Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

МИҢӘ ПАРИЖДАН АЛЫП ҠАЙТ…

Хикәйә

Атаһы Һеләүһендең арҡаһынан ҡаҡты.

– Һеләүһен улым, мин һиңә, һрансуз яуына китмә, тороп ҡал, тип әйтә алмайым. Яҙмыш йөрөтә әҙәм балаһын… Йәнә лә, ата һүҙе түгел был, – Сәмерхан ҡарт, хис-тойғоһон тышҡа сығармаҫҡа тырышып, туҡталыбыраҡ торҙо, тамағын ҡырып алған булды, шунан һүҙен дауам итте. – Хәбибйән ағайың менән икегеҙ ҙә имен-аман әйләнеп ҡайтырһығыҙ, тип өмөт итәм. Тик нығытып әйтеп ҡуяйым: иллә-алла, ағайың менән бер-берегеҙгә терәк булығыҙ.

Сәмерхан ҡарт хәҙер өлкән улына табан боролдо.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ЭСТАФЕТА

Хикәйә

– Бәү, бәү!

 

Ыржайҙар  уларға уйламағанда-көтмәгәндә ташланды. Уларҙың тәрән көрттө көслө күкрәктәре менән ярып, ырғый-ырғый йәнлектәр утлап йөрөгән аҡланға яҡынлай башлауҙары булды, ҡар бураны сыҡтымы ни: ташланыусыларҙың берсә өҫкә, берсә аҫҡа ырғандаған кәүҙәләре ҡар болото араһында сала-сола ғына күҙгә эленеп ҡалды. Тертелдәк менән Тырт-Мырттың  әсәһе Инәк уларҙы, тештәре һәр саҡ ыржайып торғанға күрә, шулай ыржай тип атай. Ҡанэскестәр, аяуһыҙ заттар улар, күпме тоҡомдаштарының башына еттеләр. Ыржайҙар, кешеләр теле менән әйткәндә, – бүреләр. Ә бүреләрҙе иң яуыз йән, ыржай тип иҫәпләүсе үлән менән туҡланыусы йәнлектәрҙе  кешеләр яғымлы ғына итеп ҡоралай, илек йә ҡыр кәзәһе тип  йөрөтә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Телеграмма

«Ағиҙел» журналын уҡыусы хөрмәтле дуҫтар!

Журнал редакцияһында эшләүсе коллегалар!

Һеҙҙе республикабыҙҙағы иң абруйлы баҫмаларҙың береһе, төп әҙәби-нәфис журналыбыҙ «Ағиҙел»дең 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Был журнал «Яңы юл»  исеме менән 1923 йылдың март айында сыға башлай. Илебеҙ өсөн ауыр, һынылышлы осор булыуға ҡарамаҫтан, уның даими донъя күреүе өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыла. Яңы башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙ таштары – тәүге әҫәрҙәр ошо баҫма аша  халыҡҡа еткерелә.  Тап ошо журнал  ижади көстәрҙе үҙ тирәһенә туплай, башҡорт әҙәби телен  рәсмиләштереү  буйынса күп эштәр атҡара.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Гөлназ Ҡотоева

«Күңел биҙмәй яҡты яҙҙарҙан…»

 

               Майай

Май –

Сәскәле ай,

Кәләш кеүек кейенгән аҡтан.

Әсәйемде хәтерләтә,

Ҡоштар ҡайта йылы яҡтан.

 

Атайым менән әсәйем

Ҡауышҡандар ошо айҙа.

Аҡ күлдәк кейгән кәләште

Оҡшатҡандар сыуаҡ майға.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Таңһылыу Ҡарамышева

Ҡарыһүҙ серҙәре

Дастан

(“Урал батыр”эпосы мотивтары буйынса)    

 

Өс донъяның берлеге

Башланғанбыҙ Уралдан беҙ –

Өс улдың атаһынан:

Яйыҡ, Нөгөш, Ағиҙелдең

Булабыҙ сатағынан.

 

Башланғанбыҙ Уралдан беҙ –

Өс батша кейәүенән:

Ҡатил, Әзрәҡә, Самрауҙың

Өс бөйөк төйәгенән.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әнисә Таһирова

Шиғриәттә мин ябай бер йырсы...

Әнисә Таһирова

Бала саҡта,

Бесән ваҡытында,

Туғандарым алыҫ туғайҙа

Бесән сапһа,

Тау һуҡмағын  үтеп,

Аҙыҡ илтә инем уларға.

 

Оло юлға һис тә төшмәй инем,

Тау юлымы мине арбаған?

Ылаусылар унан үтһәләр ҙә,

Урын теләнмәнем арбанан.

 

Артабан уҡырға


Март 2013

Рәсәй Яҙыусылар берлеге идара

Телеграмма

Рәсәй Яҙыусылар берлеге идараһы  Һеҙҙе – редакция коллективын, журнал авторҙарын һәм  уҡыусыларҙы «Ағиҙел»дең тәүге һаны сығыуға 90 йыл тулыуы менән  ҡотлай!

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184