә әңгәмә ҡорҙом:

Артабан уҡырға


Декабрь 2012

Ҡамса Мортазин

Иҫерткес мәл

Иҫерткес мәл, Хоҙай тапҡан әмәл,

Йөрәктәрҙән өҙә өндәрҙе.

Меңенсе ҡат яңы донъя асам –

Тәү күргәндәй яҡты көндәрҙе.

 

Аҡ ҡайындар һый күлдәген кейгән,

Ап-аҡ алъяпҡыслы муйылдар.

Ә сирендәр зәңгәр күҙен асҡан:

Күҙ теймәһен – ниндәй һылыуҙар!

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184