Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Апрель 2017

Әлиә САМАТОВА

Кәкүк

1
Кә-күк, кә-кү-үк... Бер, ике, өс, дүрт...
– Ҡәһәр һуҡҡыр ҡош! Тағы ла нәмәңте саҡырып ултыраһың, хаслыҡлы нәмә! Көш-ш-ш! Үҙеңә булһын барыһы ла, башың ҡороғор! Вәт йүнһеҙ, етмәһә, ауыл уртаһындағы ҡайынҡа ҡунып ҡаза саҡырып ултыра. Ашағаны таш булғыры! Көш-ш-ш...
Ҡәһәрләп ҡысҡырыуға тертләп китте Моталлап. Уның баш осонан ғына фыр-р-рлап осҡан таяҡ ағас олонона барып тейҙе. Маһиҙә апайҙың зәһәрле тауышы, үҙе соланына инеп киткәс тә, тынманы. Үҙенә табан осоп килгән таяҡтан ҡото алынған кәкүк тә тотлоға-тотлоға, тамағына таш тығылғандай йәмһеҙ өндәр сығарып, ҡайҙа һуғылырға белмәй, тау яғына ялтанды. 

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Мәхмүт ХУЖИН

Әруахтар ауазы

Роман

1
Боронғо донъя тарихы кафедраһы. Ҡасан ҡуйылғаны ла билдәһеҙ иҫке мебель: өҫтәлдәр, ултырғыстар, шкаф, тумбочка ... Стеналарҙа боронғо грек, фарсы, ҡытай, швед, урыҫ, немец ғалимдарының тарих саңы ҡунған һүрәттәре. Иҙәндәге линолеум да күп тапалыуҙан ашалып, урыны менән бетоны күренеп ята. Кафедраның исеме есеменә тап килһен өсөн шулай эшләнгән, тиерһең. Иҫке өҫтәл артында сал төшкән сәстәре ныҡ ҡына һирәгәйгән, һорғолт күҙҙәре ҡалын быяла артына ышыҡланған ҙур ҡолаҡтары тырпайыбыраҡ торған киң генә яурынлы олоғайып барыусы ир кеше яҙышып ултыра. Ҡараштары етди, йыйырсыҡтар телгеләгән маңлайы йыйырылған, ара-тирә ишетелгән

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Ғәфейә ҒАФАРОВА-БИШЕВА

Кәмәлек

Беренсе бәйән
ТИФТАН ЙӘШЕРЕЛГӘН ЛОҠМАНХӘКИМ
Тутыя ике бәләкәс бала ҡарай. Килене эштән ҡайтып, әҙерәк сабыйҙарҙан бушаһа, намаҙҙарын үтәп, ете төн уртаһына тиклем теләктә ултыра. Лоҡманхәкиме тереме, юҡмы икәнен белмәй, уға һәм Ғәбделхәлиленә ғүмер, барыһына ла һаулыҡ, ғүмер, донъяларға тыныслыҡ теләй. Ошо теләктәр етептер инде, Хәлилгә һуғышта һалдаттар хайран ҡала: хатты алып барып килгәнсе, шинеленең итәге иләк кеүек була, тик һис бер ере яраланмай часҡа ҡайтып етә.

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Рауил Бикбаев

Вахталағы шағир

1. Сирек быуат элек 
Әле мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ Хисмәт Юлдашев мине Өфөлә эҙләп тапҡайны. Аралар алыҫ тип тормаған, әллә ҡайҙағы Туҡ буйҙарынан яҙғы каникул ваҡытында яҡташын эҙләп килеп еткән. Юғары класта уҡып йөрөгәндер, таҙа, матур егет булып үҫеп еткәйне. Спорт ярыштарында еңәм тип тә һөйләгәйне. Был хаҡта әйтмәһә лә, көс-ғәйрәте кәүҙәһенән, буй-һынынан, үҙен тотошонан күренеп тора ине.
Килеп инеү менән үк яңы танышым әҙәбиәт тураһында һүҙ башланы, үҙенең байтаҡ шиғырҙарын яттан һөйләне. Бигерәк тә “Шаһиҙәм” тигәне хәтерҙә. Мин уны Есениндың Шаганэһе

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Хисмәт ЮЛДАШЕВ

Туған моңдар үҙенә тарта...

Дантабар

Эскән саҡта ла күҙ йәше,
Ашаған саҡта ла ҡар,
Әйҙә, минең менән йөрө,
Әйҙә, минең менән бар.

Әйҙә, минең менән бергә,
Әйҙә, минең менән бар.
Төшөп ҡалған саҡтарымда,
Күҙҙән төшкән саҡтарымда
Мин өшөп янғаным бар.

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Марат КӘРИМОВ

Яңырырға яҙҙар көтәм

Күгәрсенгә ҡайтам
Мәңгелектән килдем ергә 
Асылғанда төндөк. 
Күгәрсен тигән ауылға 
Беркетелде кендек.

Йылдар саңын йота-йота 
Донъя йөгөн тартам.
Шул саңдарҙан арынырға 
Ауылыма ҡайтам.

Юлымдағы тау-таштарҙы 
Алып ситкә атам. 

Артабан уҡырға


Май 2017

Хәлит Сөләймәнов менән әңгәмә

Сибай сәнәғәт ҡалаһы ғына түгел... мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт үҙәге лә

Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ үткән юлына күҙ һалғанда, унда тау, машиналар эшләү сәнәғәте, мәғдәнселек үҫешенә бәйле тиҫтәләгән яңы ҡала барлыҡҡа килгән. Башҡортостанда 100 йыл эсендә Учалы, Белорет, Туймазы, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Күмертау, Октябрьский, Нефтекама, Яңауыл, Баймаҡ тап шул рәүешле ҡалҡып сыҡҡан.
Уларҙың береһе – Сибай. Башҡорт Википедияһында был ҡала “Башҡорт Урал аръяғының сәнәғәт һәм уҡыу-мәҙәниәт үҙәге” тип билдәләнгән. Уға ХХ быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Сибай баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштерә башлауға бәйле нигеҙ һалынған. 1938 йылда “эшселәр ҡасабаһы” тип атап йөрөтөлә, 1955 йылда республика әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә. 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184