Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әмир Әминев

Дуҫымды юҡһыныу

(Юрий Андриановтың тыуыуына – 60 йыл)

Юрий Андрианов тигән шағирҙы башҡорт уҡыусыһы әҙип булараҡ бөтөнләй белмәй тиерлек. Үҙе байтаҡ башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын руссаға тәржемә итеп республика матбуғатында, төрлө йыйынтыҡтарҙа, альманахтарҙа, антологияларҙа баҫтырһа ла, бер нисә шәлкем, хатта бер нисә бөртөк шиғырын иҫәпләмәгәндә, үҙенекен башҡорт теленә ауҙарыусы булманы ла. Ул талантлы әҙип ине. Тәүҙә нәшриәт эшенә, ошо эшенә параллель рәүештә тәржемә хеҙмәтенә ныҡлап күмелеп, унан русса сыҡҡан «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡарып, ижады тәүҙәрәк икенсе планға күсте, үҙенең шиғырҙарын тәржемәләү эшен бөтөнләй ҙә хәстәрләмәне. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәниә Гәрәева

Йылмайыуы мәңге күңелдә...

(Әмир Гәрәевтың тыуыуына – 85 йыл)

Беҙ, театр училищеһының 1952 йылғы сығарылыш студенттары, бөтәбеҙ ҙә театрға эләгә  алманыҡ. Һуғыш йылдарында уҡ һәм унан һуң да театрҙар ябыла торҙо. Сөнки улар хозрасчетта ултырҙы, үҙҙәрен аҫырай алманы. Һабаҡташтарым талантлы  ине. Күптәребеҙ район культура  йорттарына, хатта Алтай крайына художество етәксеһе итеп ебәрелде. Хәллерәктәр уҡыуҙарын дауам итте. Ә ҡайһыларыбыҙ китапханасы, балалар  баҡсаһында тәрбиәсе, хатта һатыусы булып эшләне. Нишләйһең, йәшәргә кәрәк бит. Шулай ҙа береһе ла юғалып ҡалманы. Беҙҙән һуң 1953 йылда һуңғы сығарылыш булды һәм училище оҙаҡ ваҡытҡа ябылды.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әмир Әминев

Нәфис әҙәбиәт: хыял, ысынбарлыҡ, тормош талабы

 ТАЛАНТ  ТАЛАПТАН  ҠУРҠАМЫ?

(Әмир Әминев һәм Зәки Әлибаев менән әңгәмә)

– Журналыбыҙҙың юбилейы айҡанлы ойошторолған әңгәмәләрҙә, әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгө торошона бәйле, ҡәләмдәштәребеҙ иғтибарға алырҙай фекерҙәр әйтте. Баш мөхәррир үҙе, Әмир Мөхәмәт улы, әңгәмәләргә ҡағылышлы ниҙәр уйлай?

Әмир Әминев:

– Иң беренсе сиратта оло һөйләшеүгә ҡатнашҡан бар иптәштәргә лә рәхмәт әйткем килә: уларҙың һәр ҡайһыһы, был – журналдың ғына эше, тип  торманы, дөйөм әҙәбиәт эше тип ҡараны һәм бөгөнгө әҙәби процесты, уңыштарын барлау менән бергә, проблемаларын да күрһәтергә, асыҡларға тырышты, теге йәки был мәсьәләгә үҙенең мөнәсәбәтен белдерҙе, айырым әҫәрҙәргә туҡталыу менән бер рәттән, дөйөм йүнәлеште лә тоҫмалланы. Тамсынан күл йыйыла, ти, әлеге һөйләшеү ҙә айырым әҙиптең шәхси фекерҙәренән, күҙаллауынан ғибәрәт бит.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рауил Бикбаев

Көндәлектәр

Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер...

 

25.06.89. Йәкшәмбе.

Кисә Рәшит Назаровтың «Ағиҙел»дәге шәлкемен уҡып сыҡтым. Журналға бирер алдынан да уҡығайным, әле ташҡа баҫылғас, күҙ алдына  тулыраҡ баҫа. Бындай феномен беҙҙең әҙәбиәттә генә түгел, ғөмүмән, тиҙ ҡабатлана торған мөғжизәләрҙән түгел. Араһында өйрәнсек шиғырҙар ҙа бар, әлбиттә. Ләкин быларҙың барыһын да малай, үҫмер яҙған бит. Ошо шиғырҙарында уҡ донъяны ни тиклем тетрәнеп, һыҙланып аңлау, күпме аяуһыҙ философия. Уларҙа киләсәктә буласаҡ әллә ниндәй фажиғәләрҙе, трагик яҙмышты тойған кеүек булаһың. Бәлки, хәҙер барыһын белгәс кенә шулай тойолалыр. Әммә ул саҡта уҡ Рәшиттең донъя менән мөнәсәбәтендә фажиғә ята.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рауил Шаммас

«Көнөм нурһыҙ, йырһыҙ булмаҫ...»

 Эй, хәйерле иртәм минең!

Көн дә иртән шиғыр яҙам,

Бөгөн яҙа алманым.

Ә шулай ҙа был иртә лә

Шиғриәтһеҙ ҡалманы.

 

Эй, иртәм, тим, һин шиғырһыҙ

Көндө нисек башларһың?

Ниндәй аҫыл нурҙар менән

Түтәлдәрҙе ашларһың?


 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Нәжибә Әминева

Онотторалар

Эш, бала...

Йүгерәм,

Ҡайнап тора көн.

Һуң был йәшендә

Тыныс йәшәй кем?..

Балалар тип, йүгереп

Эшемдән ҡайтам.

Иртүк торам да

Һуң ғына ятам.

Эй, был балалар!..


Артабан уҡырға


Февраль 2013

Риф Әхмәҙиев

Урал алды ҡайындары

Урал алды ҡайындары

Үҙенә бер тамаша!

Тәлгәш-тәлгәш суҡтарына

Ҡарап күҙҙәр ҡамаша.

 

Бөтә нурын йыйған улар

Селләлә йәй айының –

Һәр суғынан балдар тама

Урталыҡ ҡайынының.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184