Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әмир ӘМИНЕВ

КҮЛ БУЙЫНДАҒЫ ҺЫЙ

Хикәйә

Дамир ағаһының яҙ үтте, йәй уртаһы етте, һине һаман тәбиғәткә сығырға күндерә алмайым, нишләп улай инәлтәһең әле, ҙурайып киттеңме, тип үпкәләп шылтыратыуына Ғәлимйән аҡланырға һүҙ таба алманы: быға тиклем бер нисә тапҡыр ваҡыты юҡлығына, һөйләшеп-килешеп бөткәс-икәс ашығыс мәшәҡәттәре тыуыуына һылтанғайны – бигүк йөрөгөһө килмәһә лә был юлы ризалашырға мәжбүр булды. Ҡара, һинән өс йәшкә олораҡ мин, ниңә тыңламайһың, ярты көн эсендә донъяң емерелмәҫ, йәнәһе. Әрләй, төрттөрә, намыҫына тейә. Нишләйһең, тупһыҙыраҡ инде.
– Ҡайһы тирәгә барабыҙ һуң? Йыраҡҡамы?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Тельман ӘМИНЕВ

ТУЛЫ АҒЫМЛЫ ЙЫЛҒА

Иҫтәлектәр

Үткәндәрҙе һаҡлай был фотолар –
Өнһөҙ шаһиттары тарихтың.

Баш һүҙ
Ҡәҙерле дуҫтар! Был иҫтәлектәр яңыраҡ арабыҙҙан киткән Юлай Ғәзиз улы Әминевкә арнала.
Ул – билдәле тәржемәсе, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның уртансы улы, минең кесе туғаным. Баҫалҡы булыуы арҡаһындамы, әллә Өфөлә йыш күренмәгәнгәме, Юлай Әминевте һирәгерәк иҫкә ала башланыҡ. Ә бит ул ҙур, абруйлы шәхес ине. Ул осорҙа йәшәгән 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миңниса Баһуманова

Бөркөт саңҡыуы

Хәтернамә

Әҙәби оҫталыҡ, тема киңлеге кәрәк

«Совет Башҡортостаны» гәзите (1983, 20 октябрь) тәүге китаптарын тәҡдим итеп, үҙҙәренең ижади йөҙөн күрһәтергә өлгөргән йәштәр менән «Шиғри форма. Йөкмәтке. Заман» тигән темаларға әңгәмә ойошторҙо. Шағирә Тамара Ғәниева алып барған был һөйләшеүҙә Элмира Сәсәнбаева, Таңһылыу Ҡарамышева, Риф Тойғонов, Аҫылғужа фекер алышты. Аҫылғужаның әйткәндәре уның ижади уйланыуҙарын сағылдыра. «...Верлибрға

Артабан уҡырға


Январь 1970

Миңниса Баһуманова

Бөркөт саңҡыуы

Хәтернамә

«Һеҙ тормошто белмәйһегеҙ, сөнки биографияғыҙ урта мәктәп – армия – юғары уҡыу йорто – редакция тирәһендә генә сикләнә...» Заманында йәш шағирҙарҙы өлкән ағайҙар шулай тәнҡитләй торғайны. Был фекерҙең хаҡлы түгеллеген иҫбат иткәндәрҙең береһе булды Аҫылғужа.

Уның тормошо ике өлөштән торған кеүек: бер яҡта, етемлектә үткән балалыҡ һәм үҫмер сағы, икенсе яҡта – үҙ аллы тормош. Ауыр булһа ла кеше көнлө түгелһең, үҙең тапҡан татлыраҡ та, ҡәҙерлерәк тә.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әмир Әминев

Ҡәҙер кисәләрендә тыуған хәтирәләр

Ошо көҙҙә, атап әйткәндә 3 октябрь менән 5 ноябрҙә, миңә үҙемдән өлкәнерәк, әммә бер осорҙа, бер быуын булып йәшәгән, яҡындан аралашҡан, дуҫлашҡан ике ҡәләмдәшемдең ҡәҙер кисәләрендә ҡатнашырға тура килде. Бигүк күңелле түгел ундай сараларҙа йөрөүе. Һағышлы иҫтәлектәргә сумаһың, бергә йөрөгән юлдарҙы, һөйләнгән хәбәрҙәрҙе, ҡатнашҡан ваҡиғаларҙы иҫкә алаһың, йә, нишләрһең, ни “һайрарһың” минең турала, алдашырһыңмы, дөрөҫөн әйтерһеңме, тигәндәй һынсыл ҡараштарын да тойғандай булаһың. Улар ер ҡуйынында ятҡанда үҙеңдең ер өҫтөндә йөрөүеңә уңайһыҙ ҙа кеүек хатта.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мостай Кәрим

Көндәлектәр

14.02.04.

     Ренат Харисҡа

(иртәнге теләктәр)

Көндөҙҙәрең хәрәкәтле булһын,

Булһын бәрәкәтле.

Төнгө йоҡоларың тыныс булһын

Алһыу таңға хәтле.

Йөгөң ауыр булһын, юлың оҙон,

Таҡыр, түтә булһын,

Алдарыңда әле башланмаған

Бәхет көтә булһын.

Олоһона, кесеһенә һаман

Һүҙең үтә булһын.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2012

Миңниса Баһуманова

МАҺИР ХИКӘЙӘСЕ

Федоровка районы Юлдаш ауылында тыуһам да, Көйөргәҙе районы Таймаҫ урта мәктәбендә алты йыл уҡыным. Сөнки беҙҙең ауылда урта мәктәп булманы. Шунлыҡтан, мәктәп йәшенән үк, таймаҫтарҙың Рәшит Солтангәрәев тигән данлыҡлы яҙыусылары барлығын йыш ишеткеләнем. Әммә, ни эшләптер, уның ауылына ҡайтып, мәктәпкә килеп, осрашыуҙар ойоштороп йөрөгәнен күрергә насип итмәне. Уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында өсөнсө курста уҡып йөрөгәндә осраҡлы рәүештә Карл Маркс урамында тап иттем.

Элек үҙәк урамдарҙың халыҡ күп йөрөгәнерәк ерендә, үҙәк һәм республика гәзиттәре биттәрен асып, быялалы таҡтаға эләләр ине. “Дуҫлыҡ” кафеһы эргәһендәрәк шул матбуғат биттәрен ентекле уҡып торам. Эргәмә берәү килеп баҫҡанын шәйләнем-шәйләүгә, әммә әйләнеп ҡараманым. Гәзит уҡыусылар күп ине ул осор, ә Өфө халҡы араһында таныштар – бармаҡ менән һанарлыҡ.

Артабан уҡырға


12