Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

04


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Баш ҡалабыҙҙың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған «...Мин рухымдың аҫыл хазинаһын, Илем, һиңә биреп ҡалдырҙым» тип  исемләнгән хәтер кисәһе уҙҙы. Кисәне Күгәрсен районының Өфөләге «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы, Күгәрсен районы хакимиәте ойошторҙо.

Шуға ла мәшһүр әҙибәгә арналған кисәне «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы рәйесе Венир Аҙнағолов асып, З. Биишеваның һоҡланғыс  тормошона һәм оло әҙәби мираҫына ҡыҫҡаса байҡау менән сығыш яһаны.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рим Гәрәев

Һөнәрҙе тыуған ерендә тапты

XIX быуаттың уҡырға-яҙырға һәләтле кешеләре, моғайын, Л. И. Добротворскийҙың «В глуши Башкирии» тигән очеркында башҡорт Вәлиҙең: «Урыҫ законы яҡшы, бик яҡшы, тик тәртип  кенә юҡ» тигән фекеренә иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Ысынлап та, арабыҙҙа әле лә, быуат ярым ваҡыт  үтеүгә ҡарамаҫтан, ошондай һығымтаға килгән кешеләр аҙ түгел. Ә бит был фекер бөтөнләй башҡа шарттарҙа, күптән үткән тарихи дәүерҙә әйтелгән. Солох судьяһы булып эшләгән автор Өфө губернаторы Ипполит Щербитский менән  аслыҡ йылды губернаның көнбайыш  ауылдарында йөрөгәндә ишетә уны.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәким ҒИЛӘЖЕВ

Һәйкәл ҡуйыр инем

Йырлайһы ине, дуҫтар, шундай йырҙы,

Йырҙарҙың да иң-иң матурын,

Сулпан кеүек, беҙҙең һәр бер ҡыҙҙың

Даны торһон ине яҡтырып.

 

Лайыҡ улар иң-иң гүзәл йырға,

Мөхәббәттең иң-иң сафына,

Һәйкәл ҡуйыр инем мин ҡыҙҙарға

Уралтауҙың ҡыҙыл ташынан.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәнил КҮЗБӘКОВ

Яугир шағир, ҡоласлы прозаик, алыштырғыһыҙ мөхәррир

(Хәким Ғиләжевтың тыуыуына – 90 йыл)

Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы Ғиләжев (1923 – 1997) – башҡорт художестволы әҙәбиәтенә генә түгел, ваҡытлы матбуғат үҫешенә лә тос өлөш индергән, иң оло хөрмәткә лайыҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Замандаштары уны илһөйәр, телһөйәр, сая рухлы, ҡырыҫлыҡ һирпелткән ғорур тәбиғәтле итеп һынландыра. Шиғриәтендә лә сағылыш тапҡан был сифаттар ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан яуға ингән быуынды ла тулыһынса тиерлек ҡылыҡһырлайҙыр һымаҡ. Ысынында ла шағир Хәким Ғиләжевтың:

... Эй-йе, миңә ун һигеҙ йәш ине, –

Иртә эйәр һалған тай кеүек,

Йәшлегемдең хозур сахраһына

Дыулап килеп керҙе яу көнө.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәт Мәхмүтов

Ҡыҫҡа жанр оҫтаһы

(Шакир Насировтың тыуыуына – 100 йыл)

Шакир Ғиниәт улы Насиров 1913 йылдың 6 мартында хәҙерге Ғафури районының Ибраһим ауылында тыуған. Башланғыс белемде үҙҙәренең ауыл мәктәбендә ала. 1929 – 1931 йылдарҙа Өфө сәнәғәт-иҡтисади техникумын тамамлай. Артабан уның журналистлыҡ эше башлана: «Башҡортостан» гәзите редакцияһында махсус хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. 1935 – 1937 йылдарҙа иһә Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.

1942 йылда Быҙаулыҡ хәрби училищеһын тамамлап, Башҡорт атлы дивизияһының фронт шарттарында сыҡҡан гәзитендә яуаплы секретарь, полк агитаторы булып эшләй. 1943 йылда яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн  Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән наградлана.

Артабан уҡырға


Март 2013

Миңлеғәли Нәҙерғолов

Тәүгеләрҙең береһе

(Прозаик Закир Һаҙиҙың тыуыуына – 150 йыл)

XIX быуат аҙағы – XX быуат башы башҡорт әҙәбиәте тарихына яңырыу осоро булып ингән. Нәҡ ошо осорҙа быуаттар һуҙымында ҡатнаш-синкретик рәүештә йәшәп килгән художестволы проза айырым әҙәби төр булараҡ үҫеү юлына баҫа, хикәйә, нәҫер, повесть жанрҙарында тәүге әҫәрҙәр донъя күрә башлай. Нәфис проза өлкәһендә беренселәрҙән булып ҡәләм тирбәтеүсе Риза Фәхретдинов, Мәжит Ғафури, Әхнәф Танғатаров, Фәтхелҡадир Сөләймәнов, Һаҙи Сәғҙи, Зыя Өммәти, Әхкәметдин Иҫәнбирҙин, Вәсим Солтанов, Кәбир Туйкин, Фәйзи Вәлиев, Афзал Таһиров, Ғәли Рафиҡиҙар сафында үҙенсәлекле әҫәрҙәр авторы Закир Һаҙи ҙа була.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177178179180181182183184